Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Ноябрь 2023, 09:53

"Беҙҙең ғаиләне, хәрбиҙәр ғаиләһе, тип әйтһәң дә була..."

– Беҙҙең ғаиләне, хәрбиҙәр ғаиләһе, тип әйтһәң дә була. Тормош иптәшем Илфат әрме хеҙмәтен үткән саҡта Чечен һуғышына эләгә. Һуңынан ҡустыһы менән контракт буйынса хеҙмәт итте. 2015 йылда Украинала булдылар. Әлеге мәлдә үҙ ирке менән хеҙмәт итеүен дауам итә. Бәләкәй ҡустылары – фельдшер, 2011 йылдан алып контракт буйынса хеҙмәт итә. Сүриәлә булды, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветераны. Ул да контракт буйынса хеҙмәт иткән саҡта 2015 йылда Украина тарафтарында булып китә. Улым 2018 йылдан контракт буйынса Камчатка өлкәһендә хеҙмәт итә башланы. Махсус хәрби операция башланыу менән уны шул тарафтарға командировкаға ебәрҙеләр. Был мәлдә киленебеҙ бәпәй көтә ине.  

"Беҙҙең ғаиләне, хәрбиҙәр ғаиләһе, тип әйтһәң дә була..."
"Беҙҙең ғаиләне, хәрбиҙәр ғаиләһе, тип әйтһәң дә була..."

Беренсе Этҡол ауылынан Земфира Шәйхисламова улын МХО-ға оҙатҡан. Хеҙмәт иткән еренә барып та ҡайтҡан. Ул былай тип һөйләне:

– Беҙҙең ғаиләне, хәрбиҙәр ғаиләһе, тип әйтһәң дә була. Тормош иптәшем Илфат әрме хеҙмәтен үткән саҡта Чечен һуғышына эләгә. Һуңынан ҡустыһы менән контракт буйынса хеҙмәт итте. 2015 йылда Украинала булдылар. Әлеге мәлдә үҙ ирке менән хеҙмәт итеүен дауам итә. Бәләкәй ҡустылары – фельдшер, 2011 йылдан алып контракт буйынса хеҙмәт итә. Сүриәлә булды, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветераны. Ул да контракт буйынса хеҙмәт иткән саҡта 2015 йылда Украина тарафтарында булып китә. Улым 2018 йылдан контракт буйынса Камчатка өлкәһендә хеҙмәт итә башланы. Махсус хәрби операция башланыу менән уны шул тарафтарға командировкаға ебәрҙеләр. Был мәлдә киленебеҙ бәпәй көтә ине.

Ейәнебеҙ тыуғас, Өфө ҡалаһының перинаталь үҙәгенән киленде үҙебеҙ барып алып ҡайттыҡ. Әле бәпесте бергәләшеп үҫтерәбеҙ. Борон оло әбейҙәр: “Ирем һуғышта саҡта бәпес тыуҙы. Уға 1-2 йәш тулғас, атаһын тәүге тапҡыр күрҙе”, – тип һөйләй торғайны. Хәҙер был беҙҙең дә баштан үтте. Улыбыҙға ла балаһын тиҙ арала ҡулына алырға яҙманы. Шуға ла быйыл йәй ғаиләбеҙ менән Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһына барҙыҡ. Улым менән шунда күрешергә насип булды. Ғаиләбеҙ тулыланып ҡалғандай булды.

МХО тарафтарына йәнә юлланырға тура килде. Был юлы улымды сиктән сығарманылар. Гел генә йөк машинаһында йөрөмәй бит инде, тип ҡәҙерлебеҙгә еңел автомобиль алып барып тапшырҙыҡ. Ауылыбыҙҙан ике егет, улымдың дуҫтары, был тәңгәлдә ярҙам итте. Бергәләшеп Мариуполь ҡалаһына тиклем барып еттек. Был иҫтәлекле ҡалала өс көн булдыҡ. Уның әйләнә-тирәһе менән таныштыҡ. Емерек ҡала-ауылдарҙы күреп йөрәк әрнене. Дөрөҫ, төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Тик бына дары еҫе күңелгә юшҡын булып ятты. Унда кисергәндәрҙе башҡаларға күрергә яҙмаһын. Тыныс тормошобоҙҙоң ҡәҙерен беләйек. Барыһына ла ҡәнәғәт булып, улдарыбыҙҙың имен-һау, үҙ аяҡтарында ҡайтыуын теләйек.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: