+24 °С
Ямғыр
Ут эсенә керә ир-егеттәр,
Именлеге өсөн илемдең.
Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтһалар,
Һағыштары һыныр күңелдең.
Һөлөк кеүек йәп - йәш егеттәрҙең
Ғүмерҙәре күпме өҙөлә.
Меҫкен әсәләрҙең күҙҙәренән
Йылға булып йәше түгелә.
Ҡайғы - хәсрәт һалды әҙәмдәргә
Ҡәһәрле лә һуғыш ғазабы.
Сабырлыҡтар бирсе, Раббым Аллам,
Хәйерлегә булһын аҙағы.
Ауыл халҡы берҙәй күтәрелде
Оҙатырға ғәзиз улдарын
. Күҙ йәштәрен түгеп, доға ҡыла
Ҡиблаларға һуҙып ҡулдарын.
Хызыр Ильяс юлдаш булыр, тиеп
Фәрештәләр һаҡлар уларҙы.
Әсә доғалары алып ҡалыр
Еңеү яулап ҡайтыр улдарҙы.
Римма БАЙМЫРҘИНА.