Ҡаһармандар дәүере
Баймаҡ десантсылары - “Патриот”та
Зәңгәр беретлы ҡыйыу десантсылар көслө, етеҙ, Рәсәй ғәскәренең элитаһы булыуы менән электән дан ала Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы биләмәһендә тантаналы саралар үтте.
Тәүҙә республика Башлығы Радий Хәбиров Максим Серафимовтың ата-әсәһе менән аралашты һәм Рәсәй Геройының әсәһе Алина Серафимоваға гөлләмә бүләк итте. Радий Хәбиров Серафимовтар менән “Патриот” паркы биләмәһендә батыр десантсыға һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен хаҡында һөйләште. Уны киләһе йылда, Максим Серафимовҡа 30 йәш тулғанда, асырға ниәтләүҙәрен дә билдәләне.
Радий Хәбиров байрамда ҡатнашыусылар менән бергә десант ғәскәрҙәре, БР парашют спорты федерацияһы һәм “Первушино” бәләкәй авиация аэродром комплексы ветерандарының сығыштарын ҡараны. Радий Фәрит улы шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарыныңэ спорт ярыштары трегы менән танышты, ветерандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән аралашты. Республика Башлығы шулай уҡ ҡаһарман ир-егеттәребеҙгә орден-миҙалдар, дәүләт наградалары тапшырҙы.
Артабан сараның иң ҡыҙыу өлөшө - “Гонка героев” башланды. Беҙҙең районыбыҙҙың десантсылары намыҫын Һауа-десант ғәскәрҙәрендә төрлө йылдарҙа уңышлы хеҙмәт итеп ҡайтҡан шәп егеттәребеҙ – Илнур Хәлилов, Артур Нуралиев, Айгиз Мозафаров, Арслан Исҡужин, Рөстәм Исҡужин яҡланы. Егеттәр әйтеүенсә, яоыштар бик мәсле барған. Уларҙа еңеү өсөн таһыллыҡ та, ныҡлы физик әҙерлек тә талап ителгән. “Быйыл беҙ урын алманыҡ. Әммә барыһын да үҙ күҙебеҙ менән күреп, кисереп, киләһе йылға ныҡлы ниәт ҡуйып ҡайттыҡ. Мотлаҡ беренсе урынды алырға кәрәк, тигән маҡсатыбыҙ бар хәҙер. Беҙҙе ошондай шәп сараға барыуҙы ойошторған ДОСААФ рәйесе Рөстәм Нәбиуллин, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, район хакимиәтенә ҙур рәхмәтлебеҙ”,-тине Баймаҡ десантсылары.