Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
12 Октябрь 2023, 15:35

Донбасс Розаһы ... ярсыҡтарҙан

Бына ул снаряд ярсыҡтарынан эшләнгән, "Донбасс розаһы" исемен алған статуэткаһы. Ул лицей-интернаттың шайморатовсылар класына тапшырылды...

Донбасс Розаһы ... ярсыҡтарҙан
Донбасс Розаһы ... ярсыҡтарҙан

Уларҙы Донецк мастеры Виктор Михалев эшләй. Донбасс һуғышынан ҡалған гильзаларҙан эшләнгән розалар тулыһынса ҡулдан ғына эшләнә һәм тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡыра, дошмандарға нәфрәтлекте күрһәтә.

Яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам менән барған саҡта уны район башлығы Фәнис Әминев алып ҡайтты һәм Республика көнөнә арналған тантанала лицей-интернаттың шайморатовсыларына бүләк итте. Статуэтка уҡыу йортоноң музейында һаҡланасаҡ. Балалар илһөйәр булып үҫһен!

А. Юлдашбаев фотоһы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: