Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
9 Март , 12:00

Рәхмәт һеҙгә, батырҙарым!

Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Беҙ бала саҡта ололар <һуғыш ҡына булмаһын> тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай ине. Аңламай инек. Күрәһең, аңлар өсөн үҙ йәнеңдә, үҙ тормошоңда ғына татыр кәрәктер, үкенескә ҡаршы. 

Махсус хәрби операция башланғас йөрәк тетрәнеү кисерҙе.  Яугирҙәребеҙ өсөн борсолоп, көндәрҙең шатлығы ла тоноҡланып ҡалды. Фашизм ҡалдығынан илемде һаҡлап торған ғәзиз кешеләрем өсөн ут йотам. Шуға күрә <байрамда ла ниңә моңһоу ҡалаһың>, тип һорамағыҙ.  Салюттар ҙа аттырмағыҙ. Ҡайтыр улдарыбыҙ, һөйгәндәребеҙ, ағай-ҡустыларыбыҙ, шунан булыр барыһы ла - байрамы ла, фейерверктар ҙа.

Әлегә байрамда миңә иң ҙур бүләк - яугирҙәрҙең именлеге һәм телефондары тотҡанда смс ебәреп өлгөрөүҙәре. 

Рәхмәт һеҙгә, батырҙарым! Имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, зинһар! Доғаларыбыҙ, теләктәребеҙ ҡабул булһын, тиҙерәк Еңеү килһен!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: