СӘЛИМЙӘН БӘҘРЕТДИНОВ
ӘҘӘМ ЫШАНМАҪЛЫҠ СӘЙӘХӘТ
1944 йыл. Апрель. “Бәләкәй түбә”, “Яйыҡ”, “Ҡалҡан” колхоздары рәйестәре Ишмәкәй ауылынан Мөхәмәҙи Буранбаевты, Илтабандан Әхмәт Закировты, Ҡалҡандан Фәрзәнә Йосопованы саҡыртып ала. Мөхәмәҙи туғыҙ йәшендә инәйһеҙ ҡалған, тормоштоң әсеһен татырға өлгөргән йәтим. Бығаса мал ҡарап, ер тырматып, ашлыҡ һуғып, башҡа хужалыҡ эштәрен бөтөрөшкән ун алты йәшлек үҫмерҙәргә һүҙ бер үк:
– Ҡустым... һеңлем... Оло ағайҙарығыҙ һуғышта. Ҡайтҡандары ғәрип. Эш кешеләре етешмәй. Дошмандан азат ителгән ерҙәргә мал ҡыуышырға һеҙҙе лә ебәрмәй әмәл юҡ. Иртәгә үк Учалыға заготскотҡа барығыҙ...
Үҫмерҙәр ниндәй оҙон, ҡыйын юлға сығасаҡтарын да белмәй, уны күҙ алдына ла килтермәй. Туйғансы ашарға алырға аҙыҡ-түлеккә ҡыҫаныс. Фәрзәнәгә өйҙән һоло ононан бешерелгән ике йәймә, Мөхәмәҙигә бер нисә һоло күмәсе бирәләр. Әхмәт байыраҡ, уның тоҡсайында – биш килограмм һоло. Үҫмерҙәр ошо ризыҡтарын тотоп, өҫтәрендә бер ҡат күлдәк-ыштан, бишмәт менән Учалы ауылындағы мал йыйыу урынына бара.
Яҙ иртәләгән, ҡар иреп бөткән. Азат ителгән ерҙәргә оҙатырға колхоздарҙан тана-торпо йыялар. Килгән малды ябып, ас тотоп булмай, көтөргә алып сығалар. Шул ваҡытта Фәрзәнә зыяратта бер ябыҡ эттең бала ҡулын кимереп йөрөткәнен күрә. Зыҡ ҡубып, шаулашып, эттән ҡулды һалдырып алалар һәм ерләйҙәр. Күрәһең, бала үлгәс, ҡышҡы ҡаты һыуыҡта туң ерҙе соҡоп ҡәбер ҡаҙырлыҡ та ир-ат булмаған. Әле ас эт арлы-бирле күмелгән мәйеттең ҡулын умырып алған. Һуғыш юҡ ерҙә ошондай йән өшөткөс күренеш, ә яу ҡырҙарында хәлдәр ҡот осҡостор инде.
Яйыҡ буйында ла халыҡ ас-яланғас көндәр кисерә, үҫтергәнде-йыйғанды фронтҡа оҙата, әле ҡара ергә баҫыуҙы дүрт күҙ менән көтә. Шулай ҙа башҡорттар бөлгөнлөккә төшкән колхоздарынан, үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, илбаҫарҙарҙан хәтһеҙ ҡаза күргәндәргә, донъяһыҙ тороп ҡалғандарға ебәреү өсөн дүрт йөҙ баш самаһы тана-торпо йыйҙы. Бәлә-ҡаза күргәндәргә, ҡайғы кисергәндәргә ярҙам ҡулы һуҙыу башҡортта әүәлдән килгән изге йола. “Кешегә шәфҡәт ит, уҙаманға хөрмәт ит” тигән аманат әйткән олатайҙар. Ә һыйыр биреү ғәйәт ҙур шәфҡәт! Бит һыйыры барҙың һыйы бар.
Шәфҡәт өсөн тупланған мал алып барыу өсөн өс көтөүгә бүленә, һәр көтөүҙе ете кеше оҙата бара. Гуртоправтар, йәғни көтөү башлыҡтары итеп Әһел Мөбәрәков, Ғәбиҙулла Кәлимуллин, Петр Петухов тәғәйенләнә. Таныулы булһын, юғалмаһын өсөн таналарға тамға һуғыла. 5 апрелдә, төштән һуң, егерме бер кеше өс көтөүҙе әйҙәп, меңәр-меңәр саҡрымлыҡ юлға сыға. Әйҙәүселәр йәйәү. Тик сиған арбаларына оҡшатып тауар менән көпләнгән алты арбаға аттар егелеп, юл кәрәк-ярағы тейәлгән, бер мылтыҡ та һалынған. Баш осонда ҡыҙыл әләм елберҙәй. Ағас күсәрле башҡорт арбалары ғәжәп ныҡ булған икән, ҡырылмай-нитмәй Украинаға хәтле тәгәрәй.
Төрлө хужалыҡтан йыйылған мал буйһонмаҫҡа итә, ҡасыу яғына ҡайыра. Ҡасҡандарын ҡыуып, кире бороп, Мөхәмәҙи, Әхмәт һәм юлдаштары аһылдағансы йүгерә. Уларға ололарҙан-оло, изгеләрҙән-изге бурыс йөкмәтелгән, уны намыҫ менән үтәргә кәрәк. Арыһаң-талһаң да, хәлдән яҙһаң да, таш яуһа ла.
Тәүге көндө ун биш саҡрымлап ара үтеп, Иманғол ауылы янында туҡталыш яһайҙар. Иртәгәһенә таң һарыһынан ҡуҙғалалар. Сыбыртҡылар шартлай, “һәш-һәш», “әйҙә-әйҙә” тигән тауыштар тынмай, тамаҡтар ҡарлыға. Оҙон көн буйы тәпәйләп, аяҡтар талып, арманһыҙ булалар. Байрамғол ерендә хәл итәләр. Өсөнсө көндө Ҡаҙаҡҡол күперен сығып, ялға туҡтайҙар. Тәндәре яҙылырға ла өлгөрмәй, Белоретҡа табан йүнәләләр, текә, оҙон-оҙон үрҙәр үрләйҙәр, тау-түбәләрҙе артылалар, ҡара урмандар үтәләр. Көтөүҙәрҙе бер-бер артлы алып баралар, бер баш малды ла күҙҙән яҙҙырырға, юғалтырға ярамай.
Көн артынан көн үтә. Урау булһа ла, юл буйлап китәләр. Апрель айы бит әле, юлдар бысраҡ. Тиренән тегелгән аяҡ кейемдәре, сарыҡтар еүешләнеп, ебеп, эшлектән сыға. Белореттың ауыр юлдарын үтеп, Ишембай еренә аяҡ баҫалар. Маҡарҙа һәр кемгә бер нисәшәр пар сабата һатып алалр. Улар ҙа оҙаҡҡа сыҙамай, таушала. Үҫмерҙәр ялан аяҡ та мал ҡыуа, ҡарттар әйтмешләй, нужа ҡалас ашата. Ләкин юлсылар ярым-яңғыҙ түгел, бер-береһенең хәленә керер, кәйефен күтәрер, донъяла күпте күргән һәм башынан уҙғарған юлдаштары бар. Аҡҡужанан Әүәл ҡарт, Әсмә әбей, Сәфәрҙән Таһир ҡарт, Ураҙҙан Разия еңгә, Ҡоҙаштан Таһира Ямалетдинова, Илтабандан Зыя Сәғитов, Ахундан Рәсүл Дауытов, Кирәбенән Шереметов, Вознесенканан урыҫ малайы Нил инәһе менән... Нил Мөхәмәҙиҙе, Әхмәтте урыҫсаға өйрәтә, башҡорт араһында йәшәгәс, башҡортса йырлап та ебәрә:
Алтын мәсет яналыр,
Алтындары тамалыр.
Алтын кеүек атаҡайым
Төрмәләрҙә яталыр.
Ниңә шулай йырлағандыр? Тиңдәштәре төпсөнмәй, ирмәк күреп, уны йырлата ғына. Бәлки, Нилдең атаһына ла “халыҡ дошманы” ярлығы йәбештереп, ҡулға алған, төрмәгә япҡан булғандарҙыр. Бәлки, ул йырҙы икенсе берәүҙән отоп алғандыр. Ә Таһир ҡарт иһә сабата кейеп һәлпәндәүҙе йырға һалып:
Лапти пляшут,
Лапти пляшут,
Лапти песенки поют, –
тип урыҫса көй һупалай. Ҡалай итеп булһа ла күңелдәрҙе күтәреп, аҙымдарҙы еңеләйтеп атлайҙар ҙа атлайҙар. Барыу юлын һыулауға ҡарап билдәләйҙәр, был хаҡта ауыл кешеләренән белешәләр. Әлбиттә, һыйыр аяғы менән әллә ни юл ырамай. Әммә көн һайын алға барғас, байтаҡ ер-һыу үтәләр. Мал ҡыуыусылар тотҡарланырға тырышмай, мәгәр Өфө эргәһендәге Сиған яланында оҙаҡ ҡына туҡтап торалар.
Юлдың ыҙаһы күп. Башҡортостанды сыҡҡансы Ағиҙел йылғаһын биш мәртәбә кисәләр. Малдар йөҙә, ағып, арғы ярҙың төрлө урындарына барып сыға. Йүгерешеп йыйып килтерәләр. Ололарҙан кемдер һамаҡ та әйткеләй:
Ат башына көн килһә,
Ауыҙлығы менән һыу эсер.
Ир башына көн килһә,
Сабатаһы менән һыу кисер.
– Даръяға төшөү нимә ул? Башыңа төшһә, башмаҡ булырһың, күлдән һурпа эсерһең, – тип, мәрәкәләп яуаплайҙар. Әле ирҙәр генә түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сабатаһы менән һыу кисә, ергә ятып һыу эсә. Иҙел кискәс, үҫмерҙәргә лә иҫ керә. Донъяның әсе-сөсөһө бына ҡалай була икән...
Төнгөлөккә мал ашарлыҡ ҡау, япраҡ булған ерҙәргәрәк туҡтайҙар. Ҡатын-ҡыҙ һыйырҙарҙы, быҙаулаған таналарҙы һауа. Һөт-ҡаймаҡ мул, теләгәнсә эсәләр. Ойотҡоһон сепрәк тоҡсайҙарға һалалар, һыуы һарҡҡас, эремсеген ашайҙар. Дегет-фәлән булмағас, шығыр-шығыр иткән арба тәгәрмәстәрен дә ҡаймаҡ менән майлайҙар. Һөт менән генә тамаҡ туймай, әлбиттә. Икмәк бешереү йорто булған урындарҙан икмәк тә алалар.
Туҡталыштарҙа усаҡ яғалар, тирәләй ултырып йылыналар. Төндәрен һалҡын. Шуға ла усаҡ урындарының көл-күмерен һыпырып ташлап, йылы ергә ятып серем итәләр. Кейеменә ут тоҡанып, кемдер янып та китә яҙа. Малайҙар аҫтарына бишмәттәрен һалып тәгәрәй. Өшөп бер-береһенә һырығышалар. Мөхәмәҙи Разия еңгәгә арҡаһын терәп йоҡлай. Таһир ҡарт күберәк ҡарауылда тора. Көндөҙҙәрен һәүкәштәр алға барһа, төндәрен ниңәлер артҡа борола, кире китмәксе итә. Мал да шулай тыуған төйәгенә тартыла. Юл йөрөүгә лә күнегәләр. Аттарҙы егә башлаһалар, иң тәүҙә ҙур ала һыйыр ҡуҙғала, шунан ятҡан урындарынан башҡалары тора, юлға ыңғайлай. Ала һыйыр – көтөү башы.
Ағайҙар малайҙарға ағайлыҡтарын күрһәтә, тегеләй-былай ныҡ йүгертә. Эштән кеше үлмәй ул, тип, егәләр генә. Көн буйы йәйәү барып, мал ҡыуып арыһалар ҙа, көтөү башлыҡтары йәлләмәй төнгө ҡарауылға ла баҫтыра.
– Шулай бер ҡарауылда торғанда йоҡоға талғанмын. Гуртоправ Ғәбиҙулла ағай яңағыма һалмаһынмы. Тәкмәсеп киттем. Илағыларым килде. Аяҡ аҫтындағы дүңгәк һымаҡ ҡарауына йәнем көйҙө, һарыуым ҡайнаны. Яҡшылап ҡына уятһа, һәйбәтләп кенә өндәшһә булған да бит. Юҡ, яңаҡҡа йоҙроҡ менән тондороу кәрәк. Йоҡлап малды ҡарауһыҙ ҡалдырыуыма ныҡ асыуы килгән булғандыр инде уның да, – тип, Мөхәмәҙи ағай күңел яраларын да һөйләп алды. Рәнйеү ғүмегә онотолмай икән.
Йөрөгәндең юлы үтә. Гел таш юлдан, оло юлдан баралар, гел яланда ҡуналар. Ялан – уларҙың өйө. Ямғырҙар яуғанда өҫтәре лысма һыу булып, иҫке-моҫҡо кейемдәренән һыу ағып, тамып тора. Өшөйҙәр, дер ҡалтырайҙар. Йонсоу үҙәктәренә үтһә лә әллә нисек ауырымайҙар. Тәгәрәгән ташҡа үлән үҫмәҫ, тигәндәй, хәрәкәттә бәрәкәттер, туҡтауһыҙ йөрөгән кешегә ауырыу йоҡмайҙыр, һалҡын теймәйҙер. Әсе елдәр иҫеп, ҡар ҡатыш ямғыр яуғанда бер генә мәртәбә малдарҙы ҡураларға ябып, йылы өйҙә йоҡларға насип була. Башҡа ваҡытта тупраҡ-япраҡ – түшәк, тәбиғәт ҡосағы – ҡосаҡ.
Күрмәгәнде күреп, Волга буйына килеп етәләр. Куйбышевтан түбән Духовенск тирәһендә оло һыуҙы паром менән сығыуҙы бер нисә көн көтөп көтөк булалар. Башҡа яҡтарҙан да мал ҡыуалар. Йылға йәйрәп ята, иртәнсәк көҙгө кеүек йылтырай, көндөҙ иҫәпһеҙ тулҡындарын ҡаға. Яр буйы ҡомлоҡ. Малды ситтәрәк йөрөтөп ашаталар. Ағас япрағын ғына көйшәп таналар ябыға. Ниһәйәт, паромға инергә учалыларҙың сираты. Әммә көтөүҙе туплағансы алдан ҡуй үтеп өлгөрә. Паром әйләнеп, һарыҡтар ҙа, кешеләр ҙә бата. Ығы-зығыла уларҙы учалылар тип фараз ҡылып, тыуған яҡтарына үлеүҙәре тураһында ҡайғылы хәбәр ебәрәләр. Әммә учалылар Хвалынск ҡалаһына табан Волганы имен-аман йөҙөп сыға. Тик бер башмаҡ ҡына паромдан ҡолап, ағып китә. Ниндәйҙер күл буйына етеп, үләнле ерҙә бирешкән малды бер нисә көн буйы ашаталар. Алда юл бик оҙон әле. Тирә-йүндән бала-саға һауыт-һаба тотоп һөт алырға килә. Һарыҡ ҡыуыусыларҙы ла һөт менән, ҡатыҡ менән һыйлайҙар. Күҙенә аҡ һалған, һуҡырайған малды тапшыралар. Юлда таналар быҙаулай. Быҙауҙарҙы арбаға һалып, яҡындағы хужалыҡҡа тиклем алып баралар һәм тапшырып китәләр.
– Их, шул саҡта быҙауҙарҙы бер нәмәһеҙ ҡалған күп балалы ғаиләләргә бирергә кәрәк булған. – Мөхәмәҙи, Әхмәт ағайҙар, Фәрзәнә апай әле шулай тип, үкенес белдерә.
– Эй барабыҙ, эй китәбеҙ, һис барып етә алмайбыҙ. Эй Аллам, күпме ер-һыу гиҙҙек. – Осо-ҡырыйы күренмәгән юлдан ялҡып, ошолай һөйләнеп тә ҡуялар.
Ай әйләнә, көн үтә, йәнә ай үтә. Юл ғазабы ысынлап та гүр ғазабы икән. Мунса төшөү төшкә генә инә. Бетләйҙәр, ҡысыналар, ҡашыналар. Ҡулдарын күлдәк эсенә тыҡһалар, беттәр эләгеп сыға. Кейемдәрен сисеп, усаҡҡа тотҡан, һелккән булалар. Ут ҡыҙыуына, ялҡынына бет төшә. Иларһың да, көлөрһөң дә. Малайҙарҙың йыртылып, тетелеп бөткән кейемдәрен Әсмә әбей ямаштырып бирә. Ҡарттар сәстәрен ҡырып ташлай.
– Күрмәгәнгә күрһәтмәһен инде бындайҙы ! – тип, әле лә әрнеп, күҙ йәштәрен һөртә Фәрзәнә апай.
Тәү мәртәбә хәтһеҙ оҙон, оҙайлы сәфәр сыҡҡан Фәрзәнә, Әхмәт, Мөхәмәҙи туғандарын, ауылдарын һағынып юҡһына. Тик яҙмыштарына буйһонмай саралары юҡ. Уларҙы ғына түгел, хатта өлкәндәрҙе лә һағыш баҫа. Ана, Әһел ағай кистәрен моңһоу көйҙәр һуҙа.
Ағиҙелдең аръяғында
Ҡалды тыуған илгенәм шул,
Ҡалды тыуған илгенәм...
Күҙе насар күреү арҡаһында һуғышҡа алынмаған Әһел ағай оло юл үткәндә ун алты йәшлек Фәрзәнәне кәләше итә. Йөрөп ҡайтҡас дүрт йыл бергә йәшәйҙәр, Әлфиә исемле ҡыҙҙары тыуа. Әле әҙәм ышанмаҫлыҡ сәфәр мәлендә кистәрен Фәрзәнә лә күңелен йыр менән бушатып, һыйыр һауа, йөрәктәрендә һөйөү ҡуҙы ҡабынырға өлгөрмәгән Мөхәмәҙи менән Әхмәттең дә иғтибарын йәлеп итә. Һөлөк кеүек һылыу ҡыҙ менән шаярһалар, Әһел ағай ороша. Күп йәшәгән күрмәгәнде күп йөрөгән күрер, тигәндәй, ниҙәр генә күрмәй юлсылар. Яу үткән ерҙәр ҡорт төшкән ағас һымаҡ йырғысланған. Мал-тыуар траншеяларға төшөп китә. Донъяның аҫты-өҫкә килгән, ер аҡтарылып, ил-йорт емерелеп, үртәлеп, һуғыш ҡоралдары туҙып ята. Танктар, пушкалар, снарядтар, ҡолап төшкән самолеттар... Аяҡ аҫты тулы патрон, мылтыҡ, яу-һуғыш ҡоралдары. Бөткөһөҙ ҡайғы-хәсрәт, күҙ-йәш күреп, мал ҡыуыусылар мылтыҡ, автомат-фәләнгә йоғонмай, алып ҡайтыуҙы ла хуп күрмәй.
Ауылдары яндырылған, емертелгән кешеләрҙең хәлдәре үтә мөшкөл. Ҡайҙа баҡма – һуғыш касафаты. Юлдаштары көйөнһә, Ҡаф тау артына китеп барыуҙарына бошонһа, ҡарттар:
– Йыл йөрөйөк, аман йөрөйөк. Иҫән барып, һау ҡайтайыҡ. Өйҙә ятып ни белер инек? Илгә сығып ғибрәт күрҙек. Һуғыш тиҙерәк бөтһөн инде. Бына ир-уҙамандар ҡайтыр, – тип, күңелдәрҙе йыуата.
Бара-бара Дон тигеҙлегенә килеп сығалар. Күҙ-ҡарашҡа яҡын тойолған, хәҙер барып етәм, тип ашҡынған ерҙәргә бара торғас, йән түҙемдәре бөтә. Ололар йәнә тынысландыра:
– Юл, мал яфаһы баш бәләһе түгел, уландар. Ана һуғыш ҡайғыһын кисергәндәргә бигерәк ауыр.
– Ҡайҙа мал ҡыуаһығыҙ? — тип һорашҡан була улар.
– Украинаға, Украинаға...
Ас, яланғас кешеләр көтөүгә һөжүм итмәй. Бары Воронеж эргәһендә генә хәүефкә һалған хәл була. Туҡталған мәлдә һалдат кейемендә бер нисә кеше көтөүгә баҫыша, ҡулдарында – бысаҡ. Ҡарауылсы һунар мылтығынан гөпөлдәтеп һауаға ата, мал ҡыуыусылар берҙәм аяҡҡа баҫа. Баҫҡынсылар ҡаса.
Бер мәл Әхмәт менән Мөхәмәҙи һыйырҙар артынан Дондың биръяғындағы һаҙамыҡ урынға инһә, ҡоттары осоп туҡтап ҡала. Учалыла зыяратта бала ҡулы тешләп йөрөткән эт ни генә ул! Бында кеше мәйеттәре, һөлдәләре, баштары, котелоктары ер өҫтөндә таралып ята. Дон йылғаһын пантон күпер аша сыҡҡас та аяныс күренештәрҙе үҙ күҙҙәре менән күрәләр. Бер ҡая аҫтында госпиталь булған. Дошман яралыларҙы йәлләмәй атҡан. Илеңде яу баҫһа, яман икән шул. Күпме ҡорбан, күпме зар! Ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар ер соҡоп, оя-өң яһап, ошонда йәшәй.
Туҙан туҙҙырып, саң борҡотоп көтөү һаман бара ла бара. Харьковҡа яҡынлашалар. Төнөн һауаны прожекторҙар телә, самолеттар геүелдәй. Ҡурҡыныс! Көндөҙөн дә шөбһәләнәләр, уҡыналар:
– Ялан тулы көтөү. Бомба ғына ташламаһалар ярар ине. Эй, Хоҙайым, ғазраилдан ярлыҡа! Балаларҙың бәхетен бир! Тыуған илебеҙгә имен-аман әйләнеп ҡайтайыҡ...
– Хәтәр хәлдәр кисереп, Харьков яннында торҙоҡ. Һыйырҙарҙы күреп, һалдаттар килде, ҡайҙан икәнде белеште, – тип, Мөхәмәҙи хәтирәләрҙе яңыртты. – Беҙҙең Башҡортостандан икәнде ишетеп, яугир, Яйыҡ буйы егете, яҡташыбыҙ Ишмөхәмәт Кинйәбулатов килде, ҡосаҡлап алды, күңеле тулғансы һөйләште. Эй ҡыуандыҡ!
– Һалдаттар ҡала урамынан көтөүҙе сығарышты, иҫегеҙҙәлер, – тине Әхмәт ағай, юлдаштарына ҡарап. Фәрзәнә апай ҙа хәтер яңыртты:
– Һөт менән һыйлаған өсөн рәхмәт яуҙырҙылар.
Мин иһә фатирымда сәй эсә-эсә көн буйы ултырһаҡ та, ҡат-ҡат, ҡайта-ҡайта һорайым, һәр һүҙҙе ҡыпһыуыр һымаҡ һурам:
– Зинһар, иҫләгеҙ, берәй хәл-ваҡиға онотолоп ҡалманымы? Ҡәрҙәштәребеҙ, замандаштар өсөн үтә лә мөһим, үтә лә ҡиммәт.
– Бала, йәшүҫмер генә инек бит. Унан һуң күпме һыуҙар аҡты. Онотолған да инде. Ярай әле һуңыраҡ булһа ла һеҙ беҙҙе таптығыҙ...
– Шулай итеп, Яйыҡ башынан Украинаға йәйәүләп, туғыҙ айҙа, декабрь аҙағына, килеп еттек, еңел тын алдыҡ. Һыйырҙарҙы Харьковтан етмеш саҡырымлап ары Староверовка тигән ергә алып барып тапшырҙыҡ.
Буранбай, Әхмәт ағайҙар, Фәрзәнә апай, өҫтәренән ауыр йөк төшкәндәй, әле лә тәрән һулап ҡуйҙылар.
– Туғыҙ ай эсендә малдар үҫкән, ҙурайған. Уларҙы егерменән ашыу хужалыҡ вәкилдәре шунда уҡ өләшеп алды.
– Көтөү башы ҙур ала һыйыр ғына баш бирмәй, тоттормай ыҙалатты. Мал да беҙҙән айрыласағын, сит-ят ерҙә ҡаласағын тойҙомо икән?
– Аттарҙы, арбаларҙы ла бирҙек...
Башҡорттар украин телен төшөнмәһә лә, күңел алсаҡлығы аңлаштыра. Украиндар алма менән һыйлай, ҙур ярҙам өсөн ни хөрмәт күрһәтергә белмәй. Учалылар бер хужалыҡҡа кукуруз йыйырға ярҙамлаша. Шунан рәхмәттәр уҡып, поезға ултыртып, оҙатып ҡалалар.
– Тыуған яҡҡа яҡынайған һайын нығыраҡ йөрәкһенәбеҙ. Әммә, әммә... Өфөлә поезға эләгә алмай, бер-нисә көн мунсала төн ҡундыҡ. Шул ҡәҙәре һағындырған, йәндәребеҙ сығып бара.
– Ниһәйәт, Мейәскә килеп төштөк. Инде беҙҙең Уралда ҡыш уртаһы, ғинуар айы. Тубыҡтан ҡар йырып, йөҙ саҡырымды йәнә йәйәү атланыҡ, көс-хәл менән ҡайтып еттек.
– Өйҙәгеләр мине тере күреп, илашып, ҡосаҡлап ҡаршыланы. Үлеү хәбәребеҙ килгән булған бит, – тип, күҙ йәштәребеҙҙе сығарып, ауылына нисек ҡайтыуын хәтерләне Мөхәмәҙи ағай. – Иҫән-һау ҡайтыуымды күрергә күрше-күлән, ауылдаштар ҙа килде. Һорашалар, илашалар. Украинан ҡырағай алма алып ҡайтҡайным, шул күстәнәстән ауыҙ иттиерҙем. Эй заман, эй яҙмыш, тәҡдир...
Мең ғазап сигеп, малды Украинаға алып барып еткергән кешеләрҙе орден-миҙалға тәҡдим итеү түгел, уларға рәхмәт белдереүсе лә булмай. Киреһенсә, юлда зыянлаған өс-тана башмаҡтың хаҡын түләтә заготскот. Һуғыштан һуң Еңеү көндәрен байрам иткәндә лә был ҡаһарманлыҡты иҫкә алыусы, билдәләүсе булмай. Һүҙҙән-һүҙ сығып, мәжлес-ҡунаҡта яҡташтарына ошо турала һөйләһәләр – ышанмайҙар.
– Шул хәтле ергә анау ҡәҙәре мал менән йәйәү бара торғаның бармы?..
– Ысынмы, әллә бушты һөйләйһегеҙме?
– Әҙәм ышамаҫтай хәбәрҙе ҡуйығыҙ әле, сурытмағыҙ!
Бына шулай! Хатта ки ҡан ҡәрҙәштәр меңәр саҡырымға мал ҡыуыуҙы әкиәт, ғүмерҙә булмаған хәл кеүек ҡабул ҡыла. Нишләйһең инде, фотолар юҡ, ҡоро һүҙ менән генә иҫбатлап, ышандырып булмай.
Әле әҙәм ышанмаҫлыҡ сәйәхәт тураһында яҙғанда, Учалынан Украинаға мал ҡыуыусы егерме бер кешенең миңә өсәүһе генә иҫән булыуы мәғлүм. Ололар күптән мәрхүм. Ошо сәйәхәттән һуң Мөхәмәҙи, Әхмәт, Фәрзәнә бер-ике мәртәбә генә тап булышып, осрашып күрешкән. Үткән йыл баҙарҙа:
– Арыумы, синеглазкайым, тип күрешкән һин инеңме?
– Мин инем шул, әллә таныманыңмы?
– Ҡайҙан таныйһың? Әле лә танымай торҙоҡ. Элек бит нескә билле һылыу ҡыҙ инең. Әһел ағай эләктереп өлгөрҙө шул элгәре, беҙ һемәйеп торп ҡалдыҡ. – Фәрзәнә апайҙың йөҙөнә нур өҫтәп, ун алты йәшлек саҡтарын иҫкә төшөрөп, шаярып һөйләшеп алды алтмыштан уҙған ағайҙар.
Уларҙың мал ҡыуыуҙары тураһында йәнә бәйнә-бәйнә белергә тырышып, ҡат-ҡат белешәм, ҡәнәғәтләнеү белмәй төпсөнәм дә төпсөнәм.
– Инде ҡырҡ алты йыл үтте, ярты быуат самаһы. Исмаһам, егеме-утыҙ йыл элегерәк һөйләшеп ултырғанда ла күберәк хәтерләр инек. – Шулай тип, үкенес белдерҙеләр ҡаһармандарым.
Уйлаһаң, герой исеме бирерлек ҡыйыулыҡ ҡылғандар! Хәтһеҙ йылдарҙан һуң булһа ла, ошо ҡаһарманлыҡты билдәләп, Фәрзәнә Йоносова-Хәмитованы, Мөхәмәҙи Буранбаевты, Әхмәт Закировты Бөйөк Ватан һуғышы, йәки Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләү намыҫ эше. Йәнә уларҙы Украинаға мал тапшырған ерҙәренә алып барып, осрашыуҙар үткәреү хәйерле үә сауаплы булыр ине.
Башҡортостандың илбаҫарҙарҙан азат ителгән өлкәләргә, Украинаға эскерһеҙ ярҙамы, халҡыбыҙ тарихының онотолмаҫҡа тейешле был үткәне, “Башҡортостан тарихы буйынса очерктар” китабының икенсе томында 1944 йылда “Красная Башкирия”, “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзиттәренең май, июль, август һандарынан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә бер нисә һөйләм менән генә яҡтыртылған:
– Республика байтаҡ ҡына азат ителгән өлкәләрҙең һәм ҡалаларҙың халыҡ хужалығын тергеҙәүгә ярҙам күрһәтте. Башҡортостан Украинаның Ворошиловград, Ленинград, өлкәһенә шефлыҡ итте. 1943 йлда уға 90 вагондан ашыу промышленность ҡорамалдары һәм ауыл хужалығы кәрәк-яраҡтары ебәрелде. Курск, Ворошиловград, Ленинград, Смоленск, Воронеж, Харьков өлкәләренең малсылығын тергеҙеүгә Башҡортостандың колхоз крәҫтиәндәре 1943 – 1944 йылдарҙа 146 мең баш мал ебәрҙе, шул иҫәптән 8736 эш аты, 15739 һыйыр малы, 21671һарыҡ.
Ә ошо ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт, һандар ышығында күпме ваҡиғалар, хәлдәр, кеше яҙмыштары... Яйыҡ буйы улдарының һәм ҡыҙҙарының да илдең оло юлдарында эҙҙәре ҡалған. Ошо эҙҙәрҙе, үҫмер саҡ, йәшлек эҙҙәрен яңыртып, ағайҙар уҙған ғүмерҙәрҙе иҫләне. Хәтирәләрҙе терелткәс, Фәрзәнә апай түҙмәне, иланы...
– Артабанғы яҙмыштарығыҙ ҡалай булды һуң, ҡәҙерлеләрем? – тип һораным ныҡ ҡыҙыҡһынып.
– Бер ҡайҙа ла сығып китмәнек, тыуған еребеҙҙә еректек! – Шулай тинеләр ниндәйҙер хис, йылылыҡ менән. Иң тәүҙә Фәрзәнә апай әйтте:
– Учалылағы Ленин исемендәге старателдәр артеленең химзаводында эшләнем, шунан Бурансыла торф сығарҙым. Ауырлыҡтарға зарланмай, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Шулай ил эшендә ҡайнап, хаҡлы ялға сыҡтым, ике ҡыҙ үҫтереп, кейәүгә бирҙем.
– Әҙәм ышанмаған сәйәхәттән һуң мин тракторсылар курсын тамамланым, – тип, һүҙҙе дауам итте Мөхәмәҙи ағай. – Өҫтәлдәрҙә һәр саҡ әпәкәй булһын өсөн “Бәләкәй түбә”, шунан “Урал” колхозында ҡырҡ йыл ғүмеремде ер эшенә, игенселеккә арнаным, йәшәү мәғәнәһен, тормош йәмен ҡыуаныслы хеҙмәт емештәрендә күрҙем. Хеҙмәт ударнигы, социалистик ярышта еңеүсе булып танылдым, йәнә сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә тырышлыҡ өсөн, хеҙмәт батырлығы миҙалдарына лайыҡ булдым. Алты бала үҫтерҙем, өсөһө колхоз эшендә.
Малай сағынан уҡ күпте кисергән Әхмәт ағайҙың да тырышлығы, уңғанлығы бәхет баҫҡысы һымаҡ алдына ята, исеме почет таҡтаһынан төшмәй, уңышлы хеҙмәте күкрәгендә миҙалдар булып балҡый. Ә был фәҡәт тынғыһыҙ эш менән яуланған.
– Ат ҡараным, ФЗО-ла уҡыным, төҙөлөштә эщләнем, армияла хеҙмәт иттем, тракторсы һөнәрен өйрәндем, “Яйыҡ” колхозында механизатор булдым, һис ҡайҙа һынатманым. Биш балам үҫеп, үҙ һуҡмаҡтарынан атлай.
Үткән ғүмерҙәре көнө-төнө тигәндәй хеҙмәттә һиҙелмәй үтһә лә, һис кенә заяға үтмәгән. Улар өсөн тыуған ер – иң ҡәҙерлеһе, тыуған тупраҡ – иң йылыһы!
– Ҡәрҙәштәр, уландар ҙа ил-йорт ҡотон, йәмен арттырһындар, кендек ҡандары тамған, аяҡ тәпәйҙәре баҫҡан тупраҡты һыуытмаһындар! – тине геройҙарым, аҫыл ерҙәштәрем.
Һаубуллашыр мәл дә етте. Ҡосаҡлаштыҡ. Шул саҡ, тыңлағыҙ күңел ауазын, тнгәндәй, фатирымдағы радионан илаһи йыр, моң урғылды:
Эй яҙмыш, яҙмыш, ташлама ситкә,
Ситтә һулырмын һағыштан, моңдан.
Айырма мине тыуған илемдән,
Миләштәремдән, ҡайындарымдан!
Эй яҙмыш, яҙмыш!..
Күҙҙәргә йәш эркелде. Айырма беҙҙе, балаларҙы, туғандарҙы! Айырма!..