Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
22 Февраль , 16:15

Илде һаҡлау – изге бурыс

#УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ#ИшмурзинскийСДК#Ир_егет_ил_терәге#ZaМир#УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ#ИшмурзинскийСДК#Ир_егет_ил_терәге#ZaМирИлде һаҡлау – изге бурыс. Ил ул-тыуған ерең, тыуған ауылың. Тыуған йортоң.Тыуған ереңде дошмандарҙан ҡурсалау, уның именлеген тәьмин итеү – изге йола. Кеше ниндәй генә осорҙа йәшәмәһен, йәшәгән ерен дошмандан ҡурсалау уның төп бурысы һаналған, ир – егеттәрҙе лә батыр, һуғышсан, көслө рухлы итеп тәрбиәләгәндәр.Бөгөн беҙ 23 февраль – Ватанды һаклаусылар көнөнә арналған «Ир-егет-ил терәге» тип аталған йәш батырҙарыбыҙға саф һауала бәйге үткәрҙек...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:   

#УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ
#ИшмурзинскийСДК
#Ир_егет_ил_терәге
#ZaМир
Бер байрам бар февралдә
Ҡәҙерле ул һәр кемгә
Уны ҙур байрам тиеп
Мөмкин хатта әйтергә
Ул тыныслыҡ байрамы
Уны һәр кеше белә.
Ватанды һаҡлаусылар
Байрамы тип йөрөтөлә.

Илде һаҡлау – изге бурыс. Ил ул-тыуған ерең, тыуған ауылың. Тыуған йортоң.Тыуған ереңде дошмандарҙан ҡурсалау, уның именлеген тәьмин итеү – изге йола. Кеше ниндәй генә осорҙа йәшәмәһен, йәшәгән ерен дошмандан ҡурсалау уның төп бурысы һаналған, ир – егеттәрҙе лә батыр, һуғышсан, көслө рухлы итеп тәрбиәләгәндәр.
Бөгөн беҙ 23 февраль – Ватанды һаклаусылар көнөнә арналған «Ир-егет-ил терәге» тип аталған йәш батырҙарыбыҙға саф һауала бәйге үткәрҙек.
23 февраль оҙаҡ йылдар дауамында Ҡыҙыл Армияның тыуған көнө булараҡ билдәләнде. Хәҙер 23 февараль -  Ватанды һаҡлаусылар көнө тип атала. Был көн, ысынлап та, ҡулына ҡорал тотоп, Тыуған ил именлеге һағында тороусылар, уның азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәр байрамы.Ир-егеттәр байрамы.
Беҙҙең егеттәребеҙ ҙә киләсәктә буласаҡ һалдаттар, Ватанды һаҡлаусылар булараҡ беҙ уларҙы сослоҡта, етеҙлектә, зирәклектә, тапҡырлыҡта, батырлыҡта һынап ҡараныҡ.
Ярышҡанда сос, етеҙлек,
Ҡеүәт, ғәйрәт бик кәрәк
Илдең киләсәге өсөн
Ундайҙар ныҡлы терәк.
 Байрам алды уңайынан ойошторолған бәйгеләрҙә һәр бәләкәс батырыбыҙ үҙен күрһәтә алды.Афариндар буласак Һалдаттар,илебеҙ һаҡсылары!🙏🤗Илдәребеҙ тыныс торһон инде

Гүзәл Ғөбәйҙуллина,

китапханасы.

Илде һаҡлау – изге бурыс
Илде һаҡлау – изге бурыс
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: