Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
15 Февраль , 08:43

Бөгөн - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл

Баймаҡ районынан Афғанстан һуғышында дүрт һалдат - Абдрахман Йәрмөхәмәтов, Дамир Самарбаев, Илгиз Сафиуллин, Рәфҡәт Исмәғилев батырҙарса һәләк була. Батырҙарыбыҙға мәңгелек дан!

Бөгөн - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл
Бөгөн - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл

Бөгөн яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 фев­раленә тиклем дауам итә. Унда 620 мең совет һалдаты, офицеры интернациональ бурысын үтәй. Беҙҙең егеттәрҙе “шурави” тип атаған һуғышта уларға ҡамау­ҙарҙан, тау һуҡмаҡтарынан, арты­лыштарҙан һөжүм итәләр. Һуғыш 14453 совет һалдатының ғүмерен өҙә, күптәр хәбәрһеҙ юғала, әсирлектән ҡайт­май, 35 меңе төрлө тән йәрәхәттәре ала. 

Баймаҡ районынан Афғанстан һуғышында дүрт һалдат - Абдрахман Йәрмөхәмәтов, Дамир Самарбаев, Илгиз Сафиуллин, Рәфҡәт Исмәғилев батырҙарса һәләк була. Улар тураһындағы яҡты хәтер беҙҙең күңелдәрҙә ҡәҙерләп һаҡлана. 

Бөгөн - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл
Бөгөн - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл
Бөгөн - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл
Бөгөн - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл
Бөгөн - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: