Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Декабрь 2023, 14:25

Беҙҙең батырҙарыбыҙ

Вадим Хәсәнов менән Таһир Үҙәнбаев өлгөлө хеҙмәт итеп, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы” миҙалы менән наградлана. Тағы ла көслөрәк һәм рухлыраҡ булып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан егеттәргә тормошта үҙ урынын табып, бәхетле йәшәргә насип итһен. Шундай батыр улдар тәрбиәләгән атай-әсәйҙәргә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә...

Беҙҙең батырҙарыбыҙ
Беҙҙең батырҙарыбыҙ

Ҡаһармандар дәүере

Батыр десантсылар

Баймаҡ ир-егеттәренең әрме сафында ла, махсус хәрби операцияла ла үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтеүе, батыр булыуы билдәле. Улар Ватанға биргән антына һәр саҡ тоғро ҡала.

Аҡморондан Вадим Хәсәнов менән Яраттан Таһир Үҙәнбаевты дуҫлыҡ ептәре әрме сафында тоташтыра. Вадим Магнитогорск ҡалаһының күп профилле колледжын, ә Таһир Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын уңышлы тамамлай. Мәле еткәс, икеһе лә әрме сафына алына. Физик яҡтан да, рухи яҡтан көслө егеттәр Һауа-десант ғәскәрҙәренә Псков ҡалаһының десант-һөжүм дивизияһына ебәрелә. Уҡыу күнекмәләре тамамланғандан һуң Курск өлкәһендә илебеҙҙең сиген һаҡлайҙар. “Блиндаждарҙа йәшәнек. Окоптар ҡаҙҙыҡ. Махсус хәрби операция ваҡытында илебеҙҙең сиген һаҡлау айырыуса мөһим икәнлеген яҡшы аңлай инек. Был беҙҙең өсөн ҙур хәрби тәжрибә лә, лайыҡлы үтә алған оло һынау ҙа булды”,-ти егеттәр.

Вадим Хәсәнов менән Таһир Үҙәнбаев өлгөлө хеҙмәт итеп, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы” миҙалы менән наградлана. Тағы ла көслөрәк һәм рухлыраҡ булып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан егеттәргә тормошта үҙ урынын табып, бәхетле йәшәргә насип итһен. Шундай батыр улдар тәрбиәләгән атай-әсәйҙәргә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.

Ватан һағында булған бар яугирҙәребеҙ, һалдаттарыбыҙ тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: