Ватан һағында
21 Июль 2025, 06:10

Һалдат яҙмалары

Үҙемде йыуатып ҡуям – һуғыш та мәңгелек түгел, Аллаһ бойорһа, еңеп ҡайтырбыҙ беҙ тыуған яғыбыҙға.

Әрмелә бер үк нәмә ҡабатлана: таңғы 6 - ла тораһың, йыуынып алаһың, пласҡа сығып теҙеләһең, иртәнге тикшереү, ашау. Иртәнге 8-ҙән әйбер алабыҙ: автомат, каска, бронежилет, һәр береһенә позывнойҙарҙы яҙып сығабыҙ юғалмаһын өсөн. Ваҡыт тиҙ үтә. Төшкө аш килеп етә. Ундағы сират йылға шикелле. Мин һуңға ҡарай ашханала ашамай башланым. Магазиндан һатып алам да, бүлмәлә сәй ҡайнатып эсеп була. Ваҡытты экономияланым шулай. Сиратта тормайым. Егеттәр ашап килгәнсе арыуыҡ ятып ял итә торғайным. Төштән һуң кино күрһәтәләр. 9 майҙан һуң учение башлана инде. Аҙна һайын республиканан егеттәр автобустар менән килеп тора. Киске аш 18.00 сәғәттә. Кискеһен душевойҙа йыуынып алабыҙ. Унда ла сират. Туғыҙҙа киске тикшереү, унда – отбой.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас