Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
27 Март , 09:45

Иптәштәрем өсөн үс аласағым бар әле

Беҙҙең өсөн борсолоп, доғалар ҡылып, ҡорбандар салып торған атай-әсәйемә, туғандарыма, ауылдаштарыма ҙур рәхмәт. Райондан, республиканан да ярҙам килеп тора. Шуға күрә барыһына ла иң изге теләктәремде еткерәм. Борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр, беҙ еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ. Яҙгөл исемле һылыуға айырым сәләм еткергем килә. Ул аңлар кемдән икәнен...

Иптәштәрем өсөн үс аласағым бар әле
Иптәштәрем өсөн үс аласағым бар әле

Тыуған илен һаҡлап, үҙ теләге менән яуға юлланған күпселек батырҙарыбыҙ менән хәбәрҙарбыҙ. Уларҙың һәр саҡ күтәренке кәйефтә булғаны, рух көсө һоҡландыра. Яугирҙәрҙең уй-кисерештәрен гәзит биттәрендә баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ.

- Ауылға ике аҙнаға ялға ҡайтып киттем. Хәҙер ябай, үҙ ағышы менән барған көндәлек тормош иң ҡәҙерлеһе икәнлеген аңланым. Йоҡларға ятаһың – тып тын. Уянһаң да шул уҡ. Ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә булып китә. Әсәй ҡосаҡлап, һөйөп туя алмай. Иламһырап ала. Атай сабырыраҡ, шулай ҙа борсолғаны күренеп - һиҙелеп тора. Әсәй тәүҙә ныҡ илай ине, хәҙер аңланы мине.

Үҙ теләгем менән контракт төҙөп киттем. Ҡайһы бер кешеләрҙән: “Улар аҡса өсөн китә”,-тигәнен социаль селтәрҙәрҙән уҡып (сөнки күҙгә ҡарап әйтергә ҡыймайҙар) көлөп ҡуям. Эйе, хәҙер көләм, башта йән көйә ине. Ул аҡсаны ир кеше тыныс ергә лә барып эшләй ала. Әммә беҙ Ватаныбыҙҙы һаҡлау өсөн ҡулыбыҙға ҡорал алғанбыҙ. Түләнгәндең дә күбеһен яу ихтыяждарына тотонабыҙ. Сөнки был беҙҙең үҙебеҙ өсөн бик тә мөһим.

Минең дуҫтарым, туғандарым контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юлланғас, мин дә уйландым. Һәм бер төндә хәл иттем. Икенсе көнөнә минең тыуған көнөм ине. Барып контракт төҙөнөм. Бар уй-хистәремде асып һәм әйтеп бирә алмайым, әммә мин үҙемдең урыным ошонда икәнлеген яҡшы аңланым. Бер йылдан ашыу ваҡыт үтте, үкенгәнем булманы. Арытҡан саҡтар була, әммә беҙҙең илебеҙ өсөн тик еңеү кәрәклеген яҡшы аңлайым. Яу ҡырында юғалтҡан һәм яраланған иптәштәрем өсөн үс аласағым да бар әле.

Беҙҙең өсөн борсолоп, доғалар ҡылып, ҡорбандар салып торған атай-әсәйемә, туғандарыма, ауылдаштарыма ҙур рәхмәт. Райондан, республиканан да ярҙам килеп тора. Шуға күрә барыһына ла иң изге теләктәремде еткерәм. Борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр, беҙ еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ. Яҙгөл исемле һылыуға айырым сәләм еткергем килә. Ул аңлар кемдән икәнен. Тыныс тормоштоң һәм бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ!

Гүзәл Салихова әҙерләне.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: