Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
31 Октябрь 2023, 11:10

Хәрби контракт төҙөү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Был һорауға хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов аңлатма бирҙе...

Хәрби контракт төҙөү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Хәрби контракт төҙөү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Ҡаһармандар дәүере

Хәрби контракт төҙөү өсөн

Махсус хәрби операция үҙ шарттарын ҡуя һәм төрлө йәштәге күп ир-егеттәр хәрби комиссариаттарға Ватанға хеҙмәт итеү, нацизмға ҡаршы көрәшеү, үҙ иленә ярҙам күрһәтеү теләге менән мөрәжәғәт итә. Шуға күрә Рәсәй Оборона министрлығы контракт төҙөү ваҡыты һәм уны үтеү шарттары буйынса өҫтәмә ҡарарҙар ҡабул итә.

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәргә юғары эш хаҡы, төрлө ярҙам тәҡдим ителә: льготалар, кредит һәм һалым каникулдары, юғары уҡыу йорттарында балаларҙы уҡытыу өсөн бюджет урындары. Улар мотлаҡ рәүештә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын ала, ул ғүмер буйы уларҙа ҡала. Баймаҡ ҡалаһының “Мегаполис” сауҙа үҙәгендә контракт хеҙмәтенә инергә теләүселәргә консультация ярҙамы күрһәтеү өсөн махсус пункт эшләй, унда һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап һәм өйрәнеү өсөн аңлатма буклет ала ала.

Әгәр егеттәр контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләк белдерһә, ул хәрби комиссариатҡа (3-10-94 – эш сәғәттәрендә; 3-16-11 – тәүлек әйләнәһенә) йәки һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итә ала. Бөгөн бындай контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр күп, беҙ һәр кем менән шәхсән эшләйбеҙ һәм барыһын да аңлатабыҙ.

Контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеү өсөн ниндәй талаптарға яуап бирергә кәрәк һуң?

Йәш буйынса:

- 18-60 йәш (айырым бер хәрби-иҫәп специальносы, ғәскәри часть командиры менән килешеү буйынса - 65 йәшкә тиклем)

- сит ил граждандары өсөн - 18 йәштән алып

Һаулыҡ буйынса категориялар:

А” - хәрби хеҙмәткә яраҡлы

Б” - бер аҙ сикләүҙәр менән яраҡлы

В” - яраҡлы, сикләүҙәр бар (иҫәпкә алыу урыны буйынса ҡабаттан тикшерелергә кәрәк)

Физик әҙерлек:

- көс, тиҙлек һәм сыҙамлыҡ буйынса өс күнегеүҙә минималь талаптарҙы үтәү

Хөкөмгә тарттырылыу контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн ҡаршылыҡ булып тормай (Эске эштәр министрлығынан документ һоратып алғандан һуң һәр ғариза буйынса айырым ҡарар ҡабул ителә)

Контракт төҙөргә теләүселәр:

- иҫәптә торған урын буйынса хәрби комиссариатҡа (комиссариаттарҙың исемлеге һылтанмала бирелә: https://clck.ru/33qV9P);

- хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итә ала: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63

- Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтындағы шәхси кабинет lkg.mil.ru

- Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы “Ирекмән булып йәки контракт буйынса хеҙмәт итеү” электрон сервисы https://clck.ru/33X5Vp аша ғариза ҡалдыра ала.

Хәрби контракт буйынса ниндәй һорауҙарығыҙ килеп тыуһа ла, хәрби комиссариатҡа килегеҙ йәки 3-10-94, 3-16-11 телефондары аша шалтыратығыҙ. Беҙ һәр кемгә был йүнәлештә ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.

Хөрмәт Хәмитов, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондарының хәрби комиссары.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: