Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
24 Ноябрь 2023, 14:50

Присягаға тоғро ҡалам

Нимәгә әҙер булырға кәрәкме? Һуғыштың – уйын түгеллегенә. Бында һинән рухи ныҡлыҡ, иптәштәреңә терәк-таяныс була белеүең кәрәк. Әлбиттә беҙҙең заманда ошондай мәхшәр тыуыр, фашистар яңынан баш ҡалҡытыр, тип бер кем дә уйламаны. Әммә илеңә, халҡыңа ҡурҡыныс янай икән, беҙ ҡасандыр Ватанға тоғро хеҙмәт итергә ант биргән һалдаттар, ҡулыбыҙға ҡорал алырға тейешбеҙ. Присяга – ул ғүмерлеккә...

Присягаға тоғро ҡалам
Присягаға тоғро ҡалам

Ҡаһармандар дәүере

 - Махсус хәрби операцияға барыу теләге егеттәргә сираттағы ярҙам алып барып ҡайтҡандан һуң тыуҙы. Баймаҡтарҙың бер көс булып, бергә-бергә хеҙмәт итеүҙәрен күреп, “ә ниңә мин ситтә ҡалырға тейеш?” тигән уй тыуҙы. Әлбиттә, ҡатыным, әсәйем өсөн минең ҡарарым ауыр булды. Сөнки бер кем дә ғәзиз кешеһен ут эсенә ебәргеһе килмәй. Әммә мин уларҙы тынысландыра һәм башҡаса булдыра алмауымды аңлата алдым. Контракт төҙөү өсөн хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иттем. Тейешле өйрәнеү мәлен үтеп, “Башҡортостан” полкы составында алға юлландым.

Нимәгә әҙер булырға кәрәкме? Һуғыштың – уйын түгеллегенә. Бында һинән рухи ныҡлыҡ, иптәштәреңә терәк-таяныс була белеүең кәрәк. Әлбиттә беҙҙең заманда ошондай мәхшәр тыуыр, фашистар яңынан баш ҡалҡытыр, тип бер кем дә уйламаны. Әммә илеңә, халҡыңа ҡурҡыныс янай икән, беҙ ҡасандыр Ватанға тоғро хеҙмәт итергә ант биргән һалдаттар, ҡулыбыҙға ҡорал алырға тейешбеҙ. Присяга – ул ғүмерлеккә.

Һәр саҡ ут аҫтында йөрөмәйбеҙ. Ял мәлдәрендә бер-беребеҙ менән аралашып, өйҙән, райондан килгән хаттарға, күстәнәстәргә, район гәзиттәренә, һәр ярҙамға һөйөнөшөп алабыҙ. Бының өсөн яҡташтарға һәм туғандарға ҙур рәхмәт. Махсус хәрби операцияға барырғамы-юҡмы тип икеләнеүселәрҙе батыр булырға саҡырыр инем. Беҙҙең илебеҙгә бәлә килгән икән, беҙ генә уны хәл итә алабыҙ.

Һәр кемебеҙ еңеү көнөн түҙемһеҙлек менән көтә һәм беҙ уға табан барабыҙ, тип ышанабыҙ.

Гүзәл Салихова әҙерләне.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: