Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ватан һағында
23 Февраль 2025, 07:10

Арыҫлан йөрәкле "БАШҠОРТ"

Батыр йөрәкле "Башҡорт"то һәм бар яугирҙәребеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән бар күңелдән ҡотлайбыҙ! Беҙ һеҙҙең менән һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ һәм Еңеү менән, имен-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!

Арыҫлан йөрәкле "БАШҠОРТ"Арыҫлан йөрәкле "БАШҠОРТ"
Арыҫлан йөрәкле "БАШҠОРТ"

Ата-бабаларыбыҙҙың яугирлыҡ рухы йылдар, быуаттар дауамында ир-егеттәребеҙҙе ҡуш йөрәкле, батыр күңелле итәлер. Махсус хәрби операция башланғас был айырыуса һиҙелде. Уңайлы тормошон, яҡшы эшен, ғаиләһен, балаларын ҡалдырып, “Ватан саҡыра!” -тип батырҙарыбыҙ Тыуған ил һағына баҫты.

Улар араһында мәктәп, унан үҙенә оҡшаған һөнәрҙе үҙләштереп, әрме сафында бурысын үтәгәндән һуң, яугирҙәр сафына баҫыусылар бар. Шундай шәп, ҡыйыу егеттәрҙең береһе ул - "БАШҠОРТ"!

Башҡорт” позывнойын алған йәш егет ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иптәштәренең ихтирамын яулай. Ҡыйыу, һәр эште урын-еренә еткереп үтәгән, командирҙарының тик хуплау һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булған яугир мәрхәмәтле булыуы, тәбиғәтте яратыуы менән дә айырыла. Үҙҙәренең янына аҙашып килгән бесәй балаһын да матурлап тәрбиәләп ала. Һуғыштан ялға сыҡҡан ваҡытта яугирҙәрҙе тере йән эйәһенең һағынып көтөп алыуы уларға өй йылыһын өләшә.

Батыр йөрәкле "Башҡорт"то һәм бар яугирҙәребеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән бар күңелдән ҡотлайбыҙ! Беҙ һеҙҙең менән һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ һәм Еңеү менән, имен-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас