Хәмзә хәҙрәт Хафизовты республикала ғына түгел, ә тотош илебеҙҙә белмәгән кеше юҡтыр. Махсус хәрби операция башланғас ул республика Башлығы Радий Хәбировҡа яугирҙәр янында булырға теләүен белдерҙе. Күп тә үтмәй ул юлға сыға. Уның менән бергә православие дини әһеле отец Виктор ҙа китә. Сираттағы ялға ҡайтҡан Хәмзә хәҙрәт менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Хәмзә хәҙрәт, был беҙҙең һеҙҙең менән беренсе әңгәмә түгел. Шулай ҙа һәр саҡ күп яңылыҡтарҙы, егеттәребеҙҙең хәлен һеҙҙән беләбеҙ. Һеҙ оҙаҡҡа ҡайттығыҙмы?
- Бисмиллаһи – рахмани -рәхим. 2022 йылдан алып егеттәр менән бергә йөрөгәнемде беләһегеҙ бит инде. Полковой имам итеп ҡуйылғанмын. Беҙ отец Виктор менән республикабыҙҙың мөһим сараһына – һайлауға ҡайтҡайныҡ. Унан Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналарҙа ҡатнаштыҡ. Тегендә егеттәрҙең беҙҙе көтөүен беләбеҙ. Юлға ҡабаланып йөрөгәндә мөфтөй Тәлғәт Таджетдин мөһим сараға саҡырҙы.
- Был конференциялы башҡа илдәр ҡатнаштымы?
- Форум ислам донъяһы университеттары федерацияһы һәм мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса ИСЕСКО – Ислам ойошмаһы (ICESCO – Islamic world Educational, Scientific and Cultural Organization) ҡатнашлығында үтте, уның составына 54 ил инә. Сарала дәүләт власы органдары вәкилдәре, ғалим-теологтар, ислам белгестәре, теологтар, дин белгестәре, тарихсылар, фән һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм студенттары, шулай уҡ Марокко, Палестина, Тунис, Төркиә, Һиндостан, Иордания, Ираҡ һәм Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Үзбәкстандан дин әһелдәре ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 470-тән ашты. Әлбиттә, бында махсус хәрби операция тураһында ла һөйләштек.
- Ошондай мөһим сараларҙан тыш һеҙҙе төрлө колледж, мәктәптәргә лә барып өлгөрәһегеҙ...
- Үкенескә, барыһына ла барып етеп өлгөрөп булмай шул. Ялда саҡта ла һәр минут һанаулы. Шулай ҙа балалар менән осрашыуҙарға йөрөргә тырышам. Сөнки улар беҙҙең киләсәгебеҙ. Беҙ уларҙы тәрбиәләргә тейешбеҙ. Был юлы етем балалар уҡыған һөнәри колледжға саҡырҙылар. Завучтары саҡырып торғас, уларға ваҡыт юҡ тип әйтә алманым. Балалар йортонан сығып, колледжға килгәс, улар үҙҙәрен бәйҙән ысҡынған кеүек тота башлай. Шуға күрә отец Виктор менән бергә барҙыҡ, һөйләштек. Балалар бик асыҡ, өмөтлө.
- Ғаиләгеҙгә ваҡытығыҙ ҡаламы һуң?
- Һәр саҡ түгел шул. Әле лә егеттәр янына юлға сығыуымдың тотҡарланыуының сәбәбенең береһе ейәнсәрем булды. Ул Эске Эштәр министрлығы мәктәбенә уҡырға ингәйне. Присяга бирҙе. Уға бармайынса ла булмай ине, сөнки ныҡ үпкәләй. “Тататай (ул мине шулай тип йөрөтә), мин мәктәпте тамамлағанда ла, һуңғы ҡыңғырауға ла килмәнең, ошондай көнгә лә килмәйһеңме ни?”-тигәс, уның присягаһына ҡалдым. Улар хәрби хеҙмәттә кеүек йәшәйҙәр, иртәнсәк тороп 5 саҡрым йүгерәләр, унан киске етегә тиклем дәрестәр. Арыйҙар, әммә бындай һөнәрҙе һайлағанғандар икән, тимәк, сыҙамлы булырға тейештәр.
- Хәҙер юлға әҙерләнә башланығыҙ?
- Эйе, иң тәүҙә машинаның ҡышҡы тәгәрмәстәрен һалып алдым. Унда ҡыш беҙҙәге кеүек түгел ул. Декабрһеҙ ҡар яумай. Шулай ҙа ныҡ ҡына туңдыра. Егеттәр: “Хәҙрәт, ҡасан киләһегеҙ?” - тип смстар яҙалар.
- Ә ниндәй мессенджерҙар аша бәйләнеш тотаһығыҙ?
- Телеграм. Ватсап аша ла яҙырға була ул, әммә уны дошмандар ҙа уҡыуы бар. Телеграм йәшеренерәк булыуы менән оҡшай.
- Нимә тип яҙа беҙҙең батырҙар?
- Күберәк үҙ хәлдәрен. “Беҙ бөгөн штурмға барабыҙ”, “Бына штурмдан ҡайттыҡ”. Әле уларға байраҡтар, шеврондар, доғалыҡтар әҙерләп йөрөйөм. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер яугирҙәребеҙ һәләк була. Уларҙы ерләргә лә йөрөйөм. Баймаҡҡа ҡайтҡанда Байым ауылынан Рөстәм исемле, ҡушаматы - “Большой”, егетте ерләнек. Ул ысынлап та әзмәүерҙәй егет ине. Минең өсөн иң ҡыйыны шул – егеттәребеҙҙе юғалтыу. Уларҙың барыһын да тиерлек беләм. Нисек булһа ла, юғалтыуы бик ауыр.
- Яугирҙәр менән бергә булғанда улар ниндәйҙер үтенес белдерәме?
- Эйе, төрлө дини байрамдарыбыҙҙы үткәргәндә, былай көндәрҙә лә бергәбеҙ. Осрашабыҙ, аралашабыҙ. Уларҙы фотоға төшөрөп алғандан һуң, “Хәҙрәт, беҙҙе битте ҡапламағыҙ”,-тиҙәр. “Биттәребеҙҙе ҡаплағас, ни өсөн төшөрәләр ул беҙҙе?”-тип тә әйтәләр. Шуға күрә мин уларҙың йөҙҙәрен ҡапламай интернетҡа ҡуям. Ҡайһы бер кешеләр бының өсөн үпкәләй. Әммә мин егеттәрҙең үтенесен кире ҡаға алмайым. Бер яҡтан бындай фотоларҙың файҙаһы ла бар. Кемдер күптән яҡыны менән бәйләнешкә ингәне юҡ, унан миндә күреп ҡала. “Хәҙрәт, ҡасан осраштығыҙ? Күптән һөйләшкәнебеҙ юҡ”,-тип яҙалар, тере икәненә ҡыуаналар. Тағы бер йүнәлеше, әлбиттә, был фотолар тарих булып ҡаласаҡ.
- Батырҙарыбыҙға ярҙам барып етеп торамы?
- Яугирҙәргә, уларҙың яҡындарына ярҙам итеү буйынса беҙҙең Башҡортостан – лидер. Кем менән һөйләшһәң дә, барыһы ла ир-егеттәргә ярҙам әҙерләй. Октябрь айында тағы бер ярҙам әҙерләнә, унда дрондар, антидрондар һ.б. буласаҡ. Һәр ауылды алып ҡарайыҡ: йәшенән өлкәненә тиклем туҡмас ҡырҡып, турамалар ябып, ойоҡбаштар бәйләп ултыра. Маскировка сеткаларын күпләп әҙерләйҙәр. Һеҙ уйламағыҙ ул ябай ғына нәмә тип. Ул һалдат, техниканы ғына ҡапламай, ә осоп килгән дронды тотоп алып ҡала. Маскировка сеткаһына дрондың вентиляторы эләгеп, сырмалып, ул һауала шартлай. Уйлап ҡарағыҙ, бына шул маскировка сеткалары күпме яугирҙең ғүмерен һаҡлап ҡала. Шуға күрә уларҙы үргән һәр кемгә Аллаһы Тәғәләнең мең рәхмәте булһын!
- Һеҙҙең иң ҙур теләгегеҙ ниндәй?
- Әлбиттә, һуғыштың тиҙерәк бөтөп, ир-егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтып, яҡындары менән бергә булыуы өсөн көн-төн доға ҡылам. Балаларын үҙҙәре мәктәпкә оҙатһын ине. Бына ике йыл рәттән беҙ яугирҙәребеҙҙең кескәйҙәрен етәкләп беренсе класҡа алып барабыҙ. Мин дә шундай атаһын һағынып көткән бәләкәс кенә ҡулды тотоп класына оҙаттым. Киләһе йыл быны яугирҙәребеҙҙең үҙҙәренә эшләргә яҙһын, иншаллаһ. Балаларын үҫтереп, матур итеп йәшәһендәр.
- Яугирҙәребеҙҙең кәйефе нисек?
- Башҡортостан егеттәре үҙҙәрен бик ҡаһарман тота. Әйтәйек, беҙ Красный Лучтан Херсонға, унан Запорожье яғына сығабыҙ. Унда илебеҙҙең төрлө подразделениелары тора. Төнгә ҡалһаҡ, беҙ уларға инеп йоҡлап сығабыҙ. Улар беҙҙе ашаталар, йоҡлар урын бирәләр. Араларында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа килеп сыға. Беҙҙең етәкселек уларҙың унда булыуын белмәүе лә ихтимал, шуға күрә беҙҙән гуманитар ярҙам да барып етмәүе бар. Туғандары унан үпкә белдерә бит инде. Эш шунда: ҡайһы бер ир-егеттәребеҙ икенсе өлкәнән китә. Уларҙы нимә менән ылыҡтыраларҙыр инде. Шул уҡ ваҡытта яҡындары үҙ ерендә ҡала бит. Ярҙам һорап, улар урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Бөгөн яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына 60 төрлө ярҙам бар республикабыҙҙа. Бер хакимиәт тә “һин себерҙән киттең йә башҡа ерҙән” тип әйтмәйәсәк. Шулай ҙа, минең аңлауымса, әгәр Ватан һағына баҫырға теләк белдергәнһең икән, быны үҙебеҙҙең сәскә кеүек Башҡортостаныбыҙ аша эшләргә кәрәктер. Һәр кем үҙенең тыуған еренең, республикаһының һәм иленең патриоты булырға тейеш.
- Төрлө подразделениеларҙа беҙҙең башҡорт егеттәре тураһында ла һүҙ сығалыр?
- Эйе. “Башкортостан? О, ваши ребята такие отважные, дружные, ловкие. Уважаем!” тейҙәр. Шул тиклем ғорурлыҡ кисерәбеҙ шундай һүҙҙәрҙе ишетеп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер икенсе өлкәнән килгән егеттәр эскелек менән мауыға. Беҙҙә ундай хәл бөтөнләй юҡ тип әйтмәйем, бар, әммә ул, русса әйткәндә, массовый характерҙа түгел. Бында эскән кеше, тегендә лә эсергә маташа ул. Әммә һуғышта улар улай иркен эсә алмай. Сөнки беҙҙең замполиттар бар, беҙ ҙә яугирҙәр менән тәрбиәүи эш алып барабыҙ. Яугирҙәребеҙҙең дингә ынтылыуы ла ҡыуаныслы. Егеттәр беҙҙең килгәнде көтөп кенә тора. “Хәҙрәт, әйҙә ҡорбан салайыҡ”, тип мөрәжәғәт итәләр. Ҡайҙандыр һарыҡ табалар. Сөнки беҙҙәге кеүек һарыҡ юҡ унда. Ҡорбанлыҡ эҙләп 40-50 саҡрым сығып та китәләр. Бер-береһенә шылтыраталар йә “Ахмат”тан барып алалар. Чечендарға был яҡтан еңелерәк, уларҙың һарыҡтары һәр саҡ була, сөнки улар яҡын урынлашҡан. Ә Башҡортостандан алып барып еткереүе бик ауыр. Шуға күрә Тәлғәт Тәжетдин Ростовтың һәм Луганскийҙың мөфтөйҙәренә аҡса күсереп, улар беҙгә 15 һарыҡ ебәрҙе. Ҡорбан байрамында яугирҙәр менән ҡорбан салып, доғалар ҡылдыҡ. Ҡорбандың көсө бик ҙур бит ул. Шуға күрә барығыҙ ҙа был изге ғәмәлде үтәп тороғоҙ. Мәүлет айы бара, мәүлеттәр үткәрегеҙ. Мәсеттәге имамдарға әйтеп доғалар ҡылдырығыҙ, һуғыш бөтөүенә доғалар ҡылығыҙ. Был бик мөһим.
- Яугирҙәрҙең буш ваҡытында уйнап-көлөүен күреп ҡыуанабыҙ...
- Егеттәрҙең секунд һайын үлем аҫтында йөрөүен онотмағыҙ. Уларға һәр мәл ҡәҙерле. Шуға күрә мөрәжәғәт иткән һәр подразделениеға барабыҙ. Отец Виктор гитарала уйнай, концерт ҡуя. Мин дә ҡайһы саҡта гармунда уйнайым. Тылдағы ҡайһы берәүҙәр “Ана, мулла гармунда уйнай” тиһәләр ҙә, яугирҙәр һорағас, баш тартмайым. Ҡурайҙа һыҙҙыртам. Сит өлкәнән килгән ир - егеттәр аптырап уны тотоп-тотоп ҡарай, ҡайһы еренән көйө сыға ул. Мин үҫеп ултырған ҡурайҙы ла ҡырҡып алғанмын.
- Һәләк булған егеттәрҙе “шәһит китте” тейҙәр. Ошо хаҡта аңлатып үтһәгеҙ.
- Шәһит кем ул? Ул Аллаһы Тәғәләнең иң яҡын кешеләре. Улар ожмахта пәйғәмбәрҙәр менән бер рәттән, бигерәк тә беҙҙең Мөхәммәт пәйғәмбәр менән бергә буласаҡ. Улар тура ожмахҡа инәсәк. Улар үҙҙәре генә инергә теләмәй: “Йә Яраббым, минең менән бергә атайымды, әсәйемде, хәләл ефетемде, балаларымды ла индер” тип әйтәсәк. Уларға был мөмкинсеклек биреләсәк. Һәм шәһиттәрҙең Аллаһҡа тағы бер үтенесе буласаҡ. “Раббым, мине әҙгә генә фани донъяға ҡайтар. Мин үҙемдең үлемемде тағы берҙе ҡабатлайым” ти. Сөнки улар Аллаһы Тәғәләнең бар ниғмәттәренә эйә буласаҡ. Ни булһа ла һәләк булған егеттәребеҙ ожмахта булһын, ҡалғандары имен-һау әйләнеп ҡайтһын.
- Һуғышта Аллаһҡа ышанмаған кеше булмай, тейҙәр. Был шулаймы?
- Әлбиттә. Секунд һайын үлем һағалағанда атеист булғандар ҙа нимәгәлер ышана башлай.
- Хәмзә хәҙрәт, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең яугирҙәргә ҡайнар сәләм әйтегеҙ. Һеҙҙе имен-һау көтәбеҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.