Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
20 Декабрь 2023, 15:25

Батыр яугир һәм шәп ҡурайсы

Баймаҡ районы яугиры Жуков, "Батырлыҡ өсөн", "Хәрби хеҙмәттәре өсөн" һ.б. миҙалдар менән бүләкләнгән. Ул ҡурай моңон ярата, уҡ-һаҙағынан айырылмай, батыр һәм шул уҡ ваҡытта иҫ киткес ихлас, матур күңелле егет. Имен-һау йөрөп ҡайтып беҙҙең моңоң менән һөйөндөр, батыр яугир!

Яҡташ яугир тураһында әсәһенең һөйләгәндәрен тыңлап, батыр яугиргә кескәй саҡтан кешенең иң матур һыҙаттары хас булыуын аңлайһың. “Бер ҡасан бер нәмәне боҙманы. Уйынсыҡтары өр-яңы килеш ҡумталарында һаҡланды. Ундағы яуаплылыҡ тойғолары һәр кемде аптырата ине. Уҡығанында ла ныҡ тырыш булды. Ул саҡта балалар йорто бар ине әле. Шул мәлдә тәрбиәләнеүселәрҙе ҡурайға өйрәтә башланылар. Улымда ла ҡурай уйнау теләге уянды. Ҡурай буйынса уның тәүге уҡытыусыһы Р. Хәсәнов булды. Шулай, бер мәл Кәрим Дияровтың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолған конкурста ҡатнашырға булды. Көслө буран сығып китте. Атайыбыҙ өйҙә юҡ ине. Баламды алып юлға сыҡтым да киттем, күршеләр: “Ҡайҙа бараһығыҙ, буран бит”,-тиһәләр ҙә. Улымдың ныҡышмалылығын һәм һәләтен күреп Өфө дәүләт сәнғәт училищеһына уҡырға саҡырҙылар (яугир хәҙер ситтән тороп институт та тамамлап өлгөргән һәм магистратураға ингән-ред.).  Ҡазан ҡалаһында үткән “Этномириада”ла ҡатнашып, икенсе урынды яуланы. Ятаҡта йәшәгән малайҙары һуңынан улыбыҙ тураһында: “ Ул булмаһа, беҙ астан үлер инек. Йәһәт кенә берәй нәмә бешерһенме йә таң менән беҙҙе уятып: “Әйҙәгеҙ, аҡса эшләргә сығып киләйек”,-тип алдан тапҡан эшкә алып китһенме”,-тип көлөшә ине беҙгә килгәндә. Бынан тыш төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты булды, республика кимәлендәге сараларҙа йә байрам-банкеттарҙа йөрөп тәжрибә лә тупланы, аҡса ла эшләне. Башҡорт теленә, тарихына ныҡ иғтибар бир улыбыҙ. Өйҙә беҙҙең менән саф башҡорт телендә генә һөйләшә, беҙҙән дә шуны һорай”,-тип хәтирәләргә бирелде яугирҙең әсәһе.

Кавказда уҙған парадта, Сүриә Ғәрәп Республикаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы булараҡ, күкрәк билдәләре, Жуков миҙалы менән дә наградланған. Бынан тыш "Батырлыҡ өсөн". "Хәрби хеҙмәттәре өсөн" миҙалдары биҙәй яҡташыбыҙҙың күкрәген.  

Батыр яҡташыбыҙ, яугир-ҡурайсы, ысын башҡорт егетенең имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын, атаһы һәм әсәһенә шундай шәп ул тәрбиәләгән өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: