-4 °С
Болотло
Беҙ ҡайтырбыҙ, тиеп яуға китте
Ил саҡырғас Ватан улдары,
Барса халыҡ, бар тәбиғәт теләй
Имен генә булһын юлдары.
Хушлашҡанда йыр ,бейеүҙәр менән
Күңелдәрҙе арбап киттегеҙ,
Ошо сифат менән башҡорт халҡын
Мәңге үлмәҫ данлы иттегеҙ.
Ата-бабаларҙың яугир рухы
Әйҙәй һеҙҙе ҡыйыу алышҡа,
Зарланмайса күтәрергә йөгөн
Аяуһыҙ ҙа булған яҙмышҡа.
Замананың батыр яугирҙәре
Илгә еңеү яулап ҡайтығыҙ,
Өҙөләп көтә һеҙҙе ғаиләгеҙ,
Атай-әсәй, тыуған йортоғоҙ.
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә