5. 05. 2025
Бөгөн көн яҡшы, аяҙ. Ҡояш балҡый. Иртәнсәк торам да, картуфты ҡарайым. Яйлап сығып киләләр, шөкөр. Алданыраҡ ултыртҡаны сыҡҡан. Һуңыраҡ сәскәне күренмәй әле, яйлап сығыр. Байрам яҡынлаша башлаһа, дошман “ҡоштары” әүҙемләшә башлай. Күп осалар. Элегерәк төндә генә оса торғайны, хәҙер көндөҙ ҙә йөрөйҙәр. Бөгөн телевизорҙан Рәсәй каналынан минең батырлыҡты күрһәткәндәр. Иҫләйһегеҙҙер, Ғәле ҡустым менән БМП-ла хәрби бурысты үтәргә сыҡтыҡ, һауала беҙҙе бер ҡош оҙатып барҙы тип.
Мин белмәй инем. Бер таныш түгел апай ВК-ла яҙа “батыр егет, һине күрһәттеләр яңы телевизорҙан”. “Апай, видеоһын ебәр әле”,- тинем. Ебәрҙе, ҡараным. Унан бер ярты сәғәт алда әсәй яҙҙы “һине ауылдаш уҡытыусы апайың телевизорҙан күрһәттеләр тине”. Эстән генә телевизорға төшөргәндәре юҡ ине, тинем дә тынысландым. Ысынлап та видеоны күргәс кенә аңланым. Ярай, яҡшы тинем дә оноттом.
"Һалдат яҙмалары"н тулыһынса "Һаҡмар" гәзитендә уҡығыҙ