Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
20 Декабрь , 15:15

Берҙәм һәм көслө команда

Һуғыш, үкенескә ҡаршы, юғалтыуһыҙ булмай. Йыш ҡына һәләк булған яугирҙәрҙең шәхесен билдәләү, уларҙы табыу өсөн ДНК анализы кәрәк була. Был анализды ир-егеттәрҙең иң яҡын туғандары тапшыра һәм шуға ҡарап мәрхүмдәр табыла. «Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы табыу маҡсатында беҙ яугирҙәрҙең яҡындарынан ДНК анализы өсөн материалдар алабыҙ. Бының өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй, ул бушлай эшләнә. Шуға күрә яугирҙәрҙең туғандары беҙгә был мәсьәлә буйынса ла мөрәжәғәт итә ала. Беҙ район хакимиәтенең беренсе ҡатында урынлашҡанбыҙ», - тине Альбина Рафаэль ҡыҙы...

Берҙәм һәм көслө команда
Берҙәм һәм көслө команда

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолған “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кешеләр өсөн иң кәрәкле хеҙмәттәрҙең береһенә әүерелде.

Был ойошма махсус операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эше менән шөғөлләнә. Фондтың төп маҡсаты — ветерандарҙы һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләрен тейешле ярҙам саралары менән тәьмин итеү. “Ватанды Һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Гөлнур Ҡолһарина етәкләй. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙының локаль ҡораллы конфликттарҙа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы социаль-психологик реабилитациялауҙы ойоштороуҙа ҙур тәжрибәгә эйә булуын да билдәләп үтергә кәрәк.

Баймаҡ районында “Ватанды һыҡлаусылар” фонды эшен Альбина Шәһәҙәтова (өлкән социаль координатор), Гөлназ Заманова, Нурия Биксурина берҙәм һәм көслө команда булып тупланып башҡара. Уларҙың барыһы ла эшенә яуаплы ҡарауы менән айырыла, һәр яугирҙең, уларҙың яҡындарының проблемаһын йөрәге аша үткәреп эшләй ҡыҙҙар.

Фондтың төп маҡсаты — ветерандарҙы һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. Филиалыбыҙҙың эшмәкәрлеге махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған йәки яраларынан вафат булған яугирҙәрҙең ғаиләләре хәстәрлек тойһон һәм ғәҙәти тормошҡа кире ҡайтһын өсөн ойошторола. Ветерандар һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән даими бәйләнештәбеҙ. Был хәҙерге ваҡытта иң мөһим йүнәлеш икәнлеген аңлап эш итәбеҙ. Ярҙамға мохтаж һәр ветеран ярҙамды ваҡытында һәм тулы кимәлдә алырға тейеш. Был йәһәттән барыһын эшләргә тырышабыҙ. Әлбиттә, иң тулҡынландырғаны һәм ҡәҙерлеһе, ул — яугирҙәрҙең һәм уларҙың яҡындарының рәхмәт һүҙҙәре. Ярҙам итә алыуыбыҙға ҡыуанып эшләйбеҙ”,-тине Альбина Рафаэль ҡыҙы.

Фонд эшмәкәрлегенең йәнә бер мөһим йүнәлеше – махсус хәрби операция ветерандарын реабилитациялауҙың техник саралары: юғары технологиялы протездар, инвалидтар өсөн яйлы, яҡшы йөрөшлө коляскалар менә тәьмин итеү. Был йәһәттән дә маҡсатлы эш алып барыла. Был эште башҡарыуға, шулай уҡ реабилитациялауҙың техник сараларына заявка биреү өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы фонд филиалына мөрәжәғәт итергә тейеш.

Һуғыш, үкенескә ҡаршы, юғалтыуһыҙ булмай. Йыш ҡына һәләк булған яугирҙәрҙең шәхесен билдәләү, уларҙы табыу өсөн ДНК анализы кәрәк була. Был анализды ир-егеттәрҙең иң яҡын туғандары тапшыра һәм шуға ҡарап мәрхүмдәр табыла. «Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы табыу маҡсатында беҙ яугирҙәрҙең яҡындарынан ДНК анализы өсөн материалдар алабыҙ. Бының өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй, ул бушлай эшләнә. Шуға күрә яугирҙәрҙең туғандары беҙгә был мәсьәлә буйынса ла мөрәжәғәт итә ала. Беҙ район хакимиәтенең беренсе ҡатында урынлашҡанбыҙ», - тине Альбина Рафаэль ҡыҙы.

Яугирҙәр менән эшләгән Баймаҡ районының социаль координаторҙары Республика Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип иғлан ителгән 2025 йылда эштәрен тағы ла көсәйтеү маҡсатын ҡуйып йәшәй. Изге эш башҡарыусыларға яугирҙәребеҙ, яҡындары, яҡташтарыбыҙ исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уңыштар теләйбеҙ!

Гүзәл Салихова.

 

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: