Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ватан һағында
11 Апрель 2025, 04:35

Батырҙар ғүмере - мәңгелек

Таулыҡай ауылынан байтаҡ ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Үкенескә ҡаршы, тиңһеҙ алыштарҙа батырҙарса һәләк булыусылар ҙа бар. Шуларҙың береһе -  взвод командиры, лейтенант Рәмил Сәғәҙәтов. Һүҙем – ҡаһарман яугирҙең яҙмышы хаҡында. Тулыраҡ сайтта:

 Таулыҡай ауылынан байтаҡ ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Үкенескә ҡаршы, тиңһеҙ алыштарҙа батырҙарса һәләк булыусылар ҙа бар. Шуларҙың береһе -  взвод командиры, лейтенант Рәмил Сәғәҙәтов. Һүҙем – ҡаһарман яугирҙең яҙмышы хаҡында.

Рәмил йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Таулыҡай ауылында ғүмер иткән Рәсимә менән Рамаҙан Сәғәҙәтовтарҙың өлгөлө ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға ауаз һала. Был дан ғаиләлә бөтә балалар ҙа тәртипле, эшһөйәр, изгелекле булып үҫә. Ата-әсә өс ҡыҙына һәм улына юғары белем биреп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтыра. Рамаҙан Ибраһим улы Рәмилде кесе йәштән үк ир-егет итеп тәрбиәләй. «Егет кеше мотлаҡ әрме сафында хеҙмәт итеп, һалдат һурпаһын эсеп сынығырға тейеш», – тип йыш ҡына ҡабатлай ул.

Таулыҡай мәктәбендә тырышып белем ала Рәмил. Физкультура, география, тарих фәндәрен ярата. Волейбол, футбол һәм спорт-тың башҡа төрҙәре менән мауыға. Район кимәлендә үткән спорт ярыштары Рәмилдең ҡатнашлығынан тыш үтмәй. «Рәмил кластың старостаһы булды. Физик яҡтан көслө, тотороҡло характерлы булыуы менән тиҫтерҙәре араһында айырылып торҙо. Килеп тыуған төрлө хәл-ваҡиғаларға үҙенең ғәҙел баһаһын бирә белде. Шуға ла класташтары уны ихтирам итте», – тип хәтерләй класс етәксеһе Ғәзиз Байегетов.

Ысынлап та, күркәм холоҡло, ябай, мөләйем ҡарашлы егетте ауылдаштары, ут күршеләре, туғандары ла бик яратты. Кескәй һеңле-ҡустылары менән матур аралаша, һәр береһенең күңеленә үҙенсә юл яра белеүе һоҡландыра ине, тиҙәр Рәмил тураһында апалары. Киң эрудициялы, һәр яҡтан мәғлүмәтле егет тыуған төйәген бик яратты. Ер-һыу атамаларын, ауыл тарихын яҡшы белде. 1773-1775 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙ Таулыҡай Сураҡов, Ҡотлорсаҡ, Ҡотлоюл кеүек батырҙарыбыҙ хаҡында ла мәғлүмәтле ине. Хәйер, атаһы ла ауылдың арҙаҡлы ир уҙаманы Рамаҙан Ибраһим улы тап шундайҙарҙан ине. Заманында ул республикала тәүгеләрҙән булып Таулыҡайҙа Шәжәрә байрамын үткәреүгә күп көс һалды, «Шәжәрә» музейын төҙөнө.

Рәмилдең артабанғы яҙмышы институт менән бәйле. Ул БДУ-ның Сибай институтының юридик факультетында тарих бүлеген тамамлай. Алдынғы ҡарашлы, тырыш егет һәр ерҙә алғы сафта булды. «Институтта «Улар беҙҙең ғорурлыҡ» тип аталған стендта улымдың фотоһын күреү минең өсөн оло ҡыуаныс була торғайны», – тип әле лә хәтерләй Рәсимә Зәки ҡыҙы улы тураһында.

Әйткәндәй, күркәм ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙҙар Гөлгенә, Гөлсинә һәм Роза ла ошо уҡыу йортон уңышлы тамамлап, үҙ парҙарын табып, матур тормош көтәләр.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигәндәй, Рәмил бик затлы нәҫелдән. Ике ҡартатаһы – Ибраһим да, Зәки ҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары була. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем йөрөп, иҫән-һау ҡайтҡан яугирҙәр тыныс тормошта ла фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Заманында дини ғилем алып, Ҡөрьән телен яҡшы белгән диндар булған улар. Бәлки, ейәне Рәмилдең дин менән ҡыҙыҡһыныуы уларҙан күскәндер. Сөнки ул һуңғы ваҡыттарҙа ислам динен өйрәнә, пәйғәмбәрҙәр тарихы менән ҡыҙыҡһына башлай. Атаһы баҡыйлыҡҡа күскәс тә, уға бағышлап Изге Ҡөрьән китабын тулыһынса уҡып сыға. Бындай китапты әсәһенә лә бүләк итә. Уны хажға ебәреү тураһында хыяллана. Әйткәндәй, махсус хәрби операциянан ваҡытлыса ялға ҡайтҡан саҡта Рәмил апай-еҙнәләренең ғаиләләренә Ҡөрьән китабын бүләк итеп китә. Әлеге көндә ауылдың абруйлы ағинәйе Рәсимә Зәки ҡыҙының Ҡөрьән уҡып, ауылдаштарына вәғәздәр һөйләп, дәғүәт итеүе һәр беребеҙ өсөн өлгө һәм уның тәҡүәллегенең билгеһе булып тора.

Оло маҡсаттар менән йәшәй ине мәҡәләмдең геройы. Донъя ҡороп, ер алып, ауылда ерегеп йәшәргә ине уның барлыҡ хыялы. Шул ниәттән техника һатып алды, мал үрсетте. Өй нигеҙен ҡороп, уны ҡыйыҡлатты. Ләкин барлыҡ хыялдары селпәрәмә килде. Рәмил Рамаҙан улы 2022 йыллың 26 сентябрендә мобилизация менән махсус хәрби операцияға алынды.

Хәрби бурысын үтәү – Ватан талабы икәнен яҡшы аңлаған Рәмил әсәһенең болоҡһоған күңелен «Ҡайғырма, әсәй! Ғүмерем булһа, унан да тере ҡайтырмын. Юҡ икән, Аллаһу Тәғәлә биргән ғүмерҙән тыш бер минут та, хатта секунд та ары йәшәп булмай», – тип йыуата.

Булдыҡлы, батыр егет яуҙа ла үҙен һынатмай. Көслө рухлы егетте взвод командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Лейтенант званиеһы бирәләр. Ҡаһарман яугир тере сағында уҡ хәрби батырлығы өсөн юғары наградаларға лайыҡ була. Уның күкрәген «428-се мотоуҡсылар полкы» һәм «II дәрәжә Хәрби батырлыҡ» миҙалдары биҙәй.

Рәмил Рамаҙан улы 2024 йылдың 11 апрелендә Донецк Халыҡ Республикаһының Тоненькое ауылы янында хәрби бурысын үтәгән саҡта батырҙарса һәләк булды... Типһә тимер өҙөрлөк егеттең яҙмышы шулай фажиғәле тамамланды.

Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы ме-нән лейтенант Рәмил Сәғәҙәтов үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғо менән Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Ошо ауылдан яуҙа батыр-ҙарса һәләк булған Данил Оморҙаҡов, Эдик Иҙрисов, Динис Моталлапов һәм Рәмил Сәғәҙәтов хөрмәтенә Таулыҡай мәктәбендә «Герой парталары» асылды.

Исемеңде ташҡа яҙма, халыҡ йөрәгенә яҙ, тигән мәҡәл тап Рәмил кеүек батырҙарға төбәп әйтелгән. Сөнки ул тере саҡта уҡ барлыҡ изге эштәре менән ғүмерлеккә үҙенә һәйкәл ҡуйҙы. Ваҡыт үтер, дәүер алмашыныр, әммә ҡаһарман яугирҙәр батырлығы халҡыбыҙ йөрәгендә мәңге һаҡланыр. Сөнки батырҙар ғүмере – мәңгелек! Ә инде һағыш менән туҡылған ғүмер йомғағын һүткән яугир әсәһе Рәсимә Зәки ҡыҙына, мәрхүмдең барлыҡ туғандарына ныҡлы һаулыҡ, күркәм сабырлыҡ, ғаилә бәхете теләге килә. Һуғыш-яуҙар үтеп, илгә тиҙерәк именлек килһен ине.

Рәйсә Хәсәнова, мәғариф ветераны.

Таулыҡай ауылы.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас