Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
23 Февраль , 10:00

Тыуған еребеҙҙең батыр улы

Тыуған иле һәм халҡы өсөн янып йәшәгән Сәлимйән Италмасов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юл ала. Был батыр аҙымын ул: “Башҡаса булдыра алманым”,-тип хәрбиҙәрсә ҡыҫҡа ғына аңлата. Әлеге ваҡытта яугир район-ҡалабыҙҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Баймаҡ агросәнәғәт колледжы коллективының ветерандары сафын тулыландырып, улар менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә. Сәлимйән Италмасов батырлығы өсөн хәрби наградаларға лайыҡ була...

Тыуған еребеҙҙең батыр улы
Тыуған еребеҙҙең батыр улы

Илдең сиге тәүлек әйләнәһенә ышаныслы ҡулдарҙа булып, ныҡлап һаҡланырға тейеш. Шуға күрә сик һаҡсылары элек-электән оло абруй-хөрмәткә лайыҡ булған.

Сәлимйән Италмасовтың бала саҡтан әрме сафына булған ынтылышы һәм уға ныҡлап әҙерлеге маҡсаттарына өлгәшергә ярҙам итә. Эйе, совет мәктәбен тамамлаған һәр егет һалдат булырға хыяллана. Ә инде сик һағы ғәскәрҙәренә эләгеү оло мәртәбә булып һанала. Спорт яғынан яҡшы әҙерлектә булған Сәлимйән Италмасов Ҡыҙыл Байраҡлы Алыҫ Көнсығыш сик округына хеҙмәткә тәғәйенләнә. Сик һаҡсыһы бурысын Журавлевка заставаһында үтәй ул. Райчихин сик һаҡсыһы отрядында хеҙмәт иткән егет ышаныслы иптәштәрҙең, ғәҙел командирҙарҙың мөһимлеген ошонда аңлай. Һуңғы телем икмәкте, бер йотом һыуҙы ла хеҙмәттәштәрең менән уртаҡлашыуҙың тәмен дә татый.

Сәлимйән Италмасов Баймаҡ агросәнәғт колледжында 32 йыл балаларға белем бирә. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бихисап маҡтау билдәләренә, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була. Ватанға биргән хәрби ант ысын ир-егеттәрҙең йөрәгенә мәңгелеккә яҙыла. Шуға күрәлер Сәлимйән Сөләймән улы агросәнәғәт колледжында студенттарға белем биргән ваҡытта ла, балалар менән төрлө мәктәптәрҙә булған осрашыуҙарҙа ла Ватан һағына һәр саҡ әҙер булырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Хәрби хәрәкәттәр ветераны район-ҡаланың “Дозор” сик һаҡсылары хәрәкәтен етәкләй, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһында ла әүҙем эш алып бара.

Тыуған иле һәм халҡы өсөн янып йәшәгән Сәлимйән Италмасов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юл ала. Был батыр аҙымын ул: “Башҡаса булдыра алманым”,-тип хәрбиҙәрсә ҡыҫҡа ғына аңлата. Әлеге ваҡытта яугир район-ҡалабыҙҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Баймаҡ агросәнәғәт колледжы коллективының ветерандары сафын тулыландырып, улар менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә. Сәлимйән Италмасов батырлығы өсөн хәрби наградаларға лайыҡ була.

Ватан һағындағы Тыуған илебеҙҙең батыр улдары, ысын ил һаҡсыларын бар күңелдән байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Һеҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм ышанысыбыҙ. Һеҙгә һәр саҡ ҡыуаныста ғына оҙон-оҙаҡ йәшәргә һәм тыуған яҡтарығыҙға имен-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: