Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
4 Апрель , 14:50

Яуҙа һыналған дуҫлыҡ ныҡ була

Бер мәртәбә яраландым. Бер ярсығым әле лә тәнемдә йөрөй. Борсомағас, һуғыш бөткәс алдырырмын, тигән фекергә килдем. Сөнки егеттәрҙе оҙаҡҡа ҡалдырып киткем килмәй. Беҙ бер көс булып бөткәнбеҙ, беребеҙ булмаһа ла, ниҙер етмәгән, әллә нисек кеүек. Яу эсендә башланған дуҫлыҡ бигерәк тә ҡәҙерле була икән...

Яуҙа һыналған дуҫлыҡ ныҡ була
Яуҙа һыналған дуҫлыҡ ныҡ була

Бөгөн һәр кемдең иң ҙур теләге – махсус хәрби операцияның тиҙерәк еңеү менән тамамланып, ир-егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуы. Ә беҙ һеҙҙе яугирҙәребеҙҙең уй-хистәре, ниндәй маҡсат ҡуйып йәшәүҙәре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

- Махсус хәрби операцияға йыл ярым элек үҙ теләгем менән киттем. Республикабыҙ яугирҙәрен йыя башлағас ситтә тороп ҡала алманым. Әрмелә сик һаҡсыһы булғайным. Шулай ҙа күп нәмә онотолған, яңынан иҫкә төшөрөргә, өйрәнергә тура килде.

Әлеге ваҡытта бында йылы, был яҡтарға яҙ һәм йәй иртәрәк килә. Бар хыялыбыҙ – дошмандарҙы тиҙерәк юҡ итеү. Уларҙың йыртҡыстарса ҡыланыуын беләбеҙ һәм хатта фашистарҙан арттырып ебәрәләр, тип уйлап ҡуябыҙ. Әлбиттә, барыһын да һөйләп булмай. Әммә барыһы ла бөткәс, беҙгә ҡаршы һуғышып, халыҡты, әсирҙәрҙе ҡанһыҙ рәүештә язалаған әшәкеләрҙе хөкөм итерҙәр, тип ышанғы килә. Ундайҙар йәшәргә тейеш түгел.

Бер мәртәбә яраландым. Бер ярсығым әле лә тәнемдә йөрөй. Борсомағас, һуғыш бөткәс алдырырмын, тигән фекергә килдем. Сөнки егеттәрҙе оҙаҡҡа ҡалдырып киткем килмәй. Беҙ бер көс булып бөткәнбеҙ, беребеҙ булмаһа ла, ниҙер етмәгән, әллә нисек кеүек. Яу эсендә башланған дуҫлыҡ бигерәк тә ҡәҙерле була икән.

Ҡайтҡанда күберәк балам менән булырға тырышам. Хәҙер мәктәптәрҙә лә илһөйәрлек дәрестәре алып барылыуы, балаларға барыһы ла аңлатылыуы яҡшы. Белеп үҫһендәр. Сөнки илһөйәр итеп тәрбиәләнгән балалар Ватанын һаҡларға ла әҙер буласаҡ.

Тағы бер теләгем – өйҙән тик яҡшы хәбәрҙәр килһен ине. Беҙ ут эсендә йөрөгәс, бер нәмә лә белмәй, тип уйламағыҙ. Хәбәр, бигерәк тә, насарҙары, беҙгә лә йәһәт килеп етә бит ул. Ярай, мин ҡатыным менән айырылғанмын, балам өсөн генә борсолам. Ҡатын-ҡыҙҙар сабыр булһын ине. Ирҙәре ут эсендә йөрөүен, минут һайын әжәл менән күҙгә-күҙ осрашыуҙарын онотмаһындар ине.

Республика һәм райондан килгән ярҙам өсөн дә рәхмәт. Башҡортостандан булыуыбыҙ менән йыш ғорурланырға тура килә. Нимәлер кәрәк булһа әйтәбеҙ, күпмелер ваҡыт үткәс, тыуған яҡтарҙан был әйбер беҙгә килеп тә етә. Бының өсөн яҡташтарыма ҙур-ҙур рәхмәт! Аңлайым, һеҙҙең дә ауыр саҡтар булалыр. Шуға ҡарамаҫтан иң тәүҙә беҙҙе хәстәрләгәнегеҙ өсөн рәхмәт.

Беҙ мотлаҡ еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ! Беҙҙе доғаларығыҙҙан өҙмәгеҙ, ышанығыҙ һәм көтөгөҙ.

Гүзәл Салихова әҙерләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: