Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Балалар яугир менән осрашты

Баймаҡ лицей-интернатында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан батыр яугир менән осрашыу үтте...

Балалар яугир менән осрашты
Балалар яугир менән осрашты

Баймаҡ лицей-интернатында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан батыр яугир менән осрашыу үтте. Ул 2023 йылдың майында үҙ теләге менән “Башҡортостан” полкының Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов исемендәге зенит-ракета батареяһына хеҙмәт итергә китә.

Мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһап, илебеҙҙең һәр ваҡыт үҙенең геройҙары менән дан тотоуын, уларҙың Ватанды һәм уның мәнфәғәттәрен ҡаһармандарса яҡлауын билдәләне. “Урман” да ситтә ҡалмай, шуға күрә үҙ теләге менән илде һаҡларға китә. “Республикабыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың һәм ғаиләбеҙҙең ҙур ярҙамы беҙгә бөтә ауырлыҡтарҙы һәм бәлә-ҡазаларҙы еңеп сығырға ярҙам итә”,-тине батыр яугир.

Балалар ҡунаҡҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, иҫтәлеккә фото төштө.

Беҙ “Урман”дың һәм бар яугирҙәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: