Ватан һағында
14 Июля 2025, 06:05

Һалдат яҙмалары

Көнөнә бер ашайбыҙ. Ней өсөн тигәндә, ашау бармай. Хәрби выход алдынан көйәләнәһең барыбер.

26.03.2025. Көн дә бер балыҡ башы инде. Таңгы 4-тә тороп егеттәрҙе уятып, сәй эсеп алабыҙ ҙа, ҡуҙғалабыҙ машина янына тренировкаларға. Боевой выходҡа әҙерләнәбеҙ. Кемдер уйлайҙыр: былар нимәгә туҡтауһыҙ тренировка ғына эшләй икән тип. Беҙ ҡулайлы һауа торошон көтәбеҙ. Томан булһа, сығабыҙ. Бөгөн дә томан булманы. Командир отбой тине, егеттәр менән кире блиндажға ҡайттыҡ.

Көнөнә бер ашайбыҙ. Ней өсөн тигәндә, ашау бармай. Хәрби выход алдынан көйәләнәһең барыбер. Иртән сәй, төшкә һәйбәт итеп ашап алабыҙ ҙа, кискә сәй – шуның менән бөттө. Ашарға күп. Уйламағыҙ был һалдаттарҙың ашарына ла юҡ икән тип. Шөкөр, ашау яғынан аптыратҡандары юҡ.

Егеттәргә мунса яғығыҙ ҙа, яҡты күҙҙә йыуына һалайыҡ, тип команда бирҙем. Бөгөн мине Ғәле ҡустым хайран ҡалдырзы. Тулы пачка тәмәкегә “мин бүтән тартмайым” тип яҙып ҡуйған...

Тулыһынса "Һаҡмар" гәзитендә уҡығыҙ

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас