Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
16 Ноябрь 2023, 10:40

Хәрби операцияға барыу ниәте Еңеү көнөндә килде

Ни өсөн ошондай ҡарарға килдемме? Улдарымдың эскерһеҙ күҙҙәренә ҡараным. Әгәр илебеҙгә килгән дошманды туҡтатмаһаҡ, уларға ла киләсәктә хәүефле осорҙа йәшәргә тура киләсәген аңланым. Ә мин уларҙың тыныс шарттарҙа йәшәүен теләйем...

Хәрби операцияға барыу ниәте Еңеү көнөндә килде
Хәрби операцияға барыу ниәте Еңеү көнөндә килде

Ҡаһармандар дәүере

Хәрби операцияға барыу ниәте Еңеү көнөндә килде

Башҡортостан” полкында хеҙмәт иткән батыр яугиребеҙ ялға ҡайтты. “Урман”дан уны был ҡыйыу аҙымға ниҙәр этәреүе тураһында һораштыҡ.

- Еңеү көнө ине. Ошо көндө мин махсус хәрби операцияға барырға хәл иттем. Өҫтәүенә, был көндө минең тыуған көнөм дә. Ни өсөн ошондай ҡарарға килдемме? Улдарымдың эскерһеҙ күҙҙәренә ҡараным. Әгәр илебеҙгә килгән дошманды туҡтатмаһаҡ, уларға ла киләсәктә хәүефле осорҙа йәшәргә тура киләсәген аңланым. Ә мин уларҙың тыныс шарттарҙа йәшәүен теләйем. Әммә ғаиләмә был хаҡта шунда уҡ әйтмәнем. Шуға күрә ғаиләм бер аҙ тетрәнеү кисергәндер.

Чечен ғәрәсәтен үткән һалдат булараҡ, һуғыш шарттарына әҙер инем. Әлбиттә, яу шарттарында тормошҡа ҡараш тулыһынса үҙгәрә. Күп нәмәнең ҡәҙерен белергә өйрәнәһең. Ошондай мәлдә беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған баймаҡтарға ҙур рәхмәтемде еткергем килә.

Бер ярҙам ылауын район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙе алып килеп тапшырҙы. Шулай уҡ балалар баҡсалары, мәктәптәргә, “Цезарь” ЯСЙ-һына, Радик Бакировҡа, Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзына оло рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә.

Өйҙә эшләнгән борщ, рассольниктар, шулай уҡ беҙгә ебәрелгән машина запчастәре, техник ҡорамалдар һ.б. ысын ярҙам булды. Беҙҙең балаларға ла рәхмәт әйткем килә. Улар яҙған хаттарҙан шундай йылылыҡ, шундай ихласлыҡ бөркөлә! Беҙ егеттәр менән һәр хатты йотлоғоп уҡыныҡ. Унда балаларҙың телефондары, мәктәптәре яҙылған. Шуға күрә улар менән осрашып, үҙҙәренә рәхмәт әйтергә уйлайым. Сөнки Баймаҡ балаларының хаттары беҙгә көс-дәрт бирә, рухты тағы ла юғарыраҡ күтәрә.

Тағы ниндәй ярҙам кәрәк тип һораһағыҙ, тепловизор, квадрокоптерҙар һәр саҡ кәрәк, тиер инем. Кейем, ашау яғы бик яҡшы. Әгәр кемдер контракт төҙөргә уйлап та, һаман икеләнә икән, ҡурҡырға кәрәкмәй. Әгәр беҙ булмаһаҡ – кем? Беҙҙең хәҙер махсус хәрби операцияла булыуыбыҙ балаларыбыҙҙың тыныс киләсәген тәьмин итә бит. Матди яҡтан барыһы ла контрактта әйтелгәнсә, түләйҙәр.

Яугирҙәрҙең ҡатындарын сабыр булырға саҡырыр инем. Беҙ йыш бәйләнешкә сыға алмайбыҙ. Ҡайһы саҡта ғына бындай мөмкинселек булдырыла. Шундай мәлдә яуҙа йөрөгән ирҙәрегеҙгә ниндәйҙер үпкә һүҙҙәрен еткереп, көйһөҙләнеп, кәйефтәрен боҙмаһағыҙ ине. Һуңынан, барыһы ла һуңынан. Һеҙҙән тик ышанып көтөү һәм сикһеҙ мөхәббәтегеҙ менән беҙгә көс биреү генә кәрәк.

Борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Беҙ тиҙерәк еңеү яулап, тыуған еребеҙгә, яҡындарыбыҙ янына ҡайтыуға бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.

Гүзәл Салихова әҙерләне.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: