Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
16 Октябрь 2023, 11:58

Имен-һау хеҙмәт итегеҙ, уландар!

Бөгөн Баймаҡ 13 улын хәрби хеҙмәткә оҙатты. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр районының хәрби комиссариатынан 13 егет ҡулына хәрби билет алды. Уларҙы оҙатыу тантанаһында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та ҡатнашты.

Илебеҙ өсөн тыныс булмаған осорҙа һеҙ хәрби сафҡа баҫаһығыҙ, - тине ул буласаҡ һалдаттарға мөрәжәғәт итеп. - Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: армияла хеҙмәт итеү - ысын ир-егеттәргә хас аҙым. Һеҙ - Еңеү һалдаты-ата-бабаларының тоҡомо. Һеҙҙең дә армия мәктәбен ҙур ғорурлыҡ менән үтерегеҙгә ышанам. 

 

 

 

Имен-һау хеҙмәт итегеҙ, уландар!
Имен-һау хеҙмәт итегеҙ, уландар!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: