Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
18 Ғинуар , 11:05

Һеҙ беҙгә көс бирәһегеҙ!

Кемдәрҙер ҡурайҙа, гитарала уйнап, йыр-моңло минуттар бүләк итә. Ҡайһы бер яугирҙәребеҙ көләмәстәрҙе бик оҫта һөйләй. Был буш ваҡытта. Ә һуғышта беҙ бер көс булып илебеҙгә теш ҡайраған дошмандарға ҡаршы һуғышабыҙ. Был йәһәттән дә һәр яугир батырлығы һәм саялығы менән айырыла...

Һеҙ беҙгә көс бирәһегеҙ!
Һеҙ беҙгә көс бирәһегеҙ!

Ҡаһармандар дәүере

Һеҙ беҙгә көс бирәһегеҙ!”

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән аралашыу уларҙың ныҡлығына һәм рухлы булыуына һоҡланыу тойғолары уята, илгә бәлә килгәндә берләшеүҙең мөһимлеген күрһәтә.

- Махсус хәрби операцияға үҙ теләгем менән киттем. Әлбиттә, ҡатынымдың мине ебәргеһе килмәй ине. Унан аңланы, “Һине барыбер тотоп булмаясағын беләм”,-тине.

Әлбиттә, төрлө саҡтар була. Шуның өсөн дә һуғыш бит ул. Шулай ҙа Баймаҡ һәм республикабыҙҙың башҡа райондарынан булған ир-егеттәр менән бергә булыу көс бирә. Ысын туғандарҙай булып киттек. Ял ваҡыттарында һәр беребеҙ үҙ маһирлығын күрһәтә. Арабыҙҙа бик тәмле итеп ашарға бешереүселәр бар. Улар өйҙәге кеүек бишбармағын да, башҡаһын да яраштыра. Кемдәрҙер ҡурайҙа, гитарала уйнап, йыр-моңло минуттар бүләк итә. Ҡайһы бер яугирҙәребеҙ көләмәстәрҙе бик оҫта һөйләй. Был буш ваҡытта. Ә һуғышта беҙ бер көс булып илебеҙгә теш ҡайраған дошмандарға ҡаршы һуғышабыҙ. Был йәһәттән дә һәр яугир батырлығы һәм саялығы менән айырыла.

Өйөндә диванда ятып махсус хәрби операция, беҙҙең тураһында ниҙер әйтергә маташҡандарҙы аңламайбыҙ ҙа, аңларға уйламайбыҙ ҙа. Ватанға дошман янай икән, һәр балиғ булған ир-егет уларға яуап (отпор) бирергә, ил һағына баҫырға тейеш. Дошмандың өнөн тыҡмайынса нисек тыныс йәшәп ятмаҡ кәрәк?

Яҡташтарыма бик рәхмәтлемен, район етәкселегенә. Ҡайтҡан саҡта район башлығы Фәнис Әминев менән осрашабыҙ, телефон аша ла нимәләр кәрәклеген еткерәбеҙ. Һәр саҡ ярҙам итергә тырышалар. Балаларҙың хаттарын алып һөйөнәбеҙ.

Махсус хәрби операцияла яҡындарыңдың, яҡташтарыңдың терәген тойоу бик тә мөһим. Ә беҙ, Баймаҡ яугирҙәре, был яҡтан бик бәхетлебеҙ. Шуға уңайы сыҡҡанда “Һаҡмар” гәзите аша һеҙҙең барығыҙға ла ярҙамығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙең өсөн ҡорбандар салынып, мәсеттәрҙә аят уҡытылыуын да ишетеп ҡыуанабыҙ. Шундай терәк-таянысты тойоу беҙҙе тағы ла көслөрәк итә. Беҙ еңеү яулап янығыҙға ҡайтып етербеҙ – ышанығыҙ һәм көтөгөҙ генә!

Гүзәл Салихова әҙерләне.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: