Ватан һағында
30 Май 2025, 07:00

Сариндар - һәр саҡ Ватан һағында

Махсус хәрби операцияла беҙҙең улдарыбыҙ батырҙарса неофашистар меән алыша. Үкенескә күрә, был һуғыш беҙҙең улыбыҙ Айбулатты ла алып китте. Эйе, ут эсендә юғалтыуҙарһыҙ булмай. Ватаны өсөн батырҙарса һәләк булған Айбулат улыбыҙға һәм барлыҡ Рәсәй яугирҙәренә мәңгелек дан!

Сариндар - һәр саҡ Ватан һағындаСариндар - һәр саҡ Ватан һағында
Сариндар - һәр саҡ Ватан һағында

Беҙҙең Сариндар тоҡомо элек-электән тыуған ере, иле өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған. Ысынында беҙҙең фамилия Ҡансуриндар булған. Башҡорттарҙы эҙәрлекләү, уларҙы вазифалы урындарға тәғәйенләмәү башланғас, уҡымышлы ҡарт ҡартатайыбыҙ (ул Зәйнулла ишанда белем ала), ҡаҙаҡтар менән танышып фамилияһын Ҡансуриндин Сарин итеп алмаштыра. Быны ул үҙен башҡорт түгел, ә ҡаҙаҡ тип белдереп, кантон булып ҡалыу өсөн эшләй.

Октябрь революцияһынан һуң байҙарҙы, муллаларҙы, хужалыҡтары булғандарҙың өйөн, малын тартып алып үҙҙәрен төрмәгә ябалар. Ҡужәхмәт кантонды Иркутск өлкәһе Черемхово күмер шахтаһына мәңгегә ебәрәләр. Минең ҡартатайымдың бар мөлкәтен тартып алып, биш йыла төрмәгә ултырталар. Ҡартәсәйем (атайымдың әсәһен) “алтын ҡайҙа” тип ныҡ ыҙалаталар, ул шунда үлә. Атайым ағаһы, үҙе кеүек кешеләр менән, Ташкентҡа китә. Бер станцияла ағаһын юғалта. Атайым Ташкентҡа үҙе барып етә. Ул мәҙрәсә бөткән була. Быны белгәс, уны балаларҙы уҡытырға ҡушалар, бүлмә бирәләр. Атайым бер татар ҡыҙына өйләнә. Шул саҡ ҡартатайым төрмәнән ҡайта һәм атайыма хат яҙа: “Ҡайт, мин Йолалыла, бында тыныс”,- тип. Атайым ҡатыны һәм улы менән ҡайта. Тик ҡатыны бер аҙҙан һуң: “Мин бында йәшәй алмайым, мине кире ҡайтар Ташкентҡа”,-тип белдерә. Шунан атайым әсәйемә өйләнә. Биш балалары була: Рәфҡәт, Камила, Фәйзулла, Зәйнулла, Мәҙинә.

Шулай йәшәп ятҡанда Йолалы шахтаһы ябыла. Атайымдарҙы Сибай руда шахтаһын асырға ебәрәләр. Атайым Сибай-Баймаҡ юлын һалыуға эләгә. Шул саҡ Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1943 йылда атайымды һуғышҡа алалар. 1944 йылда Белоруссияның Витебск өлкәһендә һәләк була. Беҙ Йолалыла әсәй менән 1960 йылға тиклем йәшәнек. Мин армиянан ҡайтҡас Баймаҡ ҡалаһына күстек. Әсәйем 2002 йылда мәрхүмә булды.

Һәр беребеҙҙең ғаиләһе бар. Рәфҡәт ағай менән Заһита еңгәйҙең өс бала: Әнис, Рауза, Ғәйзулла. Камила апай менән Гәрәй еҙнәйҙең 4 бала: Хәким, Гөлдәр, Ирек, Зәкир. Зәйнулла менән Флүрәнең 3 бала: Ғәҙел, Хәлил, Рәмил.

Мин ҡатыным Зәйтүнә менән Мәҙинә, Ғәйфулла, Айбулат, Әмир, Фаил исемле балалар үҫтерҙек.

Шуныһы менән ғорурланам – беҙҙең тоҡомдоң ир-егеттәре һәр саҡ Ватан һағында ғорур баҫып тора. Беренсе донъя һуғышында Сабир Сәғәҙей улы Сарин, Зәйтүнә Саринаның атаһы Хәмиҙулла Ғилман улы Ишморатов (Әбделкәрим ауылы) ҡатнашып, бик маҡтаулы һүҙҙәргә лайыҡ булып ҡайта. Вәлимә Саринаның атаһы Күктүбәнән Аллабирҙе Әйүпов тураһында ла яҡты иҫтәлектәр һаҡланған. Уның яуҙашы, Беренсе Этҡолдан Фәйзуллин: “Әгәр мине Аллабирҙе һуғыш ҡырынан һөйрәп алып сыҡмаһа, мин үлгән булыр инем”,-тип рәхмәттәрен еткерә.

Аллабирҙе һуғыштан иҫән ҡайтһа ла, оҙаҡ йәшәй алмай. Уның эсендә пуля ҡалған була. Шуға күрә ул иртә мәрхүм була.

Бөйөк Ватан һуғышында Һибәтулла Сабир улы (Белоруссияның Витебск өлкәһендә һәләк була, шундағы стелала исем-шәрифе уйып яҙылған), Ғәбделбарый Ғатаулла улы, Шәһәрғәзе Ҡужәхмәт улы, Әлибай Ҡужәәхмәт улы, Ҡыяметдин Солтанәхмәт улы Сариндар, Зәйтүнә Саринаның ағаһы Хөрмәтулла Хәмитулла улы Ишморатов ҡатнаша. Барыһының батырҙарса һуғышҡаны өсөн орден-миҙалдары бар. Беҙҙең киләсәк быуын да улар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.

Совет Армияһы сафы ла Сариндарҙың өлгөлө улдары менән тулыланды. Төрлө йылдарҙа Фәйзулла Һибәттула улы, Ғәйфулла Фәйзулла улы, Ғәҙел Зәйнулла улы, Хәлил Зәйнулла улы, Рәмил Зәйнулла улы, Ғәйзулла Рәфҡәт улы, Айбулат Фәйзулла улы, Ҡыяметдин Имаметдин улы, Артур Ҡыяметдин улы, Марат Ҡыяметдин улы Сариндар өлгөлө хеҙмәт итте һәм әле лә илде һаҡлауын дауам итә.

Махсус хәрби операцияла беҙҙең улдарыбыҙ батырҙарса неофашистар меән алыша. Үкенескә күрә, был һуғыш беҙҙең улыбыҙ Айбулатты ла алып китте. Эйе, ут эсендә юғалтыуҙарһыҙ булмай. Ватаны өсөн батырҙарса һәләк булған Айбулат улыбыҙға һәм барлыҡ Рәсәй яугирҙәренә мәңгелек дан!

Артем Ғәйфулла улы Сарин хәрби академияны уңышлы тамамлап, Рәсәй Армияһы сафында хәрби хеҙмәтен уңышлы дауам итә. Ошо көндәрҙә уны батальон командиры итеп тәғәйенләп, МХО-ға ебәргәндәр. Улыбыҙҙың имен-һау, Еңеү менән ҡайтыуын көтәбеҙ. Шулай уҡ Арыҫлан Ғәҙел улы, Ильяс Әмир улы Сариндар ҙа батырҙарса һуғыша.

Беҙҙең ир-егеттәребеҙ Ирәндегенә, тыуған тупрағына сит аяҡтар баҫмаһын өсөн йәнен аямай. Уларҙың саялығы һәм ҡаһарманлығы тураһында Баймағыбыҙҙың һәр үләне, урман-ҡырҙары, иҫкән елдәре мәңге дан йырҙары йырлар.

Фәйзулла Сарин, хеҙмәт ветераны.

 

Сариндар - һәр саҡ Ватан һағында
Сариндар - һәр саҡ Ватан һағында
Сариндар - һәр саҡ Ватан һағында
Сариндар - һәр саҡ Ватан һағында
Сариндар - һәр саҡ Ватан һағында
Сариндар - һәр саҡ Ватан һағында
Сариндар - һәр саҡ Ватан һағында
Сариндар - һәр саҡ Ватан һағында
Сариндар - һәр саҡ Ватан һағында
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас