Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
30 Ғинуар , 11:00

Ҡаһармандар дәүере

Киләсәккә хыялыммы? Имен-һау ҡайтыу, өйләнеү, күберәк улдар үҫтереү. Иптәштәрем менән киләсәктә балаларыбыҙға бер-беребеҙҙең исемдәрен ҡушырға һөйләштек. Шуға күрә был вәғәҙәне мотлаҡ үтәү өсөн ҡайтасаҡмын! Еңеү беҙҙең яҡта буласағын беләм. Әлеге ваҡытта беҙ Еңеүгә табан барабыҙ. Ышанығыҙ, көтөгөҙ, барыһы ла яҡшы булыр!..

Ҡаһармандар дәүере
Ҡаһармандар дәүере

Тыныс көндәрҙең ҡәҙерен беләбеҙме икән? Беҙҙең өсөн тормош дауам итә: эшкә барабыҙ, яҡты йортобоҙға ҡайтып йоҡлайбыҙ, өҫтәлдә һәр саҡ ризыҡ, ҡайнар аштар. Яҡындары махсус хәрби операцияла булғандар һәм, әлбиттә, илебеҙгә фашистарҙан ниндәй хәүеф янағанын аңлағандар ғына ут йотоп йәшәйҙер. Һалҡын окоптарҙа, кейемдәрен киптерергә ваҡыты ла булмаған, дошманды ҡырыу өсөн йәнен-тәнен аямаған яугирҙәребеҙ тураһында бәйән итеүҙе дауам итәбеҙ.

- Махсус хәрби операция башланғанда әрмелә хеҙмәт итә инем. Ҡайтып бер ай ял иттем дә, хәрби контракт төҙөнөм. Атайым менән әсәйем, туғандарыма тәүҙә әйтмәнем. Унан белделәр. Ҡабул иттеләр. Ир кеше ил кисергәнде күрергә тейешлеген аңлата алдым. Башҡорт батальонында хеҙмәт итеүем менән ғорурланам. Командирҙар яҡшы, беҙҙең турала республика ла даими хәстәрлек күрә.

Һуғышта иң ауыры – иптәштәреңде юғалтыу. Әлбиттә, контракт төҙөгәндә төрлө хәл булыуы ихтимал икәнлеген аңлай инем. Бер нисә мәртәбә еңелсә йәрәхәтләндем. Табиптар бик шәп беҙҙә. Яҡшылап дауалап, аяҡҡа баҫтырып сығарҙылар. Ошо яу яланында үҙемә тоғро иптәштәр табыуыма шатмын. Хәүефле хәл килеп тыуһа, уларҙың – мине, ә мин уларҙы ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләйәсәгебеҙҙе беләбеҙ. Был үҙенә күрә бер айырым көс һәм ныҡлы ышаныс бирә.

Ярҙам ебәреп торған райондаштарға ҙур рәхмәт. Һуңғы ярҙам килгәндә быҡтырылған ит таратҡайнылар. Беҙҙең райондан булып сыҡты. Хатта ғорурланып бар иптәштәргә лә күрһәтеп сыҡтым: “Баймаҡтарҙан килгән!”-тип. Улар ҙа рәхмәтен еткерҙе.

Киләсәккә хыялыммы? Имен-һау ҡайтыу, өйләнеү, күберәк улдар үҫтереү. Иптәштәрем менән киләсәктә балаларыбыҙға бер-беребеҙҙең исемдәрен ҡушырға һөйләштек. Шуға күрә был вәғәҙәне мотлаҡ үтәү өсөн ҡайтасаҡмын!

Еңеү беҙҙең яҡта буласағын беләм. Әлеге ваҡытта беҙ Еңеүгә табан барабыҙ. Ышанығыҙ, көтөгөҙ, барыһы ла яҡшы булыр!

Гүзәл Салихова яҙып алды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: