Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
5 Июль , 17:35

Махсус хәрби операцияға үҙ теләгем менән киттем

Әлбиттә, ҡатынымдың мине ебәргеһе килмәй ине. Унан аңланы, “Һине барыбер тотоп булмаясағын беләм”,-тине...

Махсус хәрби операцияға үҙ теләгем менән киттем
Махсус хәрби операцияға үҙ теләгем менән киттем

Яуҙағы батырҙарыбыҙ менән аралашыуҙы дауам итәбеҙ:

- Әлбиттә, төрлө саҡтар була. Шуның өсөн дә һуғыш бит ул. Шулай ҙа Баймаҡ һәм республикабыҙҙың башҡа райондарынан булған ир-егеттәр менән бергә булыу көс бирә. Ысын туғандарҙай булып киттек. Ял ваҡыттарында һәр беребеҙ үҙ маһирлығын күрһәтә. Арабыҙҙа бик тәмле итеп ашарға бешереүселәр бар. Улар өйҙәге кеүек бишбармағын да, башҡаһын да яраштыра. Кемдәрҙер ҡурайҙа, гитарала уйнап, йыр-моңло минуттар бүләк итә. Ҡайһы бер яугирҙәребеҙ көләмәстәрҙе бик оҫта һөйләй. Был буш ваҡытта. Ә һуғышта беҙ бер көс булып илебеҙгә теш ҡайраған дошмандарға ҡаршы һуғышабыҙ. Был йәһәттән дә һәр яугир батырлығы һәм саялығы менән айырыла.

Өйөндә диванда ятып махсус хәрби операция, беҙҙең тураһында ниҙер әйтергә маташҡандарҙы аңламайбыҙ ҙа, аңларға уйламайбыҙ ҙа. Ватанға дошман янай икән, һәр балиғ булған ир-егет уларға яуап (отпор) бирергә, ил һағына баҫырға тейеш. Дошмандың өнөн тыҡмайынса нисек тыныс йәшәп ятмаҡ кәрәк?

Яҡташтарыма бик рәхмәтлемен, район етәкселегенә.

Иң ауыры - иптәштәреңде юғалтыу. Әммә был һуғыш. Ә ул юғалтыуһыҙ булмай. Быны беҙ - яугирҙәр яҡшы аңлайбыҙ.

Тылдағыларҙың доғалары менән Еңеү менән, имен-һау ҡайтырбыҙ, Аллаһ бойорһа! Көтөгөҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: