Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
12 Апрель , 09:55

Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ

Бер ауылдан бер нисә кеше бергәбеҙ. Был ниндәйҙер өҫтәмә көс бирә, күңеллерәк тә. Ҡайтып килгәндә яҡындарыбыҙҙың йылы сәләмен дә, күстәнәстәрен дә ташыйбыҙ бер-беребеҙгә. Контрактты бер йыл элек төҙөнөм...

Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ
Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ

Яугирҙәребеҙ менән һөйләшеүҙе, уларҙың смс-хәбәрҙәрен һәр саҡ түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Уларҙың ҡайнар сәләмдәрен гәзит уҡыусыларыбыҙға ла еткереп барабыҙ.

- Бер ауылдан бер нисә кеше бергәбеҙ. Был ниндәйҙер өҫтәмә көс бирә, күңеллерәк тә. Ҡайтып килгәндә яҡындарыбыҙҙың йылы сәләмен дә, күстәнәстәрен дә ташыйбыҙ бер-беребеҙгә. Контрактты бер йыл элек төҙөнөм. Алданыраҡ уҡ китер инем махсус хәрби операцияға, әммә башта һуғыш тиҙ арала бөтөр, тип уйлағайным.

Дошманға килгәндә, улар араһында украиндар юҡ тиерлек. Барыһы ла наемниктар. Төрлө-төрлө илдәрҙән. Украиндарҙың үҙҙәренең һуғышҡылары килмәй бөтөнләй. Көнбайыш илдәрҙең ҡоло булып, шуларҙан ҡурҡып ҡына һуғышҡандары беленеп тора.

Беҙҙең егеттәр батыр һәм ҡыйыу булыуы менән айырыла. Иң ауыр мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ла шәптәр. Был беҙҙең халыҡтың элек-электән яуға сабыуы ҡанға һеңеүҙән киләлер.

Контракт төҙөүемә үкенгәнем булманы. Әгәр беҙ булмаһаҡ, илде кем һаҡлар ине? Шуға күрә күмәк көс менән дошманды тиҙерәк юҡ итеүгә бар көстө һалырға кәрәк, тип уйлайым. Алғы һыҙыҡтан ялға сыҡҡан мәлдә тыуған яҡтарҙағы хәлдәрҙе һөйләшеп алабыҙ. Туғандар “Һаҡмар” гәзитен дә ебәрә. Шуныһы ҡыҙыҡ, элек район гәзитен һәр саҡ уҡып бармаһаҡ, хәҙер алмашлап, ҡабат-ҡабат уҡыйбыҙ. Тыуған яҡты һағындырыу үҙенекен итә шулай.

Райондан, республиканан килгән ярҙам өсөн дә рәхмәт. Беҙгә баймаҡтар әҙерләгән маскировка сеткалары килеп етте. Бик шәп әҙерләнгән, ҙур рәхмәт барыһына ла. Әсәйем менән һөйләшкән һайын : “Асыҡмайһыңмы?”-тип һорай. Ул яҡтан борсолмағыҙ. Һәйбәт ашайбыҙ. Беҙҙең өсөн әҙерләйҙәр ҙә, үҙебеҙ ҙә әҙерләйбеҙ.

Көтөгөҙ, беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ! Был һуғыш беҙҙең яҡтарға килеп етмәһен өсөн беҙ Ватан һағына баҫтыҡ. Ә һеҙ тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәнегеҙ.

Гүзәл Салихова әҙерләне.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: