Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Февраль , 16:00

Һалдатҡа хат

Күкте баҫҡан ҡара болот, Минең күңел шуға бойоҡ. Киттем дуҫтар, мин алыҫҡа.Киттем дуҫтар, мин һуғышҡа.Янда бара яҡын дуҫым, Ул да моңһоу, ул да тотҡон. Бер-беребеҙгә беҙ терәк, Иҫән ҡайтыу беҙгә кәрәк...

Был шиғыр махсус хәрби операциянан ҡайта алмаған ике туған ҡустыма бағышлана!

Тыныс ине ғүмер күгем,

Йәшәй инек һөйөп, көлөп.

Ҡайҙан килде афәт, һуғыш?

Йөрәк тулы яра, һағыш.

 

Күкте баҫҡан ҡара болот,

Минең күңел шуға бойоҡ.

Киттем дуҫтар, мин алыҫҡа.

Киттем дуҫтар, мин һуғышҡа.

 

Янда бара яҡын дуҫым,

Ул да моңһоу, ул да тотҡон.

Бер-беребеҙгә беҙ терәк,

Иҫән ҡайтыу беҙгә кәрәк.

 

Дуҫым әйтә: "Бойоҡма һин,

Ҡайтырбыҙ беҙ быйыл йәйен!

Терәк булып килдек бергә,

Ҡайтырбыҙ беҙ тыуған ергә!"

 

Ҡайталмаһам онотмағыҙ,

Яҡты хәтер һеҙ һаҡлағыҙ!

Мин ҡайтырмын яҙҙар һайын,

Япраҡ ярһа ап-аҡ ҡайын.

 

Айнур Әмиров

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: