Махсус хәрби операцияла Тыуған илебеҙҙе һаҡлап, Ватаныбыҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған Баймаҡ яугирҙәре менән барыбыҙ ҙа ғорурлана. Артур Хисмәтуллин да нәҡ шундай сая бөркөттәребеҙҙең береһе. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ваҡытында “Хан” позывнойлы яугиребеҙ менән рәхәтләнеп һөйләшеп алыу, егеттәребеҙҙең хәлен белешеү күңел йылыһын бирҙе.
- Артур, һинең махсус хәрби операцияға үҙ теләгең менән, хатта көсләшеп китеүең билдәле...
- (йылмая) Эйе. Махсус хәрби операция башланғас уҡ шунда атлыҡтым. Әммә минең биш балам барлығын белеп, ике мәртәбә кире борҙолар. Өсөнсө мәртәбә барғас, “Тағы ла һинме?, бигерәк ныҡыш икәнһең!” -тип алдылар.
- Шундай ҙур теләк, хатта атлығыу ниҙән икәнлеген әйтә алаһыңмы?
- Мин барһам, һуғыш бөтөр тип уйланым (йылмая). Бының үҙ әтнәкәһе лә бар. Ғаиләмде алып, Өфөгә күсеп барғас, бер нисә ойошмаға эшкә урынлаштым. Мин эшләй башлайым, ойошма ябыла ла ҡуя (көлә). Бер нисә мәртәбә шулай булды. Шуға күрә кәләшкә: “Мин хәҙер барыу менән, һуғыш бөтәсәк. Үҙем барып, еңеп, туҡтатып ҡайтмаһам булмаҫ”,-тинем.
- Артур, һинең йор һүҙле, шаян икәнлегеңде барыһы ла белә. Шулай ҙа махсус хәрби операцияға юлланыуыңдың етдиерәк тә сәбәптәре булғандыр.
- Эйе, махсус хәрби операция башланғас, иптәштәр, яҡташтар һәләк булып ҡайта башланы. Мин Өфөлә йәшәгәс, яугирҙәребеҙгә тәғәйен веноктарҙы хәстәрләп, батыр ир-егеттәрҙе табутта алып ҡайтып килгән машинаға һала инем. Мәңгелеккә күҙен йомған яҡташтарымды тыуған яҡтарға оҙатып ебәрәм дә, “мин дә шунда булырға тейешмен” тигән уй баштан китмәне. Шуға күрә Даян Мурзин исемендәге батыр башҡорт батальоны сафында булыуым менән ғорурланам.
- “Аҡса өсөн баралар” тигән фекергә ҡарашың?
- Бәлки, ундайҙар ҙа барҙыр, әммә һирәк. Минең менән ошоға тиклем себерҙә эшләгән ир-егеттәр бар. “Вахта менән күберәк эш хаҡы ала инем”,-ти улар. Шулай булғас, улар нисек аҡса өсөн килһен? Минең дә шәхси бизнесәм бар. Такси хеҙмәтен күрһәтәбеҙ. Уны кәләштең нескә иңенә һалып, сығып китеүе еңел булманы. Һәм, ысынлап та, үҙ эшемде киңерәк йәйелдереп, тағы ниҙәрҙер асып, аҡсаны тыныс урында ятып, күберәк эшләй алыр инем. Әммә Тыуған илде кем һаҡлай һуң? Бөйөк Ватан һуғышын үткән ҡартатайым иҫкә төшә. Ул да шулай уҡ илен һаҡлаған. Ватанды һаҡлау ир-егеттәргә быуындан - быуынға күсеп килгән изге бурыс бит.
- Ҡартатайың һуғыш тураһында һөйләй инеме?
- Юҡ. Ә беҙҙең ҡыҙыҡһыныу көслө ине. “Ҡартатай, һуғыш тураһында һөйлә әле”, - тип һорай инек. Ул: “Дошманыңа ла күрһәтмәһен, балалар”, -тиер ҙә, күҙҙәре йәшкәҙәп китер ине. Ул ваҡытта мин уны аңламай инем. Мин генә түгел, һуғышты күрмәгән бер кемдең дә быны аңлауы мөмкин түгел. Ә бына хәҙер аңланым. Ысынлап та, “дошманыңа ла күрһәтмәһен” һүҙҙәренә һуғыштың бар асылы - мәхшәре һалынған.
- Хәҙер, ҡартатайыңдан һораған кеүек, һинең кисерештәреңде лә һораусылар бармы?
- Кешеләр төрлө бит инде. Һуғыш тураһында һорағандар ҙа бар. Бәғзеләр: “Нисә кешене үлтерҙең?”-тип һорап аптырата. Хәҙер мин дә, ҡартатайым кеүек үк, һуғыш тураһында һөйләмәйем дә, һөйләй ҙә алмайым. Тормоштоң матурлығын күреп, яҡты киләсәк тураһында пландар ҡороп йәшәйек.
- Һинең йор һүҙле, һәр саҡ күтәренке кәйефтә булыуың иптәштәреңде лә дәртләндерә. Был ниҙән килә?
- Холҡом шулай (йылмая). Һуғышҡа инер алдынан кемдер һүрелеп-һүнеп киткәндәй тойолһа, уның кәйефен күтәрергә тырышам. Әле лә хәтеремдә, бер яугиребеҙ штурмға сығыр алдынан шоколад ашарға йөрөй. “Туҡта, туҡта, - тейем, - Шоколадты ошонда һалып китәбеҙ. Ҡайтҡас икәүләп ашарбыҙ”,- тинем. Шунда уҡ ҡарашы осҡонланып китте. Һәм, әлбиттә, яуҙан имен-һау сығып, ул шоколадты сәйгә ҡушып тәмләп ашап ҡуйҙыҡ.
- Ә бындай ышаныс-дәрт ҡайҙан килә һиңә?
- Кеше ҡурҡыуын еңергә тейеш. Был һуғышҡа ғына түгел, ғөмүмән, тормошҡа ҡағыла. Эштә лә, уҡыуҙа ла, мөнәсәбәттә лә, башҡа йүнәлештәрҙә лә ҡурҡыуҙы еңергә. Һуғышта был бигерәк тә мөһим. Ҡурҡыуыңды еңһәң, һин айыҡ аҡыл менән, уйлап эш итәһең. Күтәренке кәйеф менән башҡаларға ла ҡурҡыуын еңергә, шик-шөбһәләрен таратырға ярҙам итһәң, унан үҙеңә лә ыңғай энергия килә башлай. Һин – унан, ул һинән көс ала. Был һуғыш шарттарында еңеүгә этәргес ул.
- Районда яугирҙәребеҙ өсөн ярҙам йыйыу бик әүҙем бара. Һеҙ уларҙы алғанда ниндәй хис-тойғолар кисерәһегеҙ?
- Райондан, республиканан ярҙам йыш килә. Әлбиттә, беҙ бик рәхмәтлебеҙ. Яҡташтар бешергән сәк-сәк менән сәй эсеүе үҙе ни тора! “Беҙҙе онотмайҙар, беҙҙе хәстәрләйҙәр”- тигән уй һәр яугиргә көс бирә. Маскировка сеткалары, башҡа кәрәк-яраҡтар, балаларҙың хаттары... Уларҙы һанап бөтөргөһөҙ. Тыуған яҡтарҙан килгән иттән һурпа бешереп, уға районыбыҙ уңғанбикәләре ҡырҡҡан һалманы бешереүе өй йылыһын бирә.
- Артур, шулай ҙа беҙ, тылдағылар тип әйтәйек, яугирҙәргә нимәнелер биреп еткерә алмайбыҙ, бәлки, күҙ уңынан ысҡындырабыҙҙыр?
- (уйлана) Юҡ, ундай нәмә юҡ. Тыуған яҡтан барыһы ла килеп тора. Был йәһәттән барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Яҡташтарыбыҙҙың, республиканың һәр саҡ беҙҙең менән бергә булыуын тоябыҙ.
- Тыуған ауылың Беренсе Этҡолда ла күп эштәр башҡарылыуы билдәле.
- Эйе, был йәһәттән мин Беренсе Этҡол биләмәһендә йәшәгән яҡташтарға, ауыл биләмәһе башлығы Шамил Мәхмүтовҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Яңы йыл каникулы ваҡытында Хисмәтуллиндар нәҫеле ауылда концерт үткәрҙе. Беҙҙең нәҫел Буранбай ауылынан булған данлыҡлы Ҡотоевтарға барып тоташа. Улар ҙа сығыш яһаған концертта. Бик шәп үткән. Концерт аҡсаһына яугирҙәребеҙгә кәрәкле әйберҙәр алып, Баймаҡ ҡалаһындағы штабҡа алып барып тапшырылған. Шундай нәҫелдән булыуым менән ғорурланам. Ғөмүмән, тамырҙарыбыҙҙа ғилемле, ижади күңелле, йыр-моңға маһир туғандарым күп.
- Яҡшы ҡатын юҡтан ғына юрған һырыр, тигән аҡыллы халҡыбыҙ. Был йәһәттән һине бәхетлеләр рәтенә индерергә була.
- Эйе, Аллаһҡа шөкөр. Ҡатыныма һоҡланып һәм ғорурланып бөтә алмайым...
- Собханаллаһ. Бик шәп биш бала тәрбиәләйһегеҙ...
- Эйе, кәләшем Розалия Әмин ҡыҙы менән Азамат, Азалия, Әминә, Асия, Айһылыу исемле балалар үҫтерәбеҙ. Ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың “Тамыр” студияһында шөғөлләнеп, танылыу алыуы, яҡшы уҡыуы, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүендә Розалиямдың өлөшө бик ҙур. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ “Милләтебеҙ һәр саҡ йәшәһен өсөн ниҙәр эшләйәсәкһең?” - тигән һорауға “Биш бала табасаҡмын”,-тип әйткән кеше бит. Ә балаларҙы бағыу ғына түгел, дөрөҫ тәрбиәләү, уларға ваҡыт бүлеү мөһим. Был йәһәттән Розалиям һоҡланғыс әсә.
- МХО-ға контракт төҙөп китеүеңде ғаиләң нисек ҡабул итте?
- Кәләшем бер ҙә иламай-зарланмай, миңә ышаныс белдереп оҙатты. Балаларҙы ла шулай тәрбиәләй. Ялға ҡайтып киткәндә күмәкләшеп, матур итеп оҙатып ҡалалар. Улар минең имен-һау ҡайтасағыма ышаныуҙары һиҙелеп торғас, минең дә йөрәгем тыныс. Кәләш ғаиләбеҙҙең такси бизнесын дауам итә. Беләм, уға ауыр, әммә ул бирешмәй. Бал ҡорто кеүек бер тынғылыҡ белмәй. Эшләй ҙә эшләй. Өҫтәүенә, биш бала ҡарамағында. Әммә кәләш бер ҡасан зарланмай. Унан башҡаларҙың: “Һин нисек барыһына ла өлгөрәһең ул?”-тип һорағандарын беләм-ишетәм. Ғаиләбеҙҙә барыһын да Аллаһы Тәғәләгә тапшырып эшләйбеҙ. Шуға күңелдәребеҙ тыныс.
- Артур, һин эскелеккә ҡаршыһың, тәмәке лә тартмайһың.
- Эйе, быға бер сәбәп тә булғайны. Әле йәш саҡта ниндәйҙер байрам булып, егеттәр менән көмөшкә эскәйнек. Самопал булғандыр инде, ағыуландым. Иҙән буйлап тәгәрәп йөрөп ауырыйым. Шул саҡта Хоҙай Тәғәләгә ялбарҙым: “Әгәр ошонан тере ҡалһам, бер ҡасан да эсмәйем”. Шул саҡ аҡ болот мине осороп алып китте лә, ниндәйҙер тоннелдән үткәреп, миңә тәүҙә ожмахты күрһәтте. Унда аҡтан ғына кейенгән кешеләр ултыра: ирҙәр бер яҡта, ҡатындар икенсе яҡта. Шул тиклем һиллек, рәхәтлек. Унан тамуҡты күрһәтте. Бар нәмә баштүбән әйләнеп тора, ҡап-ҡара, ҡотһоҙ, шул тиклем шөҡәтһеҙ, йөрәкте ҡурҡыу баҫып алды. Унан: “Һинең алдыңда ике юл. Әгәр бер ҡасан да эсмәһәң, тормошоңда барыһы ла яҡшы буласаҡ. Кире осраҡта үлемең эсеүҙән һәм тиҙ булыр”.-тигән тауыш яңғыраны. Мөғжизә инде. Барыһы ла шул тиклем ысынбарлыҡта булды, ул төш түгел ине, тип уйлайым. Ошонан һуң дөрөҫ ҡарарға килеп, тормошом да тулыһынса яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе.
- Бар яҡты хыялдарың ҡабул булып, бәхетле йәшәү өсөн нимә эшләргә кәрәк, тип уйлайһың?
- Изгелек эшләргә. Ысынлап та, яҡшылығың әйләнеп ҡайта ул. Беҙ Өфөлә йәшәгәндә, эшһеҙ ҡалып, матди проблемалар барлыҡҡа килгәйне. Шул саҡта беҙгә туған да, таныш та булмаған ҡатын ярҙамға килде. Ул әле лә беҙгә хәстәрлек күрһәтергә әҙер генә тора. Шул саҡ мин ныҡ уйландым – был бит юҡтан түгел. Һәм ошо хәлдән алда ололарға саҙаҡа итеп күстәнәстәр таратып йөрөгәнем хәтеремә килде. Йәғни, һин яҡшылыҡ эшләйһең һәм уйламағанда, бигерәк тә үҙең ауыр хәлгә ҡалғанда, ул әйләнеп ҡайта. Шуға күрә мин юғалып ҡалған йә ҡыйын хәлдән сыға алмағандарға, хәйер бирегеҙ, тип әйтәм. Яҡшы йәшәргә теләйһең икән, саҙаҡа тарат, яҡшы эштәр эшлә. Әгәр хәйер бирергә аҡсаң юҡ икән, кешеләргә башҡа төрлө ярҙам итеп була бит. Был да саҙаҡа. Хатта ихлас йылмайыу ҙа – саҙаҡа.
- Таксила йөрөгәндә һиңә төрлө кешеләр менән аралашырға тура килгәндер.
- Эйе. Кешеләрҙең дә төрлөһө була. Кемеһелер маҡтай, кемеһелер, транспорт тығыны булып һуңлатһаң, әрләп төшөп китә. Ундайҙарға ҡаршы бер ҡасан да ҡаршы ирешмәнем. Йылмайып ғәфү үтенәм, кәрәк икән әйберҙәрен тупһаһына тиклем күтәреп алып барып ҡуям. Аптырап ҡарайҙар ҙа. Тынысланып артабан үҙ эше менән китә. Уның да кәйефе яҡшыра, үҙеңдең дә күңел торошоң тыныс тулҡында ҡала. Беҙҙең халыҡта, таш менән атҡанға, аш менән ат, тигән мәҡәл дә бар бит. Минеңсә, шулай йәшәһәң генә донъя йәмле булалыр. Хәҙер минең эшемде Розалия дауам итә. Әле эште башлаған ғына саҡта ла, кәләшкә ултырырға теләгән пассажирҙар күп була торғайны. Хәҙер ҙә шулай. Ул бик оҫта һәм хәүефһеҙ итеп йөрөтә машинаны.
- Ялың үтеп тә бара...
- Эйе. Бер яҡтан, беҙҙең арығанды барыһы ла аңлайҙыр. Шуға күрә ике аҙна ял етмәй ҙә ҡала. Икенсе яҡтан, бында булһам да, егеттәрҙең хәлен туҡтауһыҙ белешәм - “нисек һеҙ унда”, “штурм булдымы?”, “юғалтыуҙар юҡмы?”. Иптәштәр: “Һин беҙҙе уйлама, ял ит!”-тиҙәр. Шулай тип әйтһәләр ҙә, мин – уларҙы, улар мине бик һағынабыҙ. Бер ғаилә булып бөткәнбеҙ бит инде. “Һинең йылмайыуың, шаяртыуҙарың етмәй”, - тип әйтһәләр, күңелгә рәхәт булып китә. Беҙ һәр беребеҙ үҙ урыныбыҙҙа, беҙ – берҙәм һәм беҙ шуның менән көслөбөҙ.
- Киләсәккә уй-хыялдарың?
- Минең хыялдар күп бит ул (көлә). Төндә йоҡлағанда баш зыр әйләнеп, киләсәк, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, тағы ла ниндәйҙер эштәр асыу тураһында уйланып ятам. Һуғыш мәңгелек түгел бит. Илебеҙҙең, тыуған еребеҙҙең яҡты, матур киләсәге, аҡыллы һәм инсафлы балалар үҫтереү, кәләш менән бәхеттә генә оҙон-оҙаҡ йәшәү тураһында хыялланам.
- Әңгәмәң өсөн рәхмәт, Артур! Бар хыялдарың тормошҡа ашһын! Беҙҙең ҡайнар сәләмдәрҙе лә яугирҙәребеҙгә еткер – имен-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Гүзәл Салихова әңгәмәһе.