-4 °С
Болотло
Минең атай һуғышта,
Һеҙҙең атай өйҙәме?
Әсәй күҙе алыҫта -
Өйҙөң юҡ хәҙер йәме.
Мин уҡыйым мәктәптә,
Себерҙә йөрөй ағай.
Атай янына барам тип тә
Ашҡына, китер буғай...
Күрше “Аҡса кәрәккән”-ти
Шуға улар һуғышта!
“Юҡ, улай түгел – ялған!”- тим
“Атай Ватан һаҡлай алыҫта!”
Үткән айҙа әхирәтем
Күмде ергә Ағаһын.
Атай иҫән ҡайтһын өсөн
Хәйер бирәм көн һайын.
Тиҙерәк бөтһөн инде СВО тигәндәре.
Тыныс тормош , һин кил инде
Ҡыйын бит көтөүҙәре...