28.04.2025
Бөгөн көн йылы. Иртәнсәк торҙоҡ та, сәй эсеп алдыҡ та, Ғәле ҡустыға әйтәм: “Бөгөн картуф сәсәйек. Шытҡан бер биҙрә картуф бар. Шуны сәсеп ҡуяйыҡ, ерен эшкәртәйек тә. Ер тип, бында ҡара ер ҙә юҡ, күберәк ҡом ята. Шулай ҙа эксперимент үткәреп ҡарайыҡ”.
Ғәле ҡустым мунсага утын әҙерләүгә тотондо. Мин төшкөлөккә бешерәм. Һәр кемебеҙ үҙ эше менән була. Бесәйгә тушенка асып бирҙем, һыу ҡойҙом. Хәҙер балалары булғас, ашатырға кәрәк. Сысҡан тотоп ашап тамағы туймай инде. Әҙерәк бесәй баларына һоҡланып ҡарап ултырҙым. Күҙҙәре асылмаһа ла, имергә эҙләйҙәр. Мин ашарға бешереп, егеттәр ашағандан һуң рәхмәт әйтһә, ниндәйҙер еңеллек тоям үҙемдә. Иртәгә пирожки бешерәм. Бөгөн егеттәргә онға заказ бирҙем. Магазиндан һатып алып ҡайталар. Урманда булһаҡ та, егеттәрҙе өйҙәге һымак ашатырға, һыйларға тырышам. Шулай, тамаҡты алдап булмай, “война – войной, обед по распорядку”, тейҙәрме әле урыҫтар.
"Һалдат яҙмалары"н тулыһынса "Һаҡмар" гәзитендә уҡығыҙ