Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
29 Апрель , 14:00

Беҙ ҡайтырбыҙ! Ышанығыҙ һәм көтөгөҙ генә!

Ватанға дошман янай икән, һәр балиғ булған ир-егет уларға отпор бирергә, ил һағына баҫырға тейеш. Дошмандың өнөн тыҡмайынса нисек тыныс йәшәп ятмаҡ кәрәк?..

Беҙ ҡайтырбыҙ! Ышанығыҙ һәм көтөгөҙ генә!
Беҙ ҡайтырбыҙ! Ышанығыҙ һәм көтөгөҙ генә!

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән аралашыу уларҙың ныҡлығына һәм рухлы булыуына һоҡланыу тойғолары уята, илгә бәлә килгәндә берләшеүҙең мөһимлеген күрһәтә.

- Махсус хәрби операцияға үҙ теләгем менән киттем. Әлбиттә, ҡатынымдың мине ебәргеһе килмәй ине. Унан аңланы, “Һине барыбер тотоп булмаясағын беләм”,-тине.

Әлбиттә, төрлө саҡтар була. Шуның өсөн дә һуғыш бит ул. Шулай ҙа Баймаҡ һәм республикабыҙҙың башҡа райондарынан булған ир-егеттәр менән бергә булыу көс бирә. Ысын туғандарҙай булып киттек. Ял ваҡыттарында һәр беребеҙ үҙ маһирлығын күрһәтә. Арабыҙҙа бик тәмле итеп ашарға бешереүселәр бар. Улар өйҙәге кеүек бишбармағын да, башҡаһын да яраштыра. Кемдәрҙер ҡурайҙа, гитарала уйнап, йыр-моңло минуттар бүләк итә. Ҡайһы бер яугирҙәребеҙ көләмәстәрҙе бик оҫта һөйләй. Был буш ваҡытта. Ә һуғышта беҙ бер көс булып илебеҙгә теш ҡайраған дошмандарға ҡаршы һуғышабыҙ. Был йәһәттән дә һәр яугир батырлығы һәм саялығы менән айырыла.

Өйөндә диванда ятып махсус хәрби операция, беҙҙең тураһында ниҙер әйтергә маташҡандарҙы аңламайбыҙ ҙа, аңларға уйламайбыҙ ҙа. Ватанға дошман янай икән, һәр балиғ булған ир-егет уларға отпор бирергә, ил һағына баҫырға тейеш. Дошмандың өнөн тыҡмайынса нисек тыныс йәшәп ятмаҡ кәрәк?

Яҡташтарыма бик рәхмәтлемен, район етәкселегенә. 

Махсус хәрби операцияла яҡындарыңдың, яҡташтарыңдың терәген тойоу бик тә мөһим. Ә беҙ, Баймаҡ яугирҙәре, был яҡтан бик бәхетлебеҙ. Шуға уңайы сыҡҡанда “Һаҡмар” гәзите аша һеҙҙең барығыҙға ла ярҙамығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙең өсөн ҡорбандар салынып, мәсеттәрҙә аят уҡытылыуын да ишетеп ҡыуанабыҙ. Шундай терәк-таянысты тойоу беҙҙе тағы ла көслөрәк итә. Беҙ еңеү яулап янығыҙға ҡайтып етербеҙ – ышанығыҙ һәм көтөгөҙ генә!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: