+21 °С
Болотло
ИҪӘн ҺАУ ҠАЙТЫҒЫҘ, БАЛАЛАР!!
ИҪӘҢ ҺАУ ҠАЙТЫҒЫҘ, БАЛАЛАР!!
Ирек Ғабдрахманов көйө һәм һүҙҙәре.
Изге доға менән башлана,
Алһыу таңлы тыныс иртәбеҙ.
Түҙә алмайса киткән юлдарҙан, юлдарҙан,
Өмөтләнеп һеҙҙе көтәбеҙ.
Ҡушымта;
Көтә һеҙҙе ғәзиз балалар,
Төнөн йоҡламайҙар аналар(әсәләр).
Иламай һуң бөгөн ҡайһыбыҙ?
Тик, иҫән - һау, еңеп ҡайтығыҙ!
Ҡайтығыҙ һеҙ урап илдәргә,
Тәпәй баҫҡан тыуған ерҙәргә.
Һөйөнөстән бәхет йәштәре, йәштәре,
Бәреп сыҡһын моңһоу күҙҙәргә.
Юҡҡа сыҡһын ерҙә һуғыштар!
Дошмандарҙы утҡа атығыҙ!
Балалар хаҡына һорайбыҙ, һорайбыҙ,
Иҫән генә урап ҡайтығыҙ!!!