Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
3 Ноябрь 2023, 12:40

Беҙҙең яугирҙәр саялығы һәм рухы менән алдыра

Махсус хәрби операция башланғас та, унда китеү юлын эҙләй башланым. Ни өсөнмө? Сөнки беҙҙе шулай тәрбиәләнеләр. Илгә бәлә килә икән, уны ир-егеттәр һаҡлай. Армияла ла ике йыл хеҙмәт иткәндә ғорурлыҡ тойғолары менән яна инем. Йәшемә килгәндә, хата уйлайһығыҙ. Киреһенсә, минең тәжрибәм бар...  

Беҙҙең яугирҙәр саялығы һәм рухы менән алдыра
Беҙҙең яугирҙәр саялығы һәм рухы менән алдыра

Ҡаһармандар дәүере

“Еңеүгә тиклем барасаҡмын!”

Алтмыш йәшкә яҡынлаған ағайҙың контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланыуы аптыратты ла, һоҡландырҙы ла. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡас уның ҡарары, хәрби йәшәйеше тураһында күрешеп һөйләшеп алдыҡ.

“Үпкәләткем килмәй, ағай, әммә һеҙҙе йәштәр рәтенә индереп булмай бит. Шуға күрә яу шарттарында һеҙгә ауырға тура киләлер? Ғөмүмән, һеҙҙе был аҙымға ниҙәр этәрҙе?”-тип һораным.

-Махсус хәрби операция башланғас та, унда китеү юлын эҙләй башланым. Ни өсөнмө? Сөнки беҙҙе шулай тәрбиәләнеләр. Илгә бәлә килә икән, уны ир-егеттәр һаҡлай. Армияла ла ике йыл хеҙмәт иткәндә ғорурлыҡ тойғолары менән яна инем. Йәшемә килгәндә, хата уйлайһығыҙ. Киреһенсә, минең тәжрибәм бар. Беҙ армияла хеҙмәт иткәндә шундай учениелар үттек! Һуғышың ары торһон! Мәктәптә лә беҙҙе һәр секунд Ватан һағына әҙер һалдат итеп тәрбиәләнеләр. Әгәр киләсәктә беҙҙең илгә бер кем дә теш ҡайрамауын теләһәк, мәктәп, башҡа уҡыу йорттарына шул хәрби тәрбиәне ҡайтарырға кәрәк. Армияға барыуҙы түҙемһеҙлек менән көттөк. Сөнки хеҙмәткә бармаған егеттәргә хатта ҡыҙҙар ҙа әйләнеп тә ҡарамай ине. Беҙҙең ҡыҙҙар ҙа автоматты һүтеп-йыйыу буйынса, атыуҙа шәп инеләр. Башланғыс медицина белеме лә алдыҡ.

Махсус хәрби операцияға килгәндә, мин водитель булып йөрөйөм. Ғүмерем буйы яратып һайлаған һәм башҡарған һөнәрем ул – шофер. Әйткәндәй, бында водителдәр һәр саҡ кәрәк. Беҙҙең яугирҙәр берҙәм, татыу, сая, көслө рухлы булыуы менән айырыла. Осрашып, бишбармаҡ бешереп, сәй ҡайнатып, тыуған яҡтарыбыҙҙы иҫләп алабыҙ. Гитара уйнаған, ҡурай тартҡан егеттәребеҙ күп. Өҙҙөрә баҫып бейешеп тә алабыҙ. Төрлө йәштәгеләр бар. Егеттәрҙең барыһы ла үҙ ирке менән контракт төҙөп килгән. Әгәр беҙ күмәк көс менән илебеҙгә ҡаршы килгән “коллектив Көнбайыш” йәғни НАТО илдәрен туҡтатмаһаҡ, артабан ни булырын уйлауы ла ҡурҡыныс. Һуғышҡа ҡыҫылмаған илдәр ҙә ситтән күҙәтеп тора “был Рәсәй дөмөгөрмө икән” тип. Дөмөкмәй торһон әле! Үҙҙәренә мәңгелек һабаҡ бирәсәкбеҙ беҙ! Беҙгә ҡаршы сыҡҡан дошманды ҡараһаң, барыһы ла легионер, наемниктар. Араларында украиндар юҡ тиерлек. Был нимә хаҡында һөйләй? Рәсәйгә ҡаршы тотош НАТО илдәре килә. Шуға күрә һәр кем, айырыуса, ир-егеттәр быны аңларға тейеш һәм дошманды туҡтатырға тейеш. Шуға күрә беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашабыҙ. Сөнки ҡайҙалыр ҡустыңдың, дуҫыңдың, күршеңдең, уландарыңдың ут эсендә йөрөүен белеп, өйҙә нисек тыныс йоҡлап ятмаҡ кәрәк?

Беҙ үҙебеҙҙең Баймаҡтан булыуыбыҙ менән дә ғорурланабыҙ. Сөнки беҙгә ярҙам йыш килә. Өйҙән килгән тәмлекәстәр менән сәй эсеүе үҙе бер көс бирә. Башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа килеп тора. Шуға күрә район халҡына, етәкселегенә ҙур рәхмәт.

 

Яугир ике аҙнаға ҡайтһа ла, кире, үҙе әйтеүенсә “егеттәр янына” атлыға. “Йәшегеҙгә ҡарап контракт аҙағына яҡынлаша. Тиҙҙән ул үтә. Ҡайтаһығыҙмы?”-тип һорайым. “Юҡ, әлбиттә. Егеттәрҙе нисек ҡалдырып китәйем мин? Аҙағына тиклем, беҙҙең Еңеүгә тиклем барасаҡмын”,-тип яуапланы яугир.

Яҡындарын ҡосаҡлап, тынысландырып, яңынан яу яланына ашыҡҡан Баймаҡ яугиренә ныҡлыҡ һәм бар ир-егеттәребеҙ менән бергә имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Гүзәл Салихова.   

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: