Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
2 Февраль , 19:30

Бөйөк Ватан һуғышының иң мөһим ваҡиғаһы

Баймаҡ агросәнәғәт колледжында тарихи датаға арналған сара үтте...

Бөйөк Ватан һуғышының иң мөһим ваҡиғаһы
Бөйөк Ватан һуғышының иң мөһим ваҡиғаһы

2 февралдә Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеүенә 80 йыл тулды. Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, тарихи көн илебеҙҙә киң билдәләнде.

1943 йылдың 2 февралендә совет ғәскәрҙәре Сталинград янындағы алышта немец фашист ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Сталинград һуғышы Бөйөк Ватан һуғышындағы иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе була.

Был еңеүгә Башҡортостан да ҙур өлөш индергән. Волга буйындағы алыштарҙа БАССР-ҙа ойошторолған хәрби формированиелар ҡатнаша – 219-сы, 214-се, 300-сө уҡсылар дивизиялары, 124-се уҡсылар бригадаһы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм 25-се брондивизия. Сталинград һуғышында Башҡортостандың 75 меңдән ашыу һалдаты ҡатнашҡан. 1943 йылдың 2 феврале – Сталинград һуғышында Советтар Союзының еңеүенең данлы көнө – вермахт армияһын дөйөм ҡыйратыуҙың мөһим этаптарының береһе. Ошо мәлдән совет ҡоралының ҡеүәтен туҡтатып булмауы, фашист Германияһы ғына түгел, уның нацист гегемонияһын урынлаштырыу һәм нацистар империяһын булдырыу буйынса пландары ла тарҡала башлауы асыҡ күренә. Күп милләтле Башҡортостан халҡы Советтар Союзының башҡа төбәктәренән һәм республикаларынан килгән һалдаттар менән иңгә-иң терәп, бығаса күрелмәгән киңлектәге ҡаһарманлыҡ күрһәтте.

Был иҫтәлекле тарихи көнгә бағышлап, республикала ла төрлө саралар үткәрелде. Баймаҡ агросәнәғәт колледжы хеҙмәткәрҙәре Г. Ғарифуллина менән Н. Аҙнағолова студенттар өсөн тантаналы линейка үткәрҙе. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: