Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
23 Февраль , 13:35

Күккә ашты сая бөркөт булып...

Уның менән бергә хеҙмәт иткән яугирҙәр ҙә хәрби офицер Мәһәҙиевтың барыһына ла иҫ киткес иғтибарлы, хәстәрлекле булыуы, һәр һалдатты ҡурсыуы хаҡында оло ихтирам һәм уны юҡһыныу менән хәтерләй. Илдус Рәфҡәт улының хәрби тәжрибәһе, ныҡлы рухы, батырлығы һәр кемгә өлгө. Яҡташыбыҙ, хәрби офицер, хәстәрлекле атай, арыҫландай алышҡан яугир батырҙарса һәләк булды. Тыуған еребеҙҙең тағы бер аҫыл ир-егеттәрҙең береһен мәңгелеккә юғалттыҡ. Ватанына биргән хәрби антына ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем тоғро ҡалған яугир тураһындағы яҡты хәтер тыуған еребеҙҙең тарихына мәңгелеккә һеңеп ҡалды. Тиңһеҙ батырлығы өсөн Илдус Мәһәҙиев Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендарына лайыҡ булды...

Күккә ашты сая бөркөт булып...
Күккә ашты сая бөркөт булып...

Илдус Мәһәҙиев 1968 йылдың 8 февралендә Күгиҙел ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып, кескәй саҡтан эшкә өйрәнеп үҫә. 1987 йылда медицина училищеһын татамлай. Шул йылда уҡ Совет Армияһы сафына алына. Спорт менән дуҫ, ныҡ, сыҙам егет учебканан һуң Афғанстан яуына ебәрелә. Десант-һөжүм итеү төркөмөндә (ПВ-КГБ СССР) үтә уның хәрби хеҙмәт юлы.

Десант-һөжүм итеү төркөмө отряд начальнигы Резниченко булды. Беҙҙең төркөм 6 көбәкле ракетаны духтарҙан тартып алды. Бандалар ныҡ шашҡас, Алыҫ Көнсығыштан махсус “Чакав” төркөмө килде. Бер банда составын берәүһен дә ҡалдырмай ҡырып бөттөк, главарҙәре генә ҡасып ҡотолдо. Илебеҙ тыныс булһын, имен йәшәйек, Аллаһ бирһә! Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын!”-тип һөйләй ул бер осрашыу ваҡытында.

Илдус Мәһәҙиевтың әрме сафындағы өлгөлө хеҙмәте “Хәрби хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн”, “СССР-ҙың Ҡораллы көстәренә 70 йыл тулыу айҡанды”, “Рәхмәтле Афғанстан халҡынан”, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны”, “Яугир-интернационалист” миҙалдары, билдәләре менән наградлана. Бынан тыш батырлығы һәм саялығы өсөн ҡул сәғәте, бик күп Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.

Тыныс ваҡытта һуғышты күреп ҡайтҡан яугир балаларҙы, бигерәк тә малайҙарҙы спорт яғынан сыныҡтырып үҫтереү мөһимлеген аңлай. Шуға күрә оҙайлы йылдар балалар өсөн “Сик һаҡсыһы” тигән түңәрәк алып бара. Ҡул һуғышы алымдарын өйрәтә. Балаларҙы хоккей уйнатып, тауҙан ат санаһы менән шыуҙырып та ҡыуандыра. Физкультура майҙансығы эшләй, балаларҙы күңелле походтарға алып йөрөй. Биш бала тәрбиәләгән Мәһәҙиевтар ғаиләһе хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә Флүрә Йомабай ҡыҙына “Әсәлек даны” миҙалы бирелеүенә лә бик һөйөнә.

Һаҡмар” гәзитенә биргән бер әңгәмәһендә Илдус Рәфҡәт улы: “1990 йылда ҡатыным Флүрә менән бик яратышып өйләнештек. Ғаиләм – минең йәшәүемдең мәғәнәһе. Балаларымды тупылдатып яратыуы – үҙе бер ғүмер. Улар минең һәм Флүрәмдең байлығы. Хоҙай Тәғәлә лә бит матди байлыҡҡа ҡыҙма – йөрәгең туҙыр, тип киҫәтә. Балаларыбыҙҙы иманлы, үҙ йүндәрен үҙе күреп йәшәгән, ҡартайған көнөбөҙҙә үҙебеҙгә терәк булырҙай итеп тәрбиәләй алһаҡ, күңелебеҙ ҙә тыныс, бәхетебеҙ ҙә шул булыр”, - тип һөйләгәйне.

Эйе, Илдус Рәфҡәт улының ғүмер һәм йәшәү мәғәнәһе - ғаиләһе ине. Һуғышты һәм иптәштәренең үлемен кисергән һалдат тыныслыҡтың ҡәҙерен дә яҡшы белде. Шуға күрә фашизмдың ҡалдыҡтары баш ҡалҡытып, махсус хәрби операция башланғас, Илдус Мәһәҙиев тыныс ҡына өйөндә ҡала алманы. Хәрби офицер, Афған һуғышы ветераны махсус хәрби операцияға юлланды һәм мотоуҡсылар полкы составында взвод командиры булып хеҙмәт итте. Ялға ҡайтҡан ваҡытында ла кире яуҙаштары янына ашыҡты. “Йәш кенә егеттәрҙе өйрәтергә лә, һаҡларға ла кәрәк. Улар бит быға тиклем һуғыш күрмәгән”, -тигәйне Илдус Рәфҡәт улы.

Уның менән бергә хеҙмәт иткән яугирҙәр ҙә хәрби офицер Мәһәҙиевтың барыһына ла иҫ киткес иғтибарлы, хәстәрлекле булыуы, һәр һалдатты ҡурсыуы хаҡында оло ихтирам һәм уны юҡһыныу менән хәтерләй. Илдус Рәфҡәт улының хәрби тәжрибәһе, ныҡлы рухы, батырлығы һәр кемгә өлгө. Яҡташыбыҙ, хәрби офицер, хәстәрлекле атай, арыҫландай алышҡан яугир батырҙарса һәләк булды. Тыуған еребеҙҙең тағы бер аҫыл ир-егеттәрҙең береһен мәңгелеккә юғалттыҡ. Ватанына биргән хәрби антына ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем тоғро ҡалған яугир тураһындағы яҡты хәтер тыуған еребеҙҙең тарихына мәңгелеккә һеңеп ҡалды. Тиңһеҙ батырлығы өсөн Илдус Мәһәҙиев Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендарына лайыҡ булды.

Һөйөклө ҡатыны Флүрә Йомабай ҡыҙы менән яҡты хыялдар бағлап ҡына үҫтергән Наҙгөл, Ирек, Фәнис, Ғәзинур һәм Ғәбдинур хәстәрлекле атайҙы юғалтты. Ҡатыны ҡанаты ҡайырылған аҡҡоштай мәңгелек зарға күмелде. Хоҙай Тәғәлә уларға ошо уңалмаҫ ҡайғыны күтәрерҙәй көс бирһен, әрме сафына алынған игеҙәк улдарына имен-һау хеҙмәт итеп әйләнеп ҡайтырға насип булһын. Ысын башҡорт яугиры, хәрби офицер, тыуған еребеҙҙең данлы улы Илдус Мәһәҙиев тураһында хәтер мәңге һүрелмәҫ. Зәңгәр күккә ҡарап: “Тыныс йоҡла, рухың шат булһын, батыр ил һаҡсыһы!”-тип өндәшәбеҙ һиңә күҙ йәштәре аша...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: