Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
6 Июнь , 11:25

Иң ҡәҙерлеһе - һалдат дуҫлығы

Һуғыш кешене тулаһынса үҙгәртәлер, тип уйлайым. Бында һин үҙеңдең холҡоңдо, яҡшымы-насармы ул, йәшерә алмайһың. Барыһы ла ҡалҡып сыға. Минең ҡыҙыулығым баҫыла төштө. Шулай уҡ дуҫлыҡтың ҡәҙерен беләһең. Һуғыштың тәүге көндәренән бергә булған дуҫтарым бар...

Иң ҡәҙерлеһе - һалдат дуҫлығы
Иң ҡәҙерлеһе - һалдат дуҫлығы

Махсус хәрби операцияла булған яугирҙәребеҙ өсөн барыбыҙ ҙа иң изге теләктәбеҙ һәм доғалар ҡылабыҙ. Улар өсөн борсолмаған көнөбөҙ юҡтыр. Яугирҙәр менән ялға ҡайтҡандарында, улар ялға сыҡҡан ваҡытта аралашыуҙы дауам итәбеҙ.

- Махсус хәрби операция башланғас та контракт төҙөнөм. Быға тиклем Чечен һуғышында булғайным. Әммә был ике һуғышты бөтөнләй сағыштырып булмай – икеһе ике төрлө.

27 йәштәмен. Өйләнеп өлгөрмәнем әле. Бала саҡтан спорт яратам, айырыуса төрлө көрәш алымдарын. Шуға күрә һайлаған һөнәрем дә спорт менән бәйле. Институтты тамамлағас тыуған яҡтарға ҡайтып эшләп йөрөнөм дә, унан себер тарафтарына сығып киттем. Хәҙер бына Баймағым бик һағындыра. Беҙҙең яҡтарға еткән урындар юҡ бит ул! Яҡындарым тәүҙә минең махсус хәрби операцияла икәнлекте белмәне. Госпиталгә эләккәс әйтергә тура килдә. Аңлап ҡабул иттеләр. Сөнки алдыма ҡуйғаныма барыбер өлгәшәсәгемде беләләр. Әсәйем: “Еңмеш бит һин”,-тип үпкәләп тә ҡуя.

Һуғыш кешене тулаһынса үҙгәртәлер, тип уйлайым. Бында һин үҙеңдең холҡоңдо, яҡшымы-насармы ул, йәшерә алмайһың. Барыһы ла ҡалҡып сыға. Минең ҡыҙыулығым баҫыла төштө. Шулай уҡ дуҫлыҡтың ҡәҙерен беләһең. Һуғыштың тәүге көндәренән бергә булған дуҫтарым бар. Бер-беребеҙгә йәндәй туған булып киттек. Бер-беребеҙҙе һаҡларға ташланырға әҙербеҙ. Һәр беребеҙ шулай. Ҡасандыр юғалып барған иптәшлек хис-тойғолары шулай яңынан ҡалҡып сыҡты. Сөнки беҙҙең заман кешеләре күберәк аҡса эшләү тураһында уйлап, рухи ҡиммәттәрҙән ситләшә башлағайны бит. Ә беҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе – һалдат дуҫлығы.

Ял минуттарында бергәләшеп ҡыҙыҡтар һөйләп, көлөшөп алабыҙ. Арабыҙҙа көлдөрткөстәр ҙә, тәмле итеп ризыҡ бешергәндәр ҙә, гитарала, ҡурайҙа уйнағандар ҙа, йырсылар ҙа бар. Шундай татыу, берҙәм, хәрби ғаиләбеҙ. Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ, тип ышанабыҙ һәм бының өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Яҡташтарыбыҙға беҙҙе онотмағаны, ярҙамы, күстәнәстәре өсөн ҙур рәхмәт! Именлектә-һаулыҡта күрешергә яҙһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: