Ватан һағында
13 Декабрь 2023, 10:05

"Снайпер" - дошмандарҙы аямай

"Снайпер" позывнойлы хәрби — үҙенең подразделениеһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Уның контракт буйынса хеҙмәт итеү тәжрибәһе бар. "Снайпер" элек сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, уның профессиональ әҙерлеге махсус операция зонаһында ла бик кәрәк: яҡташыбыҙ эре тоннажлы "Урал" һәм хатта танктар менән оҫта идара итә...

"Снайпер" - дошмандарҙы аямай"Снайпер" - дошмандарҙы аямай
"Снайпер" - дошмандарҙы аямай

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ла Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контракт  төҙөй. Башҡортостан юлдаш телеканалында шундай ҡыйыу гүзәл заттарҙың береһе хаҡында һөйләнеләр.

«Снайпер» позывнойлы хәрби — үҙенең подразделениеһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Уның контракт буйынса хеҙмәт итеү тәжрибәһе бар. Телеканал журналистары һүҙҙәренсә, «Снайпер» элек сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, уның профессиональ әҙерлеге махсус операция зонаһында ла бик кәрәк: яҡташыбыҙ эре тоннажлы «Урал» һәм хатта танктар менән оҫта идара итә.

«Мин бер ҡасан да илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән балаларҙың хаттары беҙгә ышаныс, көс бирер тип уйламағайным: «Беҙ һеҙгә ышанабыҙ, барыһы ла яҡшы булыр!» тигән һүҙҙәр бар унда. Бына ошо балаларҙың киләсәге өсөн унда булырға тейешбеҙ», - тип «Снайпер»ҙың һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан юлдаш телеканалы.

Яугирҙең әсәһе бер нисә тапҡыр ҡыҙын кире күндерергә өгөтләгәс, «Снайпер» уға: «Әсәй, һин минең урында булһаң, нимә эшләр инең?» - тип һорай. Әсәнең яуабы ҡыҫҡа була: «Мин дә Тыуған ил һағына баҫыр инем».

Контракт төҙөү өсөн республикала йәшәүселәр берҙәм белешмә номеры буйынса 117, Ситуация үҙәгенә 122 йәки +7 (347) 218-19-19, «Минең документтарым» күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-13/bash-ortostan-y-y-mahsus-h-rbi-operatsiya-zona-ynda-kontrakt-he-m-te-t-zhrib-en-ullana-3564102

 

Автор:
Читайте нас