Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
12 Июль , 11:25

Илһөйәрлек рухында

Баймаҡ районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары командаһы беренсе урын яуланы! Икенсе урында - Сибай командаһы. Өсөнсө урынға Йылайыр районы ветерандары командаһы сыҡты. Еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды. 2025 йылда Урал аръяғы хәрби хәрәкәттәре ветерандарының сираттағы, һигеҙенсе слеты Сибайҙа үтәсәк...

Илһөйәрлек рухында
Илһөйәрлек рухында

Ҡаланың үҙәк майҙанына хәрби сафҡа теҙелеп, тигеҙ рәт менән килгән хәрбиҙәрҙе күреү күңелдә онотолмаҫ тойғо ҡалдырҙы. Сараны ҡарарға килгән һәр кем илебеҙҙҙең шундай баһадир һаҡсылары булғанға ғорурлыҡ кисерҙе. Эйе, Баймаҡта Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөнә арналған Урал аръяғы хәрби хәрәкәттәре ветерандарының етенсе слеты шулай көслө илһөйәрлек рухында башланыуы менән күңелдәргә үтеп инде. Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙҙең дә бергә булыуы сараға оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ өҫтәне. Был көн хәрби хеҙмәттә батырлыҡ күрһәткән, илебеҙҙе ҡаһармандарса яҡлаған һәм Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән һәр кемде берләштерҙе.

Слетты асыу тантанаһы илебеҙ байрағын алып сығыу һәм гимндарыбыҙ яңғырауы менән башланды. Артабан хәрби хәрәкәттәр ветерандарын Баймаҡ, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов тәбрикләне: “Беҙҙең илебеҙ әлеге ваҡытта ҡатмарлы осор кисерә. Ошондай мәлдә һеҙҙең эшегеҙ, балаларҙы тәрбиәләүгә һалған көсөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Бөгөнгө слет үҙ маҡсатына өлгәшер, тип ышанам. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙең тиңһеҙ батырлығы тураһында яҡшы беләбеҙ. Әммә һуғыш юғалтыуһыҙ булмай. Бөгөн илебеҙ бойондороҡһоҙлоғо өсөн башын һалған батырҙарыбыҙҙың яҡындарына уларҙың наградаларын тапшырғым килә”,- тине.

Артабан Хөрмәт Хәмит улы Ватаны өсөн ҡаһармандарса йәнен фиҙа ҡылған Илшат Ҡолмөхәмәтов, Фәнил Асылов, Руслан Фәйзуллин, Фирзан Тулыбаев, Рәмил Сәғәҙәтов, Фидан Сәғиҙуллин, Тимур Абдраҙаҡовтың ғаиләләренә уларҙың Батырлыҡ ордендары һәм Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы. Бар майҙан батырҙарыбыҙҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды, уларҙың рухына арнап залп бирелде. Илебеҙгә тотош НАТО илдәренән хәүеф янағанда уның ҡалҡаны булып баҫҡан яугирҙәребеҙгә мәңгелек дан! Халыҡ батыр улдарын мәңге онотмаҫ!

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов районыбыҙҙың махсус хәрби операцияла еңеү өсөн барыһын да эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Яугирҙәребеҙ батырҙарса алыша, ә халыҡ, төрлө ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, етәкселек беҙҙең һаҡсыларыбыҙға кәрәкле әйберҙәр менән ярҙам оҙата. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтырыбыҙ менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, уларҙың янына даими барып торабыҙ. Бөгөн майҙанға йыйылған ошондай көс һәм ҡеүәт булған хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ҙур рәхмәт. Илебеҙ һағында ныҡ баҫып торған, еңеүгә өлөш индергән һәр кемгә изге теләктәремде еткерәм”,- тине ул. Артабан Фәнил Рәмил улы хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡ өсөн яугирҙәребеҙ Шамил Аитов, Азамат Нәҙербаев, Әхнәф Солтанғолов, Ринат Сабаев, Сабит Абдуловҡа Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Майҙанға йыйылған халыҡ тиңһеҙ батырлыҡ күрһәткән ир-егеттәребеҙҙе көслө алҡыштарға күмде. Шулай уҡ Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө уңайынан һәм районыбыҙҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем эшмәкәрлек алып барған өсөн Фаил Иҙрисов, Ринат Арғынбаев, Радик Биксурин район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Артабан “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының Башҡортостан республика бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Андрей Пронин сығыш яһаны: “Бөгөн илебеҙ үҙенең киләсәген билдәләй, данлы тарихын яҡлай. Ниндәй генә заманда, кем генә Рәсәйгә янамаһын, ҡаршы сыҡмаһын, ул һәр саҡ беҙҙең батырҙарҙан еңелгән. Бөгөн барған махсус хәрби операцияла беҙҙең һалдаттар батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Республиканың хәрби хәрәкәттәр ветерандары ла күп был яуҙа. Улар үҙҙәренең тәжрибәһе, рух көсө менән дошманды сигенергә мәжбүр итә һәм, әлбиттә, Еңеү тик беҙҙең яҡта буласаҡ. Бөгөн беҙ илебеҙҙең бойондороҡһоҙдоғо өсөн һуғышта ҡатнашҡан һәр заман батырҙарын ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙәребеҙ ҙә Ватаныбыҙ тарихында мәңге һаҡланыр. Илебеҙҙе һаҡлау бурысына тоғро ҡалған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм”. Ул хәрби хәрәкәттәр ойошмаһының әүҙем ветерандары Азамат Вәлишин, Шәриф Ямантаев, Зәбир Хәлитовты Почет грамотаһы менән бүләкләне. Шулай уҡ слетты ойоштороуға һәм үткәреүгә күп көс һалған район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитовҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Йәмәғәт эшендәге әүҙем эшмәкәрлеге һәм илһөйәрлек тәрбиәһе алып барған өсөн Ильяс Ишбулатов, Ринат Сабаев, Әхнәф Солтанғолов, Сибай ҡалаһының, Йылайыр, Әбйәли райондарының “Хәрби туғанлыҡ” ойошмалары етәкселәре Руслан Сафиуллин, Рөстәм Ураҡов, Рузил Низамутдинов район хәрби комиссариатының Почет грамоталарына лайыҡ булды. Район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова ла хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҙур эш алып барғанын билдәләп, Булат Юламанов менән Сәлимйән Италмасовты бүләкләп үтте.

Урал аръяғы “Хәрби туғанлыҡойошмаһының урындағы бүлексәләре етәкселәре лә сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Улар махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәргә бүләккә антидрон плащтар һәм бензобысҡы тапшырҙы. Батырҙарыбыҙ уларҙы оло рәхмәт һүҙҙәре менән ҡабул итте. “Һеҙгә яуҙағы ир-егеттәрҙән ҡайнар сәләм! Беҙҙең яугирҙәр батырҙарса һуғыша. Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ! Бүләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт”,-тине улар.

Һәр сығыш халыҡ ижады үҙәге артистары әҙерләгән илһөйәрлек рухындағы сығыштарға сорналды. Һуңынан слетта ҡатнашыусылар – махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр, Сибай, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары ветерандары һәм уларҙың яҡындары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар мемориалына сәскәләр һалды.

Төштән һуң йәмле Граф күле буйында ир-егеттәр үҙҙәрен көс-таһыллыҡҡа һынап ҡараны. Слеттың хәрби-спорт программаһына ете төр инде: ваҡытҡа Калашников автоматын һүтеү һәм йыйыу, автомат магазинына патрондар ҡуйыу, шулай уҡ пневматик винтовканан атыу, ориентир табыу, тактик медицина, граната һәм бысаҡ ырғытыу. Ир-егеттәрҙең барыһы ла мәргән һәм етеҙ булғас, ярыш бик мауыҡтырғыс һәм көсөргәнешле булды. Ветерандарҙың бер-береһен дәртләндергән тауыштары күл буйына таралды. Шуныһы һөйөнөслө, был ярыштарҙа Баймаҡ районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары командаһы беренсе урын яуланы! Икенсе урында - Сибай командаһы. Өсөнсө урынға Йылайыр районы ветерандары командаһы сыҡты. Еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды. 2025 йылда Урал аръяғы хәрби хәрәкәттәре ветерандарының сираттағы, һигеҙенсе слеты Сибайҙа үтәсәк.

Урал аръяғы хәрби хәрәкәттәре ветерандарының форумы хәрби туғанлыҡты нығытыуға, ветерандар хәрәкәтен артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән мөһим сара булды. Бөгөн Рәсәйҙә 1945 йылдан һуңғы барған хәрби конфликттарҙа ҡатнашҡан 2 миллиондан ашыу ветеран иҫәпләнә. Төрлө ваҡытта ир-егеттәребеҙ Афған һуғышында, Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнаша. Олораҡ быуын Корея, Вьетнам, Египет, Сүриә һәм башҡа локаль һуғыштарҙа һуғыша.

Беҙҙең яугирҙар хәҙер махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һуғыша. Уларҙың барыһын да изге бурыс берләштерә: улар һәр ваҡыт үҙ иле мәнфәғәтендә эш итә, милли именлекте, дәүләттең бөтөнлөгөн яҡлай, башҡа халыҡтарға үҙ бойондороҡһоҙлоғон яҡларға ярҙам итә. Үҙен берҙәм көс итеп күрһәткән, илһөйәрлек рухындағы сара үткәреп ышаныс-өмөтөбөҙҙө тағы ла нығытҡан “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһына киләсәктә лә Ватан, халыҡ һағында ышаныслы баҫып торорға яҙһын!

Гүзәл Салихова.

Илһөйәрлек рухында
Илһөйәрлек рухында
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: