Ватан һағында
25 Мая 2025, 16:10

Яугирҙәр

Беҙ ҡайтырбыҙ, тиеп яуға китте Ил саҡырғас Ватан улдары, Бар тәбиғәт, барса халыҡ теләй Имен генә булһын юлдары...  

 Беҙ ҡайтырбыҙ, тиеп яуға китте

Ил саҡырғас Ватан улдары,

Бар тәбиғәт, барса халыҡ теләй

Имен генә булһын юлдары.

Хушлашҡанда йыр ,бейеүҙәр менән

Күңелдәрҙе арбап киттегеҙ,

Ошо сифат менән башҡорттарҙы

Мәңге үлмәҫ данлы иттегеҙ.

Ата-бабаларҙың яугир рухы

Әйҙәй һеҙҙе ҡыйыу алышҡа,

Зарланмайса күтәрергә йөгөн

Аяуһыҙ ҙа булған яҙмышҡа.

Замананың батыр яугирҙәре

Илгә еңеү яулап ҡайтығыҙ,

Өҙөлөп көтә һеҙҙе ғаиләгеҙ,

Атай-әсәй, тыуған йортоғоҙ.

Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас