Ватан һағында
27 Февраль 2025, 10:40

Иҫән һау ҡайтығыҙ, балалар!

Көтә һеҙҙе ғәзиз балалар, Төнөн йоҡламайҙар аналар(әсәләр). Иламай һуң бөгөн ҡайһыбыҙ? Тик, иҫән - һау, еңеп ҡайтығыҙ!

ИҪӘҢ ҺАУ ҠАЙТЫҒЫҘ, БАЛАЛАР!!

Ирек Ғабдрахманов көйө һәм һүҙҙәре.

1.Изге доға менән башлана,
Алһыу таңлы тыныс иртәбеҙ.
Түҙә алмайса киткән юлдарҙан, юлдарҙан,
Өмөтләнеп һеҙҙе көтәбеҙ.

Ҡушымта;
Көтә һеҙҙе ғәзиз балалар,
Төнөн йоҡламайҙар аналар(әсәләр).
Иламай һуң бөгөн ҡайһыбыҙ?
Тик, иҫән - һау, еңеп ҡайтығыҙ!

2.Ҡайтығыҙ һеҙ урап илдәргә,
Тәпәй баҫҡан тыуған ерҙәргә.
Һөйөнөстән бәхет йәштәре, йәштәре,
Бәреп сыҡһын моңһоу күҙҙәргә.

Ҡушымта; шул уҡ.

3.Юҡҡа сыҡһын ерҙә һуғыштар!
Дошмандарҙы утҡа атығыҙ!
Балалар хаҡына һорайбыҙ, һорайбыҙ,
Иҫән генә урап ҡайтығыҙ!!!

Ҡушымта; шул уҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас