Ватан һағында
21 Июль 2025, 06:10

Һалдат яҙмалары

Икенсеһе мин булып сыҡҡас, ауыл халҡы шаҡ ҡаткандыр инде, уныһы миңә ҡараңғы, иң мөһиме – уйҙарым тормошҡа ашты. Атай, әсәй, һеңле, ҡустылар, туғандар менән һау булашып баш ҡалаға ҡайтып киттем.

Штабҡа килдем, документтарҙы алып ҡағыҙ тултыра башланым. Бөтөп өлгөрмәнем, “штаб начальнигы һине саҡыра” тигәс, уға индем.

Инһәм 55 йәштәге бер ир ултыра. “Иптэш Фәлән Фәләнов, бының сама байлығыңды ташлап ҡайза китеп бараһың?” - тей. “Ҡайза булһын, илде һаҡларға?” - тейем. “Әйҙә, уйла, балаларың күп. Кире ҡайта алмай ҡуйһаң, балаларың етем ҡалыр бит. Давай, ҡустым, уйла ла, бер-ике көндән килеп әйтерһең”, - тей. “Ярай”, - тип ҡайтып киттем.

Ике көн дә булманы, кире килдем дә, бүлмәһенә инеп:Ағай, былай булмай, мин барам тигәс барам!” - тинем. “Эй, ныҡыш кешеһең! Кеше киреһенсә ҡасыр ине һуғышҡа бармайым тип, һин ынтылып тораһың. Ярай, үҙең беләһең инде, ҡустым. Документыңды тултыр ҙа, индереп ҡалдырып кит”, - тине.

Мин сығып документтарҙы тултырып тапшырҙым да, индереп ҡалдырҙым. Үҙәк хәрби комиссариатҡа медкомиссия үтергә ебәрҙеләр. Барып тиҙ генә үттек тә, ҡайтарып ебәрҙеләр. “Апрель аҙағына шылтыратып әйтербеҙ, отправка була”, - тине. “Ярай!” - тип ҡыуана-ҡыуана ҡайтып киттем. Нимәләр алырға кәрәклеге буйынса исемлек бирҙеләр. Кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алдым. Сумканы әҙерләп, төйнәп ҡуйҙым. Хәҙер ғаиләм менән ауылға ҡайтып киттем. Атайға, әсәйгә әйтер кәрәк. Бер ыңғай ҡорбан салдырыр кәрәк бит. Ҡайттыҡ. Атай менән әсәйгә:Мин һуғышҡа барам. Документтарҙы йүнләп бөттөм. Апрель аҙағында отправка”, - тинем. Улар тәүҙә шымып, уйланып ҡалды. Унан:Ярай, бәләкәй бала түгелһең, үҙең атай хәҙер, үҙең беләһең инде”, - тинеләр.

Иң яҡшыһы: ғаиләм дә, атай, әсәй ҙә арҡыры төшмәне, ризалыҡ бирҙе. Шуға күңелгә рәхәт булды. Ышаныс белдереп ебәргәндәрен аңланым. Муллаға әйтеп, ҡорбан салдырып, туғандарҙы саҡырып ҡорбан ите ашаттыҡ. Ауылдан ике егет барабыҙ икән. Береһен беләләр, икенсеһе – мин, әммә мин бер кемгә өндәшмәгәс, кем икәнлекте белмәгәндәр.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас