Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
10 Декабрь 2023, 16:35

Ҡартатайҙарым азат иткән ер

Алғы һыҙыҡта булғанда, ашау ҡайғыһы булмай, ә ҡорот туҡ тота. Тынысландыра ла. Шул саҡ бер иптәш, ә ул ҙур ҡалала үҫкән, минән ҡорот һораны. Бирҙем. Кем уйлаған ул кипкән ҡоротто тәү мәртәбә тәмләгәнен...

Ҡартатайҙарым азат иткән ер
Ҡартатайҙарым азат иткән ер

Ҡаһармандар дәүере

Махсус хәрби операцияла йөрөгән Баймаҡ яугирҙәренең тәьҫорат-кисерештәрен еткереүҙе дауам итәбеҙ.

-Мобилизацияға эләкмәнем. Әммә шул саҡта уҡ махсус хәрби операцияға барыу теләге уянған ине. Сөнки ныҡ асыуым килде. Минең атайым яғынан да, әсәйем яғынан да ҡартатайҙар Украинаны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Береһе шул ерҙәрҙең азатлығы өсөн башын һалған, ҡаны шул ерҙәргә һеңеп ҡалған. Ә икенсе ҡартатайым шул Украина ерҙәрендә алған яраларынан мандый алмай, ҡайтҡас бер йыл да йәшәмәй, мәрхүм булған. Күпме башҡорт һәләк булған Украинаны фашистарҙан әрсегәндә! Концлагерға ебәрелеп, ыҙалатып, тереләй тунап йә яндырып йә тонсоҡтороп үлтерелгән украин халҡы, балалары тураһында Көнбайыш илдәре, сит илдәргә ҡасып китеп, шунан халҡыбыҙ араһында ҡотҡо таратып ятыусылар ҡайһылай тиҙ онотто!

Тыныс ваҡытта һуғыш эсенә барып инеү һине үҙгәртмәй ҡалмай, әлбиттә. Әммә бар ихтыяр көсөңдө туплар кәрәк. Мин һуғышта йөрөп, ныҡлап дингә килдем. Сөнки шунһыҙ булмай. Бында ислам динендәге лә, христиан динендәге лә яугирҙәр бер-береһенә терәк. Беҙ намаҙ уҡығанда улар беҙҙе һаҡлай, уларҙың янына батюшкалары килеп, ғибәҙәттәре башланһа, беҙ уларҙы һаҡлайбыҙ. Бер дин дә насарлыҡҡа өйрәтмәй, ул көс бирә. Хоҙай Тәғәләгә һыйынғас, һуғыштың ауырлыҡтарын, юғалтыуҙарҙы ҡабул итеүе еңелерәк булып ҡалды. Үҙебеҙҙең имам Хәмзә Хафизов менән был хаҡта һөйләшәбеҙ. Рәхмәт уға, ул беҙгә бик шәп рухи терәк.

Һуғышта төрлө саҡтар була. Шул рәттән ҡыҙыҡтары ла була. Бер мәл гуманитар ярҙам килеп төштө. Мин өйҙәгеләрҙән кипкән ҡорот һорағайным. Ебәргәндәр. Ауыҙыма һалып имеп йөрөйөм. Алғы һыҙыҡта булғанда, ашау ҡайғыһы булмай, ә ҡорот туҡ тота. Тынысландыра ла. Шул саҡ бер иптәш, ә ул ҙур ҡалала үҫкән, минән ҡорот һораны. Бирҙем. Кем уйлаған ул кипкән ҡоротто тәү мәртәбә тәмләгәнен. Ауыҙына алған ҡоротто ул шул мәл шартлатып тешләргә уйланы. “Нимә бирҙең һин миңә! Тешем һынды бит!”-ти үҙе. Мин аптырап: “Ә һин нишләп уны тешләйһең? Уны бит кәнфит кеүек имеп йөрөргә кәрәк”,-тием. Көлөшөп алдыҡ һуңынан. Ярай әле, теше һынмаған, ә ауырттырған ғына булып сыҡты. Бына шундай хәлдәр ҙә булып ала.

Бар хыялыбыҙ – дошманды тиҙерәк баш ҡалҡыта алмаҫлыҡ итеп дөмөктөрөп, ғаиләбеҙ янына ҡайтыу. Иншаллаһ, шулай булыр ҙа!

Гүзәл Салихова әҙерләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: