Ватан һағында
3 Март 2025, 14:05

Яугирҙәребеҙгә арнала

Ҡайта улар Ғәзиз әсәйҙәрҙең Маңлай һырҙарына һыҙылып. Атайҙарҙың Сикә сәстәренә Ап-аҡ ҡарҙар булып һибелеп. Батыр ирҙәр ҡайта Хәтер булып. Сабый булып ҡайта төштәрҙә. Яҙҙар һайын Тыуған ерен һағынып, Саңҡыу булып ҡайта ҡоштарҙа. Мәңге тынмаҫ Әрнеү булып ҡайта. Нәфрәт булып ҡайта дошманға. Ябалаҡлап Ҡарҙар булып яуа Ҡар бөртөгө ергә төшкәндә. Таңда төшкән Ысыҡ булып ҡайта. Ләйсән булып һибелә яҙҙарҙа. Һәм тағы ла... Парта булып ҡайта, Ҡарар өсөн беҙҙең күҙҙәргә...

Махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлайым.

Ир-егеттәр ҡайта

Тыуған илгә,

Бөркөттәр бит оя ташламай.

Ир намыҫы тынғы бирмәгәнгә,

Тамамламаҫ эште башламай.

Кемдер ҡайта

Һыңар аяҡтарҙа,

Ҡултыҡ таяғына таянып.

Кемеһелер

Контузия алып,

Йәшәү өсөн ҡаты алышып.

Ҡайта улар

Цинк табуттарҙа

200-се тип аталып.

Ҡыҫҡа ғына мәлгә

Ҡапыл балҡып,

Йондоҙ ише күккә атылып.

Ир-егеттәр ҡайта

Батыр булып,

Даны менән илгә танылып.

Йырҙар булып ҡайта,

Һөйгәненең

Йөрәк пәрҙәһенә яҙылып.

Ҡайта улар

Ғәзиз әсәйҙәрҙең

Маңлай һырҙарына һыҙылып.

Атайҙарҙың

Сикә сәстәренә

Ап-аҡ ҡарҙар булып һибелеп.

Батыр ирҙәр ҡайта

Хәтер булып.

Сабый булып ҡайта төштәрҙә.

Яҙҙар һайын

Тыуған ерен һағынып,

Саңҡыу булып ҡайта ҡоштарҙа.

Мәңге тынмаҫ

Әрнеү булып ҡайта.

Нәфрәт булып ҡайта дошманға.

Ябалаҡлап

Ҡарҙар булып яуа

Ҡар бөртөгө ергә төшкәндә.

Таңда төшкән

Ысыҡ булып ҡайта.

Ләйсән булып һибелә яҙҙарҙа.

Һәм тағы ла...

Парта булып ҡайта,

Ҡарар өсөн беҙҙең күҙҙәргә

Нурия Мортазина.

Байыш ауылы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас