Иҫке Сибай урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ҡоро душ әҙерләнеләр. Был эш 10-сы класс ҡыҙҙары һәм уҡытыусылар ҡатнашлығында башҡарылды. Махсус хәрби операцияла булған яугирҙең ҡатыны Руфина Ринатовна оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Үҫеп килгән быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү — мәктәп һәм йәмғиәттең төп бурыстарының береһе. Шуның өсөн бындай сараларҙа уҡыусыларҙың ҡатнашыуы хуплауға лайыҡ. Тиҙҙән 100 ҡоро душ йыйылмаһы беҙҙең яугирҙәргә тапшырыласаҡ.
“Ә беҙ сираттағы партияны әҙерләүгә тотонабыҙ. Байымова Руфина Ринатовнаға оҫталыҡ дәресе үткәргәне өсөн һәм Ибраһимов Илнур Юлай улына кәрәкле материалдар һатып алыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткәне өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да хеҙмәттәшлеккә өмөтләнәбеҙ”, - ти мәктәп хеҙмәткәрҙәре.