Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
18 Сентябрь , 15:25

Имен-һау ғына ҡайтығыҙ, батырҙарыбыҙ!

Көн һайын, сәғәт һайын ҡылған доғаларыбыҙ, биргән хәйерҙәребеҙ ҡабул булһын! Ир-егеттәребеҙ теүәллектә, имен-һау ҡайтһын!

"ҺАЛДАТ ЙЫРЫ"
Айзилә МОРТАЕВА, Айнур ӘМИРОВ һүҙҙәре,
Илназ ҮҘӘНБАЕВ көйө. Илназ ҮҘӘНБАЕВ йырлай.

Тыныс ине ғүмер күгем,
Йәшәй инек һөйөп, көлөп.
Ҡайҙан килде афәт, һуғыш?
Йөрәк тулы яра, һағыш.

Күкте баҫҡан ҡара болот,
Минең күңел шуға бойоҡ.
Киттем дуҫтар, мин алыҫҡа.
Киттем дуҫтар, мин һуғышҡа.

Янда бара яҡын дуҫым,
Ул да моңһоу, ул да тотҡон.
Бер-беребеҙгә беҙ терәк,
Иҫән ҡайтыу беҙгә кәрәк.

Дуҫым әйтә: "Бойоҡма һин,
Ҡайтырбыҙ беҙ быйыл йәйен!
Терәк булып килдек бергә,
Ҡайтырбыҙ беҙ тыуған ергә!"

Ҡайталмаһам онотмағыҙ,
Яҡты хәтер һеҙ һаҡлағыҙ!
Мин ҡайтырмын яҙҙар һайын,
Япраҡ ярһа ап-аҡ ҡайын.

Автор:
Читайте нас: